“Бөтә эш дүрт бейәнән башланды”31.08.2012
“Бөтә эш дүрт бейәнән башланды”Һәр йылғаның инеше, һәр эштең башы була. Русландың да аттарға тартылып үҫеүе бөгөн районда ғына түгел, тирә-яҡтарға даны таралған йылҡы малы тотҡан йүнсел булып китеүенә булышлыҡ иткәндер. Бала ғына күңелендә яралған ошо сатҡы егет сағындағы дәртенә әйләнә, һөйөклө ҡатынына ир, балаларына атай булғас, ялҡын булып дөрләй.
Төрлө ойошмаларҙа эшләп ҡарағас, илдә яңылыҡ булып бөрөләнгән фермерлыҡҡа тотоноп ҡарарға ниәт итә. Ҡатыны Гөлүсә лә үҙаллы эшләүҙе хуплай. Шулай итеп, Ахуновтарҙың йәш ғаиләһе 2004 йылда дүрт бейә һатып ала.
— Алғанда уҡ төп ниәт ҡымыҙ менән шөғөлләнеү ине, — ти Руслан. — Маҡсатыңды алдан белмәһәң, уға яйлап бармаһаң, бер ни килеп сыҡмай бит ул...
Ошо бейәләр ҡолонлап, ишәйә башлағас, үҙҙәрендә дәрт-көс, тәжрибә тойғас, Ахуновтар крәҫтиән-фермер хужалығы төҙөргә ҡарар итә. Ә хужалыҡ булдырып, һалымдар түләгәс, дәүләт яҡлауына алына. Ябай тел менән әйткәндә, төрлө яҡлап ярҙам да була: ҡымыҙ етештереү ҡорамалдары һатып алыу, мал һанын арттырыу өсөн аҙ процентлы ссудалар, субсидиялар... Шулай итеп, Ахуновтар ат һанын 140 башҡа еткерә, 40 бейә даими һауыла.
“Бөтә эш дүрт бейәнән башланды”— Ҡымыҙҙы бик теләп алалар, — ти хужа. — “Ҡарлуғас”, “Чехов” балалар шифаханаларына оҙатабыҙ, райпо магазиндары, шәхси нөктәләр аша таратабыҙ...
Ошо тиклем йылҡыны ҡышын ашатырға ла кәрәк бит әле, тиер берәүҙәр. Эйе, кәрәк. Шуның өсөн дә улар 90 гектар ерҙе ҡуртымға алып, һоло, арпа, суданка һымаҡ йылҡы малы яратҡан культуралар сәсә. Элекке колхоз ҡураларын һатып алалар.
Ахуновтарҙың хужалығының ғына түгел, нәҫелдәренең дә тамырҙары ныҡ — бер-береһен уҙышып, Динар, Денис, Данияр исемле улдары үҫә. Тимәк, нәҫел ағасы ла ныҡлы. Ә был — әҙәм балаларының донъялағы иң ҙур бурысы, йәшәү мәғәнәһе.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Әлшәй районы,
Раевка ҡасабаһы.


Вернуться назад