Харам мал харап итерме?30.08.2012
“Һалҡын һуғыш”та еңелгән Советтар Союзын тарҡатҡастар, яңы баҙар иҡтисады төҙөү көнүҙәк мәсьәлә булараҡ алғы планға сыҡты. 70 йыл капитализмға ҡаршы көрәш алып барған дәүләт үҙ биләмәһендә баҙар иҡтисады тигән йәмғиәт, йәғни шул уҡ капитализмды төҙөргә мәжбүр булды.
Мәжбүр булды тип әйтеүемдең сәбәбе — совет халҡының был реформалар менән башлыса риза булмауынан. Ни эшләйһең, һуғышта еңелгәс, еңеүселәрҙең ихтыярын үтәргә тейешһең. Әлбиттә, быны аңлаған дәүләт етәкселәре албырғап төшкән халыҡты баҙар иҡтисадына әйҙәне: йәнәһе, шәхси инициатива ғына иҡтисадты алға сығара ала, дәүләт органдары иҡтисадҡа бер нисек тә ҡыҫылырға тейеш түгел. Ошо маҡсатта дәүләт милкен тиҙерәк шәхси ҡулдарға таратып бирергә тигән идея өҫтөнлөк алды. Бының өсөн бөтөн пропаганда, киң мәғлүмәт саралары эшкә егелде. Коммунистар режимынан ялҡҡан совет халҡы яңы лозунгтарға ышана төштө. Ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең 500 көн эсендә баҙар иҡтисады төҙөп була тиеүе лә быға булышлыҡ итте. Һалҡын һуғышта еңелгән дәүләттең матди таянысы булып торған милекте шәхси ҡулдарға таратып биреү ошо дәүләтте бөтөрөү икәнен төшөнә лә алманы күпселек. Хосусилаштырыу баҙар иҡтисады төҙөүҙең төп юлы итеп билдәләнде. Сөнки бер бөтөн механизм булараҡ төҙөлгән Советтар Союзының халыҡ хужалығын емереү өсөн ошо юлдың иң ышаныслы икәнен аңлаған еңеүселәр Рәсәй етәкселегенә үҙҙәренең марионеткаларын тәғәйенләү өсөн бөтәһен дә эшләне. Элеваторҙы домна менән бутаған Егор Гайдарҙың, “өс тауыҡҡа ла етәкселек итмәгән” Чубайс, Кох, Мостовой кеүек “һөҙөмтәле” менеджерҙарҙың ҡайҙандыр ҡалҡып сығыуы тәүҙә генә бик сәйер булып күренде. Тора-бара уларҙың оккупацион властарҙың талабын тейешенсә үтәүен күрҙек. Быны Рәсәй тарихында “прихватизация” тип аталған операцияла бик яҡшы төшөнөргә мөмкин.
Советтар Союзынан мираҫ булып ҡалған дәүләт милке халыҡ хужалығының барлыҡ тармаҡтарында ла күпселек өлөштө тәшкил итә ине. Шуға ла Рәсәй Юғары Советы депутаттары 1991 йылдың 3 июлендә “Об именных приватизационных счетах и вкладах в РСФСР” тигән закон ҡабул итте. Был документҡа ярашлы, хосусилаштырыу һәр кемдең дөйөм дәүләт милкенә килтергән өлөшөн иҫәпкә алып үткәрелергә тейеш ине. Ләкин ғүмер буйы дәүләткә эшләгән кеше менән яңы тыуған сабыйҙың дәүләт милкенә килтергән өлөшөн һис тә сағыштырып булмай. Закон нигеҙендә хосусилаштырыу барлыҡ сетерекле мәсьәләләрҙе иҫәпкә алып ғәмәлгә ашырылырға тейеш ине. Ләкин был закон, бер танышым әйтмешләй, “гауляйтер Ельцин”дың хужаларының планын боҙҙо. Шуның арҡаһында Рәсәй Президенты хакимиәте менән парламент араһында йыл буйы тиерлек тартҡылашыу барҙы. 1992 йылдың 14 июлендә Борис Ельциндың хосусилаштырыу чектары тураһында указы сыҡты. Указды йәшерен әҙерләгән Анатолий Чубайстың аҙаҡ нисек Рәсәйҙең халыҡ (эйе, халыҡ!) депутаттарын оҫта алдағаны хаҡында маҡтанғанын онотмағанбыҙ. Законға ярамаған указды ғәмәлдән сығарыу өсөн Юғары Совет депутаттары уға ҡаршы тауыш бирергә тейеш ине... Ләкин улар июль башында каникулға тарала. Әлбиттә, Руслан Хасбулатовтың теләге булһа, депутаттарҙы ҡайтанан Мәскәүгә йыйыу ҡыйын булмаҫ ине. Яңы указға ярашлы, һәр Рәсәй гражданы бер чекты (ваучер) бушлай ала. Уның номиналы — 20 мең һум. Чубайс халыҡты ышандырыр өсөн, уға ике “Волга” машинаһы һатып алырға мөмкин, тип иғлан итте. Ул заманда был бик ҙур аҡса ине — һәйбәт фатир алып булды.
Ошо алдаҡтан башланған хосусилаштырыу процесы бер йылдан һуң, 1993 йылдың октябрендә, законлы һайланған парламентты танктарҙан аттырыуға килтерҙе. Мөлкәт бүлешеү сәбәпле һәләк булған типһә тимер өҙөрҙәй егеттәрҙе, тарҡалған ғаиләләрҙе ошолай башланған “прихватизацияның” туранан-тура һөҙөмтәһе тип баһаларға кәрәктер.
Хосусилаштырыу мәхшәрен тасуирлап тормайым. Бының шаһиттары бөгөн дә иҫән әле.
Ваучер һүҙе поляк теленән килеп инде. Ул заманда социалистик лагерҙан баҙар реформаларын иң уңышлы башҡарған дәүләт булараҡ Польша иҫәпләнде. Президент Лех Валенса тәғәйенләгән хөкүмәт етәксеһе Бальцерович беҙҙең реформаторҙар өсөн өлгө булып торҙо. Хосусилаштырыуҙы үткәрергә ярҙамға байтаҡ сит ил белгесе йәлеп ителде. Уларҙың араһында төрлө халыҡ-ара мутлашыусыларҙың һәм разведкаларҙың әүҙем ҡатнашыуы бөгөн сер түгел. Әлбиттә, кемдер хосусилаштырыу һөҙөмтәләрен ыңғай баһалар. Мин билдәләп киткән етешһеҙлектәр башлыса иҡтисади күҙлектән ҡаралды. Һәр ижтимағи сараның иғлан ителгән һәм йәшерен маҡсаттары барлығын оноторға ярамай.
Рәсәйҙәге хосусилаштырыуҙың егерме йыллыҡ тарихын баһалап, шуны билдәләргә кәрәк: ул рәсми рәүештә алдына ҡуйған бер маҡсатына ла өлгәшә алманы. Беҙҙе дәүләт милкен һатыу бюджетты тултырыр тип ышандырҙылар, ошо егерме йылда хосусилаштырыуҙан килгән аҡса дәүләт бюджеты килеменең бер (!) процентынан да артманы.
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: Рәсәйҙең иң ҙур предприятиелары уртаса 8 миллион долларға һатылды. Көнбайышта бер пекарня уртаса ике миллион доллар тора. 34 мең кеше эшләгән “Уралмаш” 3,27 миллион долларға, 54,3 мең кеше эшләгән Силәбе трактор заводы 2,2 миллион долларға һатылды. Әлбиттә, бындай хосусилаштырыу быға тиклем донъя тарихында булмаған олигархтарҙы тыуҙырҙы. Уларҙың йыйған байлығын ошо осһоҙ хаҡҡа алынған мөлкәт тәшкил итте. Әлбиттә, ябай кешеләр араһында ла хосусилаштырыуҙан файҙаланып ҡалғандар етерлек. Быны инҡар итеп булмай. Ләкин рәсми органдар хосусилаштырыуҙан отҡан 5 процент ҡына кеше тураһында хәбәр йөрөтһә (ысынында был күрһәткес күпкә аҙыраҡ), йәмғиәттә барлыҡҡа килгән социаль тигеҙһеҙлек Рәсәйҙең яңы тарихында иң йәмһеҙ, ҡырағай күренешкә әйләнде.
