Хәлил БАРЛЫБАЕВ: “Ауырлыҡтарҙың төп сәбәбе — ғәҙеллектең юғалыуы”24.08.2012
Хәлил БАРЛЫБАЕВ: “Ауырлыҡтарҙың төп сәбәбе — ғәҙеллектең юғалыуы”Халҡыбыҙҙа бик матур йола бар: ҡунаҡты ҡаршылап, һый-хөрмәт күрһәтеп, матур итеп оҙатыу. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы ла беҙҙең тарафҡа юлы төшкән арҙаҡлы шәхестәрҙе, абруйлы белгестәрҙе саҡырып алып, “түңәрәк өҫтәл”дәр, тура бәйләнештәр ойоштора, күптәрҙе борсоған, ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр буйынса әңгәмәләр үткәрә. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ — Мәскәүҙә эшләгән билдәле ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисад һәм философия фәндәре докторы, профессор, гәзиттең даими авторы Хәлил БАРЛЫБАЕВ. Һөйләшеүҙә иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов, дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Даян Мәжитов, иҡтисад бүлеге хәбәрсеһе Рәлис Ураҙғолов ҡатнашты.
ҠЫҪҠАСА БЕЛЕШМӘ:
Хәлил Әбүбәкер улы Барлыбаев 1944 йылда Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлағас, төрлө йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында, Башҡортостандың Министрҙар Советында эшләгән, республиканың Мөлкәт фонды, Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты булған. Бөгөн — Рәсәйҙең дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры, “Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы” тигән маҡтаулы исемгә эйә.
Даян МӘЖИТОВ:
— Хәлил Әбүбәкер улы, һеҙ ҡунаҡҡа шундай матур көндә — “Башҡортостан” гәзитенең донъя күреүенә 95 йыл тулған саҡта — килдегеҙ. Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә танылған, донъя кимәлендә фекер йөрөткән иҡтисад белгесе булыуығыҙҙы иҫәпкә алып, һөйләшеүҙе ошо юҫыҡта алып барырға иҫәбебеҙ. “Ил иҡтисады бер нисә тиҫтә йыл элек ниндәй хәлдә ине һәм әле ҡайҙа бара?” тигән һорауға яуап эҙләйек.
Хәлил БАРЛЫБАЕВ:
— Сараны башлар алдынан редакция хеҙмәткәрҙәрен, гәзит уҡыусыларҙы матур юбилей айҡанлы ҡотларға теләйем. Артабан да төплө мәғлүмәттәр биреп, халҡыбыҙҙың аңын юғары күтәреп, уңышлы эшмәкәрлек итегеҙ. Интернет һәм телевидениеның киң таралыуына ҡарамаҫтан, гәзит үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Уҡыусыларығыҙҙың күпселеге ауыл ерендә йәшәй, уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәһегеҙ. Беҙ ҙә бит “Пионер” журналын, “Ленинсы” һәм “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрен уҡып үҫтек. Гәзит бөгөн төп традицияларына тоғро ҡала, халыҡ алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәй.
Даян МӘЖИТОВ:
— Иҡтисад буйынса байтаҡ монографияғыҙ сыҡты, айырым хеҙмәттәрегеҙ баҫылып тора. “Башҡортостан” гәзитендә лә мәҡәләләрегеҙ донъя күргеләй. Бөгөн күптәрҙе шул һорау борсой: “Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү мәсьәләһе хәл ителгән, ләкин артабанғы иҡтисади юлыбыҙ нисек булыр?” Ошондайыраҡ тема буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр үтте, ҡайһы берәүҙәр гәзит аша был йәһәттән дәғүәләрен белдерҙе, фекерҙәрен әйтте. Һөйләшеүҙе башлар алдынан, республиканың юғары даирәләрендә оҙаҡ йылдар эшләгән кеше булараҡ, үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтеүегеҙҙе теләр инек.
