Республикала быйыл тулайым һауым 1,200 миллион тоннанан ашыуҙы тәшкил иткән. Был тәңгәлдә Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондары хужалыҡтары алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙың һәр береһендә 23 мең тоннанан ашыу һөт етештерелгән.
Йыл башынан алып бер һыйырҙан 2670 килограмм һөт һауып алынған (былтырғыға ҡарағанда 265 килограмға күберәк). Ауырғазы, Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө, Саҡмағош райондарында бер һыйырҙан уртаса 3 мең килограмдан ашыу һөт һауып алынған.
Шифалы эсемлек һатыу буйынса әле Саҡмағош һәм Стәрлетамаҡ райондары алда бара. Ауыл хужалығы предприятиеларында тәүлегенә уртаса һауым 11 килограмм тәшкил итә. Саҡмағош районы малсылары ғына көнөнә һәр һыйырҙан 14 килограмдан ашыу һөт һауып алыуға өлгәшә.
Ғ. ХӘБИРОВ.