Иҡтисади үҫеш бары тик икенсе маҡсат итеп ҡуйылды. Был йәһәттән хосусилаштырыуҙың тәьҫире ҡапма-ҡаршы булып сыҡты. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла иҡтисад был кимәлгә тиклем төшмәгәйне. Хосусилаштырыу бер комплекста булған предприятиеларҙың үҙ-ара бәйләнешен өҙөп, халыҡ хужалығын бөлгөнлөккә төшөрҙө. Рәсәй Көнбайыштың нефть һәм газ сығанағына әйләнде, күп кенә алдынғы тармаҡтар юҡҡа сыҡты. Бөгөн беҙ быны авиакосмос тармағының агонияһында күрәбеҙ. Хосуси милек байтаҡ кире күренештең барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булып тора. Пикалево мажараһы быға асыҡ миҫал. Мәҫәлән, элек бер нисә ҡарауылсы, вахтер менән генә милекте һаҡлай алған предприятиелар үҙҙәренең ҡарауылсылар штатын ҡырҡа арттырырға мәжбүр булды. Бөгөнгө Рәсәйҙә уларҙың дөйөм һаны барлыҡ погонлы кешеләрҙән артып китте. Хосуси милек үҙенә рәсми сиктәр, кәртәләр, бейек стеналар талап итә. Был сик кешене бер-береһенән ситләштерә. Милеккә идара итеү өсөн рәсми документтар юллау ҙа байтаҡ сығым талап итә. Яңы шарттарҙа күп ауыл Советтарында көтөү мәсьәләһен хәл итә алмай йөҙәйҙәр, сабынлыҡтарҙы мал тапап бөтөрә. Урман янғанда халыҡты янғын һүндерергә сығарыу ҙур мәсьәләгә әйләнде. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре лә етди һынауға дусар булды, коллектив саралар (өмә, бушлай ярҙам итеү һ.б.) юҡҡа сыҡты тиерлек. Был йүнәлештә лә хосусилаштырыуҙан әллә ни файҙа булманы.
Хосусилаштырыуҙы баҙар иҡтисады төҙөүҙең төп юлы тип иҫәпләү совет халҡын алдау булып сыҡты. “Һалҡын һуғыш”та еңелгән дәүләт өсөн хосусилаштырыу еңеүселәр иҫәбенә түләнгән контрибуцияның заманса формаһы ғына булып сыҡты. Был контрибуцияға сит ҡулдарға эләккән алдынғы предприятиелар, ҡасҡан капиталдар, төрлө Париж, Лондон клубтары, МВФ кеүек финанс төркөмдәренә түләнгән миллиардтарса һум аҡсаны индерергә була. Шулай уҡ Ҡытай утыҙ йыл буйы баҙар реформаларын бер ниндәй хосусилаштырыуһыҙ ҙа бик уңышлы алып бара.
Йәшәү кимәле донъяла иң юғарыларҙан булған Норвегияла нефть, газ, урман, энергетика һәм металлургия тармаҡтарының дәүләт ҡулында икәнлеге һис тә ғәжәпләндермәй. Тик беҙҙең илдә генә хосусилаштырыуҙан Алланың ҡашҡа тәкәһен яһап маташалар. Власть халыҡҡа тураһын әйтергә ҡурҡты: һуғышта еңелгәс, беҙ стратегик тармаҡтарҙы бөтөрөргә, колониаль хәлгә төшөргә тейеш инек. Бының иң һөҙөмтәле юлы хосусилаштырыу ине.

P.S. Икенсе донъя һуғышында еңелгән Германия ла контрибуция түләргә мәжбүр булды (һаман да түләүҙе дауам итә). Ләкин немец халҡына үҙ дәүләтен Европала ғына түгел, тотош донъяла алдынғылар сафына сығарыу өсөн әллә ни күп ваҡыт талап ителмәгәнен күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ.
Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисадсы.


Вернуться назад