Хәлил БАРЛЫБАЕВ:
— Мәскәү дәүләт университетынан һуң БДУ-ға ассистент булып эшкә ҡайттым. Ошонда иҡтисад буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҙылды, 1991 йылда уны уңышлы яҡланым. Ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент булып эшләнем. 1990 йылда республиканың Министрҙар Советына иҡтисад бүлеге мөдире итеп алдылар. Бының сәбәбе “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең 1989 йылдың ноябрендә уҙған беренсе ҡоролтайы булды. Йыйында Рәшит Шәкүр сәйәсәт хаҡында сығыш яһаһа, мин иҡтисад буйынса телмәр тотҡайным. Әйткәндәй, ул “Башҡортостан” гәзитендә лә баҫылып сыҡты. Шунан күп тә үтмәне, декабрҙә мине Министрҙар Советы рәйесе Марат Мирғәзәмов саҡырып алды ла: “Сығышыңдағы маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға бында киләһеңме?” — тип һораны. Риза булдым. 1991 йылдың ғинуарынан эш башланым.
Белеүегеҙсә, 1991 йылда Федератив договор төҙөлдө. Унан алдараҡ Союз договорын әҙерләү менән шөғөлләнгәйнек. Зөфәр Еникеев менән икебеҙ ошо маҡсатта делегат сифатында Мәскәүҙә лә эшләп ҡайттыҡ. Бик шәп документ ине, тик ГКЧП уның тамырына балта сапты — ҡултамғалар ҡуйылманы. Килешеү ҡабул ителһә, моғайын, СССР тарҡалмаҫ та ине. Оборона, тышҡы эштәр, финанс мәсьәләләре Союз ҡарамағында ҡалһа, башҡаһын республикалар үҙаллы хәл итер, Башҡортостан союздаш республика кимәленә күтәрелер ине...
1992 йылда Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла Мөлкәт фонды төҙөлдө. Мине уның рәйесе итеп ҡуйҙылар. Республика башлығы Мортаза Рәхимов саҡыртып алып: “Хәлил, был — яңы йүнәлеш, уны төҙөүҙе, эшен алып барыуҙы һинән башҡа кеше булдыра алмаҫ. Фондҡа етәкселек итерһең”, — тигәс, баш тартманым. 1995 йылға тиклем шунда эшләргә тура килде. 1994 йылда Юғары Совет Президиумы ҡарамағындағы фонд менән Министрҙар Советы ҡарамағындағы милек комитеты берләште. Башҡортостандың Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты булдырылды, уның рәйесе итеп мине тәғәйенләнеләр. Тора-бара республика байлығы өсөн тартҡылашыусылар күбәйҙе, тегеләргә ҡамасаулап ултырғас, төрлө ысулдарын табып, мине шымдырырға тырыштылар. Үҙем дә власҡа йәбешеп ятмай инем, өҫтәүенә БДУ-ның ул саҡтағы ректоры Рәғиб Ғимаев үҙе янына эшкә ҡайтырға саҡырғас, 15 йылдан ашыу хеҙмәт иткән университетыма проректор булып киттем. Иҡтисад буйынса проректор вазифаһында дүрт йыл эшләнем.
1994 йылдың көҙөндә мине Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәттеләр. Һайланғас, декабрҙән илдең закондар сығарыу органында эш башланым.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Мөлкәт фондындағы, Дәүләт милке комитетындағы эшегеҙҙе бөгөнгө күҙлектән нисек баһалайһығыҙ? Билдәле булыуынса, республикала хосусилаштырыуҙың үҙенсәлекле юлы һайланып, махсус йүнәлеш барлыҡҡа килгәйне...
Хәлил БАРЛЫБАЕВ:
— Тамсы ла үкенесем юҡ. Республикабыҙ, халҡыбыҙ өсөн тырыштыҡ. Ватансылыҡ тойғоһо көслө булды, шуға ла төп маҡсатыбыҙ республика байлығын һаҡлап ҡалыу ине. Төрлө юлдарҙы эҙләнек.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ:
— Ер пайы тураһында бөгөн күп һөйләйбеҙ. Ысынлап та, ул — иң ҙур байлығыбыҙ. Ә бына мөлкәт пайы хаҡында яҙа-йоҙа ишетеп кенә хәбәрҙарбыҙ, күбебеҙ хатта белмәй. Шул уҡ ваҡытта Ырымбурҙа, мәҫәлән, дөйөм хужалыҡтар тарҡатылғас, милке урындағы халыҡҡа бүлеп бирелгән. Беҙҙә ундай тәжрибәгә эйә берҙән-бер урын — Федоровка районының Батыр ауылы. Шул замандарҙа мәсьәләне һуҙып йөрөп, кешене милектән мәхрүм итмәнекме икән?
Хәлил БАРЛЫБАЕВ:
— Төбәк байлығын үҙебеҙҙең халыҡ ҡулында ҡалдырыу өсөн күп көс һалдыҡ. Был турала “Башҡортостан” гәзитендә былтыр октябрҙә яҙып сыҡтым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөлкәтте тәләфләп бөттөләр. Барлыҡ предприятиеларҙың акцияларын Хөкүмәт ҡулына алғайныҡ бит. Ә колхоз-совхоздарҙы тарҡатманыҡ, шәхсән үҙем уға ҡаршы указ әҙерләүҙә ҡатнаштым. Һаҡлап ҡалыуға өлгәштек, тик артабан был йүнәлештә ныҡ ҡына эшләргә кәрәк булған. Кооперативтар төҙөп, үҙгәртеп ҡорорға мөмкин ине.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Ишетеүемсә, ул саҡта ошондайыраҡ тәҡдим яһалған: уңышлы эшләгән колхоз рәйестәренә 500-әр гектар ер бүлеп бирһәгеҙ, күмәк хужалыҡтар артабан да йәшәр. Ысынлап та шулай булдымы?
Хәлил БАРЛЫБАЕВ:
— Тәҡдимдәр күп булды. Беҙ, ҡабатлап әйтәм, колхоз-совхоздарҙы тарҡатманыҡ. Бөтәһен дә таратып, хосусилаштырыу хаҡында Ельциндың указы булһа ла, беҙ, киреһенсә, һаҡлап ҡалдыҡ. Әйткәнемсә, артабан эшләргә, яңы алымдарҙы камиллаштырырға ғына кәрәк ине. Бурысты аҙағынаса атҡарырға кадрҙар етешмәүе ҡамасаулағандыр, белем менән тәжрибә самалыраҡ булғандыр. Төрлө кимәлдәге етәкселек тирәһендә ҡуштандар, йәбешкәктәр йыйыла башлағайны. Билдәле, уларға эштең һөҙөмтәһе түгел, ә байлыҡ ҡына кәрәк. Мөлкәт шулай таралды...
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Бүтән төбәктәрҙә милеккә бәйле ҡылынған енәйәттәр хаҡында күп ишеттек. Беҙҙә хәлдәр нисек ине?
Хәлил БАРЛЫБАЕВ:
— Беҙҙең мөлкәттең 80 проценты самаһы дәүләт ҡарамағында булды. Башҡаларҙа иһә яҡынса 60 процент шәхси милек һаналды. Хосусилаштырыу ваҡытында төрлө структуралар, хатта рәсми органдарҙа ултырғандар араһында ла милек өсөн бер-берең менән һуғышыуға, енәйәттәргә юл ҡуйылды.
“Эш” бик үҙенсәлекле барҙы. Рәсәйҙә миллиондарса хосусилаштырыу чегы барлыҡҡа килде. Милекте бүлгәндә, ситтән килгән ҡағыҙҙарға әһәмиәт бирмәй, үҙебеҙҙекеләргә тараттыҡ. Шуға күрә, ил буйлап вагон менән чек тейәп йөрөһәләр ҙә, беҙгә инә алманылар. Хәҙерге олигархтар шул заманда баш ҡалҡытты ла инде...
Рәлис УРАҘҒОЛОВ:
— Дәүләт Думаһында башҡарған эштәрегеҙгә, фән өлкәһендәге хеҙмәттәрегеҙгә туҡталып үтһәгеҙ ине. Дәүләт эшмәкәре булыу фән, ижад менән шөғөлләнергә ҡамасауламаймы?
Хәлил БАРЛЫБАЕВ:
— Дәүләт Думаһында эшләгәндә “Тотороҡло үҫеш” комиссияһы рәйесенең урынбаҫары булдым. “Тотороҡло үҫеш һәм глобалләшеү” темаһына инеп киттем дә 2001 йылда — беренсе, 2002 йылда икенсе китабымды сығарҙым. Депутатлыҡ вәкәләттәренең ваҡыты үткәс, 2004 йылда Рәсәй Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына профессор булып эшкә килдем. Һигеҙ йыллыҡ эш дәүерендә байтаҡ ғилми хеҙмәт яҙҙым, китаптар баҫтырҙым. Был темалар буйынса эшләй торғас, философия проблемаларына туҡталдым. Фекерҙәремде халыҡҡа еткереү, тормошҡа ашырыу өсөн былтыр философия фәненән диссертация яҡланым. Шул фәнгә ныҡлы тотонорға тип, февраль айынан Мәскәү Фәндәр академияһының философия институтына әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр булып эшкә барҙым. Академияла профессормын.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Бөгөн илдә алып барылған сәйәсәткә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бар. Уның сәбәбе нимәлә икән?
Хәлил БАРЛЫБАЕВ:
— Һуңғы егерме йыл эсендә “ғәҙеллек” тигән матур төшөнсәгә иғтибар итмәй башланылар, юрамал күрмәмеш булалар. Ошонда яталыр бер сәбәп.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Аҡса хакимлыҡ иткән заманда ғәҙеллеккә урын ҡаламы?
Хәлил БАРЛЫБАЕВ:
— Ҡайһы бер осраҡта айырым кешеләр түгел, ә аҡса етәкселек итә шул.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ:
— Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы йылдарында уҡ Американың Европалағы разведка етәксеһе Аллен Даллес рухи ҡиммәттәрҙе, кешелектең яҡшы сифаттарын бөтөрөп, халыҡты аҡсаға табындырыу тураһында махсус доктрина сығарған. Ошо ысул менән генә СССР-ҙы, Рәсәйҙе еңеп булыр, тигән ул. Хәҙер халҡыбыҙҙы аҡса ҡоло итеп, төп ҡиммәттәрҙән айырыу бармаймы, Даллес программаһы яйлап тормошҡа ашырылмаймы? Бәлки, глобалләштереү тигән булып, аҫтыртын сәйәсәт алып барылалыр?
Хәлил БАРЛЫБАЕВ:
— Донъя бер төҫлө, бер яҡлы ғына түгел. Глобалләштереүгә бер күҙлектән генә ҡарарға ярамай: киреһе менән бергә яҡшы яҡтары ла бар. Кире тәьҫире күберәктер, сөнки ҡайһы бер ил сәйәсмәндәре, иҡтисадсылары глобалләшеүҙе үҙ файҙаһына йүнәлтергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта уның аша донъяны яуларға маташалар. Глобалләшеү булмаһа, өҫтәлдә — компьютер, урамда машина тормаҫ ине. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ул процесс иректе, ғәҙеллекте, халҡыбыҙҙың традицияларын юҡҡа сығара. Шуға ла беҙҙең өсөн зыяны күберәктер.
Даян МӘЖИТОВ:
— “Инвестиция”, “инвестор” тигән һүҙҙәргә шикләнеп ҡарамайһығыҙмы? Алдан әйтеүебеҙсә, бөтөн нәмәгә аҡса идара итә. