Эшҡыуарҙарға ярҙам буласаҡ29.08.2012
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү буйынса совет рәйесе Илдар Ғималетдинов граждандарҙы ҡабул итте. Уға республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан 17 кеше мөрәжәғәт итте.
Мәҫәлән, ағас эшкәртеү өлкәһендә эшләүсе “Йылайыр урман сәнәғәтселәре союзы” етәкселәре (союз 14 эшҡыуарҙы берләштерә) ер участкалары алыуҙа ярҙам һорай. Былтыр көҙ булдырылған союз төбәктә ошо йүнәлеш буйынса индустриаль парк булдырыуҙы күҙаллай. Ул үҙ эсенә ағасты ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү буйынса сәнәғәт объекттарын аласаҡ. Әле предприятиеларҙа райондың 1,5 мең кешеһе эшләй. Ағас күмере етештереү буйынса завод төҙөлгән, үҫентеләр питомнигы булдырылған. Тик ошо сәнәғәтте артабан да үҫтереү өсөн ер алыу ҙур проблемаға әйләнгән. Илдар Ғималетдинов был мәсьәләне төпләп өйрәнәсәген, яҡын арала үҙе Йылайыр районына сығасағын белдерҙе.
Дәүләкән районынан килгән магазин хужаһы урындағы властарҙың ҡыҫырыҡлауынан ярҙам эҙләй. Унан үҙе һатып алған ер участкаһына төҙөгән ике ҡатлы магазинын емереүҙе талап итәләр. Эшҡыуарҙың төрлө урындарға мөрәжәғәт итеүе һөҙөмтә бирмәгән. “Был осраҡта ла мәсьәләне урында тикшерергә кәрәк”, — тине Илдар Ғималетдинов.
Ҙур федераль селтәрҙең Өфө филиалы етәксеһе легаль булмаған таксистар темаһын күтәрҙе. Уның фекеренсә, был баш ҡала өсөн ҙур проблемаға әйләнеп бара. Административ кодексҡа үҙгәрештәр индереүгә ҡарамаҫтан, алға китеш юҡ.
— Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге ШОС һәм БРИК саммиттары, спорт ярыштары үткәреү күҙаллана. Шуға күрә әлеге проблема көнүҙәккә әйләнә. Беҙҙең ҡалала ышаныслы һәм хәүефһеҙ такси хеҙмәте эшләргә тейеш, — тине Илдар Ғималетдинов һәм яҡын арала советтың был темаға арнап кәңәшмә уҙғарасағын белдерҙе.
Ҡабул итеүгә яңы ғына эш башлаған йәки саҡ тәүәккәлләгәндәр ҙә килгәйне. Кемдер кредит алыуҙа ярҙам һораны, икенселәре ниндәй йүнәлеш отошло булыуы тураһында кәңәшләште. Белорет районында экотуризмды үҫтерергә йыйыныуын белгәс, совет рәйесе йәш эшҡыуарға был йүнәлештең республикала ныҡ таралыуын һәм ярҙам буласағын белдерҙе.
— Беҙ заманса грамоталы бизнес алып барыу яҡлыбыҙ. Йәштәр араһында эшҡыуарлыҡтың үҫеүен күрергә теләйбеҙ. Эшҡыуарҙар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү,
уларҙың проблемаларын хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтеү бындай эштә бик мөһим, — тине Илдар Ғималетдинов.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад