“Башнефтегеофизика” асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан ойошма хеҙмәткәрҙәре “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына йыйылды. Коллективты байрамдары менән Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡалар тәбрикләне.
Предприятие — илдәге өлкән һәм ҙур нефть ятҡылыҡтарын табыусы геофизик ойошмаларының береһе. Улар йөҙгә яҡын ятҡылыҡ асҡан, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Бөгөн коллективта 5 меңгә яҡын кеше хеҙмәт итә.
Залда коллективтың алдынғы хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм йәштәр, ғалимдар һәм инженерҙар йыйылғайны.
Владимир Балабанов барыһын да республика етәкселеге исеменән ҡотланы.
— Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ республика ғына түгел, ә ил кимәлендә юғары баһалана. Тырышлығығыҙ, үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы булыуығыҙ һөҙөмтәһендә Волга менән Урал араһында ҡеүәтле сеймал базаһы булдырылды, ул ҡасандыр Советтар Союзында сәнәғәттең ныҡлап үҫешенә булышлыҡ итте, — тине Владимир Балабанов. — Бөгөн бында данлыҡлы йолаларҙы дауам итәләр. Һеҙҙең тырышлыҡ менән нигеҙҙә аграр булған еребеҙ илдә алдынғы индустриаль төбәккә әйләнде. Иң мөһиме — һәр яңы ятҡылыҡ, яңы етештереү, эш урындары, яңы ҡала һәм ауылдар барлыҡҡа килтерҙе.
Унан һуң предприятиеның алдынғы хеҙмәткәрҙәренә республиканың юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Берәүҙәр Башҡортостандың Почет Грамотаһы менән бүләкләнде, икенселәргә атҡаҙанған нефтсе, иҡтисадсы исемдәре бирелде.
“Башнефтегеофизика”ны байрамы менән ҡотлаусылар бихисап ине. Шул иҫәптән баш ҡала мэры Ирек Ялалов, йәмғиәттең генераль директоры Йәүҙәт Адиев һәм башҡалар сығыш яһаны. Һәр кем уларҙың эшмәкәрлеген юғары баһаланы, ил үҫешенә индергән өлөшөн билдәләне.
Ә. ИЛДУСОВА.