Ҡорт ҡараһаң, ул һине ҡарар25.08.2012
Ҡорт ҡараһаң, ул һине ҡарарХозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ҡаранйылға ауылы. Бында йәшәүселәргә умартасылыҡ менән шөғөлләнеүҙе Хоҙай үҙе ҡушҡан. Ауылды төрлө яҡлап бейек-бейек тауҙар, текә тарлауыҡтар, ҡалын урмандар уратып алған. Урмандарында бал биреүсе мең төрлө хуш еҫле сәскәләр үҫә. Төп байлыҡ — йүкә урмандары ла эргәлә генө. Ауылды ҡап уртаға бүлеп аҡҡан Ҡаранйылға шишмәһе, эргәһенән йыландай борғаланған Мәндем йылғаһы ла умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн тик ҡулай ғына.
Халыҡтың төп кәсебе электән умартасылыҡ булған. Ҡаранйылға шишмәһе һыуын эсеп үҫкән, донъяға билдәле ғалим Жәлил Кейекбаевтың атаһы Ғиниәтулла мулланың да оҫта умартасы булыуы билдәле. Уның йөҙәр башлап солоғо һәм түмәр умарталары булған. Мәхмүт Вәлиев, Әсҡәт Суфиянов, Сәйфетдин Вәлиев, Хәсәйетдин Вәлиев, Шәһит Әхмәтшин, Йәмниха Вәлиев, Марат Ғәзизов, Әҡсән Суфиянов, Ғәбдехаҡ Суфиянов, Мөхәмәтдин Ғәзизов, Рамаҙан Вәлиев, Ҡазыхан Вәлиев, Ҡотдос Суфиянов кеүек умартасыларҙың исемдәре тирә-яҡ халҡына яҡшы таныш. Ауылдағы йәшерәк быуын да ата-бабаларының эшен лайыҡлы дауам итә. Бөгөн шуларҙың береһе Риназ Вәлиев менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсымын.
Риназдың атаһы Рамаҙан, уның атаһы Йәмниха, йәғни бер нисә быуынлыҡ умартасылар сылбыры теҙелеп китә. Атанан күргән уҡ юнған, тигән кеүек, улдары аталарынан күреп, ошо һөнәргә өйрәнеп үҫә. Өс ҡыҙы араһында үҫкән Риназды умартасылыҡ серҙәренә өйрәтә. Малай ҙа бәләкәйҙән бик теремек, сос була. Атаһына эйәреп биш-алты йәштә саҡта уҡ ҡорт ҡарашып йөрөй. Ә IV класты тамамлаған йылда ата-әсәһе бесәндә саҡта ҡорт айыра башлай, уға тәү башлап үҙ алдына күс һоҫорға тура килә. Ошонан һуң башлана ла инде уның умартасылыҡ стажы. Бейеүсе бейей-бейей оҫтара тигән кеүек, тора-бара уның тәжрибәһе арта, бал ҡорттарына көндән-көн нығыраҡ ылыға. Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағандан һуң уҡырға ҡайҙа барырға тигән һорау борсомай уны, ауыл ерендә төпләнеп, умартасылыҡ менән етди шөғөлләнергә ҡарар итә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Ошо хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, мәктәптән һуң Красноусолда 130-сы һөнәрселек училищеһында тракторсы, водитель һөнәрҙәрен үҙләштерә. 1997 йылда иһә әрме сафына алалар. Башта уға илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә һалдат һурпаһын татырға тура килә. Бер йыл буйы өйрәтелгән, хәрби техниканы төплө үҙләштергән егетте Чечен Республикаһына ебәрәләр. “II Чечня һуғышы” булараҡ тарихҡа инеп ҡалған был ҡанлы бәрелештең уртаһында ҡайнарға, йәшләй генә үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә йәш һалдатҡа. Ҡанлы ғәрәсәттән иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡандан һуң, йәнә яратҡан шөғөлөнә — умартасылыҡҡа тотона. 2006 йылда Сәйетбабаға китапханасы булып эшкә килгән Уҫман ауылы һылыуы Гөлшат менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ҡыҙ был тарафтарға Өфө китапхана техникумын тамамлап килә. Һуңғараҡ ситтән тороп Силәбе мәҙәниәт академияһын тамамлай. Йәштәр гөрләтеп йәшәп алып китә. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы ҡыҙҙары Азалия, улдары Алмаз тыуа. Бөгөн иһә улар матур итеп донъя көтә, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, умарта тота.
Риназдың ата-әсәһе Рамаҙан ағай менән Фәйрүзә апай ауылда өлгөлө ғаилә иҫәпләнә. Уларҙың береһенән-береһе тәртипле, тәрбиәле балалары күптәргә өлгө булырлыҡ. Ә Рамаҙан ағай үҫтергән баҡсала ниндәй генә емеш ағасы юҡ! Бер нисә төрлө алма, груша, ҡарағат, сейә, крыжовник тиһеңме, беҙҙең яҡтарҙа бик һирәк осрай торған маньчжур сәтләүеге, виноград тиһеңме — барыһы ла бар. Һәр береһенә Рамаҙан ағайҙың күңел моңо һеңгән, әсе тире тамған. Эйе, умартасы кеше бал ҡортонан да егәрлерәк була. Рамаҙан ағай менән Фәйрүзә апай улдарына ошо сифаттарҙы бирергә тырышҡан.
— Иллеләп баш умарта тотабыҙ. Быйыл бал юҡ тип әйтеп булмай, сәскәнекен дә, йүкәнекен дә алдыҡ. Хәҙер тормош иптәшем Гөлшат та ярҙам итешә, үҙ алдына ҡорт һоҫҡаны ла бар, икәүләшеп күпкә еңелерәк, — ти Риназ.
Эйе, тигеҙ тартҡанда ғына йөк еңел була. Вәлиевтәр тормош йөгөн тигеҙ тартырға тырыша, шуға ла донъялары теүәл, матур. Сит илдә етештерелгән еңел автомашиналары, өҫтәүенә бесән, утын килтереү өсөн йөк машиналары бар. Киләсәктә трактор алырға ла уйҙары юҡ түгел. Ҡорт ҡараһаң, ҡорт һине ҡарар, тиҙәр. Үҙе йәш тә, тәжрибәле лә умартасы был хәҡиҡәтте хәтерендә ныҡлы тота.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Ғафури районы.


Вернуться назад