Ҡандалаҡбаш ауылы тәбиғәттең ғәжәп матур мөйөшөндә урынлашҡан. Йүкә урманы, болон, туғайҙар. Әйтерһең дә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн генә яратылған... Был төбәктә йәшәүселәр тәбиғәттең уңайлы шарттарын, мөмкинлектәрен оҫта файҙалана, бында умарта тотмаған кеше һирәктер.
Күп көс, тырышлыҡ, сабырлыҡ талап иткән, әммә нескәлектәрен белеп, дөрөҫ алып барғанда үҙен аҡлаған шөғөл Рауил ағайҙың төп табыш сығанағы ғына түгел, йәшәү рәүешенә лә әүерелгән.
Ауыл хужалығы институтын тамамлағас, звено етәксеһе лә, бригадир ҙа, ауыл Советы рәйесе лә, баш агроном да булып эшләргә тура килә уға. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, ҡыйынлыҡтар тыуа. Совхоз аҡса түләмәй башлай, тора-бара бөтөнләй тарҡала. Хужалыҡтың умарталығы ла ташландыҡ хәлдә ҡала. Үҙенең умарталығын булдырыу уйы менән әллә ҡасандан янып йөрөгән Рауил Зәки улы, совхоздың 28 умартаһын һатып алып, ата-бабаларыбыҙҙың быуындан быуынға күсә килгән боронғо кәсебенә тотона. Оҙаҡ йылдар ҡортсолоҡҡа бар көс-зиһенен һалған умартасы ярайһы уҡ тәжрибә туплаған.
— Әсәйем яҡлап олатайым ғүмер буйы ҡорт тотто, татлы ризыҡтан улар бер ҡасан да айырылманы, — тип һүҙен башланы Рауил ағай. — Шуғамылыр, ауылдағы бала-саға уны “бал бабай” тип йөрөттө. Унда йыш була инем һәм был шөғөл күңелемә ятты.
Ысынлап та, бәләкәйҙән олатаһының бал ҡортон нисек тәрбиәләгәнен ҡарап, уға ярҙамлашып, кәсеп серҙәрен өйрәнеп үҫкән кешенең ҡанында нисек “баллы эҙ” ҡалмаһын инде!
2002 йылда умарта һанын 120 башҡа еткерә, ләкин ауырыуҙан бал ҡорттары күпләп үлә, бары 38-е генә иҫән ҡала. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй ул, киреһенсә, сәмләнеп тотона. Ошо көнгә тиклем үҙенең умарталығында татлы ризыҡ алыу эшен уңышлы алып бара ул. Бөгөн дә 120 умарта тота.
— Уҙған йыл уңышлы булды, биш тоннанан ашыу бал алдым. Ә быйыл, киреһенсә, аҙыраҡ, быға тәбиғәт шарттары йоғонто яһағандыр. Күптән түгел бал айырттыҡ, бер умартанан яҡынса 25 килограмм сыҡты, — ти бөтмөр хужа.
Уңыштың булыуы — бер бәхет, уны “тере аҡса”ға әйләндерәһе лә бар бит әле. Был йәһәттән Рауил ағайға ҡыйынлыҡ юҡ тиерлек. Йүкәнән, сәскәнән йыйылған саф башҡорт балы һәр ерҙә лә үтә. Ғөмүмән, Рауил Зәки улының даими һатып алыусылары бар. Хужа бал ҡорттарына бөтә уңайлы шарттар тыуҙырған. Ҡышҡылыҡҡа ҡорттар келәткә урынлаштырыла. Әлбиттә, улар имен-һау ҡышты үткәрһен өсөн умарталарҙа балды ла етерлек ҡалдырыу зарур. Ҡомһоҙланып, тейешенсә ризыҡ ҡалдырмаған кешеләрҙең бал ҡорттары ҡышты сыға алмайынса йән биргәнен дә яҡшы хәте»рләй Рауил ағай.
— Бал ҡортон да тәрбиәләргә кәрәк. Умартасы уға һәйбәт, уңайлы шарттар булдырырға тейеш. Ҡайһы саҡта бер көндә 20 ғаилә күс айыра, уны ҡарап, осоп китмәһен өсөн күҙәтеп кенә торабыҙ. Шулай тырышҡанда ғына бал алырға була, — тип һүҙҙәрен ҡеүәтләй ул.
Рауил Нәбиев өсөн умартасылыҡ табыш ҡына түгел, ә күңел йыуанысы ла, яратып башҡарған шөғөл дә, тәбиғәт менән серләшеү ҙә. Уның һүҙҙәре буйынса, ниндәй генә эшкә тотонһаң да, иң тәүҙә табыш тураһында уйлау кәрәкмәйҙер. Күңел биреп эшләһәң, дәртең, теләгең бар икән, сифатлы һәм яҡшы башҡарылған эш һуңынан һөҙөмтәһе менән ҡыуандырасаҡ.
Лира ГӘРӘЕВА
Баҡалы районы.