Аҡсаны ҡайҙа һаҡларға?28.08.2012
Иғтибар! Яңы рубрика: Финанс ғилеме
Финанс ғилеме, иҡтисад серҙәре тураһында күпте беләбеҙме? Ошо өлкәлә эшләгәндәрҙе, эшҡыуарҙарҙы иҫәпкә алмағанда, юҡтыр, моғайын. Сер түгел: арабыҙҙа девальвацияны дефолттан айырмағандар, облигация менән фьючерс кеүек финанс инструменттары тураһында ғүмерендә бер тапҡыр ҙа ишетмәгәндәр ҙә юҡ түгел. Ярай, быларҙы белеүҙең, бәлки, күптәребеҙгә кәрәге лә юҡтыр. Әммә кредит һорап мөрәжәғәт иткәндә, килешеүҙең ниндәй юлдарына күҙ һалырға онотмаҫҡа, эштән бирелгән пластик картаның ниндәй өҫтөнлөктәре бар, аҡсаны банктан башҡа тағы ниндәй ойошмаларҙа һаҡларға була, нимә ул интернет-банкинг – ошо һәм башҡа бик күп һорауға яуап табыу тормошобоҙҙо күпкә еңеләйтер, байтаҡ ҡатмарлыҡтан ҡурсалар ине, эйе бит?!
"Башҡортостан" гәзите үҙ уҡыусыларына ярҙамға килергә әҙер – бөгөн "Финанс ғилеме" рубрикаһы асыла. Аҡсаны һанап өйрәнергә беҙгә лә ваҡыт, көрсөк янаған хәүефле осорҙа бигерәк тә. Рубрикала финанс һәм иҡтисад өлкәһенән һәр кемгә файҙалы мәғлүмәттәр һәм миҫалдар урын аласаҡ. Гәзит уҡыусыларыбыҙ үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап табыр тип өмөтләнәбеҙ.
Аҡсаһын инфляциянан бер аҙ һаҡлап, процентлы килем алырға теләгән һәр кем банкта вклад алырға хаҡы бар. Ваҡыты буйынса аҡса һалыуҙың (вкладтың) төп ике төрө бар. Тәүгеһе — хужаһының талабы буйынса түләнә торғаны, икенсеһе — килешеүҙә билдәләнгән ваҡыт үткәс кенә ҡайтарылғаны.
Талап буйынса ҡайтарып бирелә торған вклад ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү өсөн уңайлы. Сроклы вклад билдәле бер ваҡытҡа асыла, ләкин, Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексына ярашлы, уны ла теләгән мәлдә алырға мөмкин. Тик был осраҡта проценттар түләнмәй.
Аҡсаны һумдарҙа, сит ил валютаһында, мультивалютала һаҡларға була.
Банкта вклад асыр алдынан уның төп күрһәткестәре, күләме, срогы, валютаһы хаҡында ныҡлап уйлау зарур. Аҡсағыҙ күп икән, уны бер нисә банкта һаҡларға кәңәш ителә. Ошо рәүешле юғалтыу хәүефен кәметерһегеҙ.
Банкта вкладты күпме ваҡытҡа асыуҙы үҙегеҙ билдәләйһегеҙ. Аҡсаны ни тиклем оҙаҡҡараҡ һалһағыҙ, килеме лә шул тиклем күберәк буласаҡ. Процент ай һайын, квартал һайын, срок аҙағында йәки килешеүҙә әйтелгән башҡа ваҡытта өҫтәлә. Уны шулай уҡ айырым иҫәпкә күсертергә мөмкин. Процент өҫтәү һәм түләү тәртибе вкладтың килемлелегенә йоғонто яһай.
Аҡса һаҡлау буйынса мәғлүмәт банк офистарында, уның Интернеттағы сайтында бирелә.
Халыҡтың банктағы аҡса һаҡламы “Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ” дәүләт корпорацияһында мотлаҡ страховкаланырға тейеш. Страховкалау системаһы, банк бөлгөнлөккә төшкән осраҡта, зыянды ҡаплау мөмкинлеген бирә. Теге йәки был банкта аҡсағыҙҙың страховкаланыуы тураһындағы мәғлүмәтте агентлыҡтың 8-800-200-08-05 телефоны аша (шылтыратыу бушлай) йәки www.asv.org.ru сайтында белергә була.
Юридик шәхес булдырмайынса, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән кешеләрҙең банк иҫәбендәге аҡсаһы (әгәр был иҫәп ошондай эшҡыуарлыҡҡа бәйле асылһа);
аҡса һалыуҙы иҫбатлаған документ тәҡдим иткән кеше иҫәбенә асылған банк вкладтарына урынлаштырылған, шулай уҡ һаҡлыҡ сертификаты һәм һаҡлыҡ кенәгәһе менән раҫланған аҡса;
банктың ышаныслы идарасыһына халыҡтың тапшырылған аҡсаһы;
Рәсәй банктарының сит илдәрҙәге филиалдарындағы аҡса;
эйәһеҙ металл иҫәптәрендәге аҡса;
электрон аҡса страховкаланмай.
Банктың тейешле операцияларҙы тормошҡа ашырыуға лицензияһы ғәмәлдән сығарылған, кредиторҙар талаптарын ҡәнәғәтләндереүгә мораторий индерелгән осраҡта страховка түләнә. Уның күләме һалынған аҡсаға тиң (әммә 700 мең һумдан артмаясаҡ). Шулай уҡ ошо көнгәсә йыйылған проценттар ҙа өҫтәлә. Юғалған аҡсаны ҡаплауҙы һорап, Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡҡа йә ошондай вәкәләт бирелгән банк-агентҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Аҡса, ҡағиҙә булараҡ, страховка башланған мәлдән 14 көн эсендә түләнә.
Эшҡыуарҙарҙың һәм ойошмаларҙың банкка һалынған аҡсаһы страховкаланмай.