Элеватор... ашлыҡ көтә29.08.2012
Ураҡтың тәүге көндәренән үк кемуҙарҙан сәмләнеп эшләгән хужалыҡтарҙан килгән “ҡыҙыл ылау”ҙар заманы, үкенескә ҡаршы, онотолоп бара. Элек тулы ҡеүәтенә эшләгән элеваторҙар ярым буш бөгөн. Һуңғы йылдарҙа ашлыҡ тапшырыу күләме бермә-бер кәмегәс, күптәренең кәмәһе ҡомға терәлде.
— Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында колхоздарҙан килгән иген уңышы илле мең тоннаға еткән ине. Былтыр Краснокама, Ҡалтасы районы хужалыҡтарынан 10 мең тонна ашлыҡ тапшырҙылар. Быйылғыһын әйтергә телем әйләнмәй, бик аҙ, — тип борсола “Камский” элеваторы директоры Хәмит Ситдиҡов.
Утыҙ алты мең тонна ашлыҡ ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә предприятие үҙ йүнен үҙе күреп йәшәй. Үҙ дәүерендә төньяҡ-көнбайыш төбәктә иң ҡеүәтле элеватор бушап ҡалһа ла, ҡорамалдарҙың эшһеҙ тутығыуына, хеҙмәт коллективының тарҡатылыуына юл ҡуймағандар. Предприятиеның елгәреү, киптереү агрегаттары төҙөк эшләй, келәттәрҙә лә тәртип. Әйткәндәй, буш келәттәрҙе тауар һаҡлау өсөн төрлө ойошмаларға, эшҡыуарҙарға ҡуртымға бирәләр, етештереүҙә һаҡсыллыҡ күҙәтәләр.
— Ашлыҡ тапшырыу күләме аҙайыуының төрлө сәбәптәре бар. Беренсенән, элеккеләй, игенгә дәүләт заказы юҡ. Бер министрлыҡ та хәҙер хужалыҡтарға, ашлыҡты элеваторға тапшырығыҙ, тип бойороҡ бирә алмай. Бөгөн һәр етештереүсе баҙар шарттарына ярашлы тауар хаҡын үҙе билдәләй, һатып алыусыны ла үҙе һайлай. Дәүләт ашлыҡҡа заказсы булыуҙан туҡтағас, элеваторҙарға ла ауыр көндәр килде, күптәре көрсөккә терәлеп хосусилаштырылды. Икенсенән, быйыл йыл ҡоро килеү арҡаһында, ашлыҡ та дымлы түгел. Шуға күрә күп хужалыҡтар, киптереү мохтажлығы булмағас, ашлыҡты елгәреп, туранан-тура келәттәргә һалды, һатыуға ебәрҙе, — тип аңлатты Хәмит Миндиәр улы.
— Һеҙҙең менән даими хеҙмәттәшлек итеүсе хужалыҡтар бармы?
— Краснокаманан “Заря”, “Мир”, “Колос”, Ҡалтасы районынан “Заря”, “Восход”, “Дружба” хужалыҡтарының бер ваҡытта ла беҙгә ашлыҡ килтермәй ҡалғаны юҡ. Иген дымлы, сүпле икән — киптереп елгәртәбеҙ, һаҡлауға һалабыҙ. Әйткәндәй, элеваторға даими иген тапшырыусы хужалыҡтарға ташлама яһайбыҙ. Мәҫәлән, быйыл ғинуарға тиклем ашлыҡ һаҡлаған өсөн аҡса алмаясаҡбыҙ...
Шуныһы: ҡеүәтле предприятиены, уның ҡорамалдарын төҙөк хәлдә тотоу өсөн ашлыҡ һаҡлауға түләнгән аҡса ғына, әлбиттә, аҙ.
Элеваторға тоташтырылған тимер юлы күп финанс мәсьәләләрен хәл итеүгә мөмкинлек бирә. Ҡеүәтле сәнәғәт үҙәге — Нефтекама ҡалаһы предприятиеларының байтағы тауарҙы элеватор тимер юлы аша ебәрә йә иһә ҡабул итә.
Краснокама районы.
Марат МОРАТОВ


Юрий АПТРИЕВ, фермер:
—СССР дәүерендә ҡалҡытылған бындай иҫ киткес ҙур элеваторҙар бөгөн заман талабына яуап бирмәй. Хужалыҡтар үҙҙәрендә киптереү, елгәртеү ҡорамалдарын булдырырға тейеш.
Илгиз СИРАЕВ, хужалыҡ рәйесе:
— Көнбайыш илдәрҙә ваҡ предприятиеларҙы эреләтергә ынтылалар, ә беҙҙә — киреһенсә... Эре элеваторҙарҙы һаҡлап ҡалырға, уларҙы бүлгеләү түгел, яңыртыу, заманса итеү, үҙгәртеү кәрәк.


Вернуться назад