Дымлы тупраҡта өмөт “шыта”30.08.2012
Дымлы тупраҡта өмөт “шыта”Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бөгөн 1 529 мең гектар майҙанда иген культуралары һуғып алынған, бураларға 1 749 мең тонна ашлыҡ һалынған. Айырыуса Стәрлетамаҡ, Илеш, Саҡмағош, Дүртөйлө һәм Ауырғазы райондары ҙур тырышлыҡ күрһәткән. Республика буйынса уртаса гектар ҡеүәте 11,4 центнер тәшкил итһә, үрҙә атап үтелгән райондарҙа был күрһәткес – 17–18 центнер. Туғыҙ районда ураҡ тамамланған.
Баҫыу караптары тынып ҡалған — ҡоролоҡ арҡаһында уңыш әллә ни ҡыуандырмаһа ла, үҙ эштәрен башҡарҙылар: тейешле гектарҙарҙы иңләп, ҡояш нурҙары ҡурған башаҡтарҙағы игендең бөртөгөнә тиклем йыйып алдылар.
“Правда” хужалығы баҫыуҙары ла бушап ҡалды. Беҙ барғанда йәш комбайнсы Рөстәм Ғәлләмов “тимер ат”ының теҙгенен тартып, туҙан-маҙарын, йыйылған башаҡ ҡалдыҡтарынан таҙарта, кәрәкле урындарын майлай ине.
— Кәйеф һәйбәт былай, комбайн һынатманы, — ти бишенсе уңыш миҙгелен үткәргән егет. — Эшләһәң, эш ҡарышмай инде ул...
Һуңғы гектарҙарҙа һалам йыйып преслаусы Илдус Шәймәрҙәнов та йылмайып ҡуйҙы: “Хужаһы ниндәй, беҙ ҙә шундай инде”.
“Хужа” тип бында “Правда”ның директоры Вил Вәлиевте атайҙар. Ысынлап та, тынғыһыҙ етәксе икәнлеге уның холоҡ-фиғеленән, эш тураһында һөйләгәндә осҡонланып киткән ҡарашынан күренеп тора.
Эҫелек Әлшәй баҫыуҙарын да ҡурған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, келәттәргә аҙмы-күпме иген һалынған, мал аҙығы әҙерләнә. Кукуруз тиҙ өлгөргәс, уны силосҡа оҙатыу яғын да күптән хәстәрләгәндәр. Әйткәндәй, Вил Марат улы мал аҙығы мәсьәләһендә тыныс. Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ былтырғы һаламды яндырмаған, барыһын да йыйып алып, ферма эргәһенә өйҙөргән.
— Йылдың нисек килере билдәле түгел бит, — ти хәстәрлекле хужа. — Бына быйыл былтыр әҙерләгән һалам-бесән эсте тишмәне.
Ысынлап та, быйылғы һалам ҡарыш буйлыҡ ҡына булғанда, 852 баш һыйыр малын ҡыш сығарып ҡара! Өҫтәүенә 62 баш йылҡы малы бар. Әйткәндәй, Әлшәй яғы күптән йылҡысылыҡ менән дан тота. Данлыҡлы “Чехов” шифаханаһы, “Ҡарлуғас” балалар шифаханаһы ошонда урынлашҡан. “Правда”ның үҙәге Никифарҙа ғына, мәҫәлән, Резида Сәғитова 14 бейә һауа.
Бөгөн Вил Вәлиев тыныс: сарсаған баҫыуҙарға төшкән тамсылар ергә һеңеү менән 1500 гектар майҙанға сәсеү агрегаттарын сығарып ебәргән, ерҙәр ваҡытында туңға һөрөлөп бөтөп бара, кукуруз баҫыуҙары бушап, силос итеп тапатыла. Лизингка алған, яңыртылған техника ла һынатмаған — гөрләтеп эшләп йөрөйҙәр. Иң мөһиме — алдан күрә белгән етәксе сәсеү майҙандарын страховкалап ҡалдырған булған. Был да бөгөнгө заман, баҙар талабы.
Тағы ҡойоп ямғыр үтте. Ләкин игенселәр күпмегәлер эш туҡтағанға үкенмәй — бер нисә сәғәттән баҫыу өҫтө тағы тракторҙар тауышына күмелер. Дымлы тупраҡҡа төшкән орлоҡ тиҙҙән шытым биреп, йәшел келәм менән ҡапланыр.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Әлшәй районы.


Вернуться назад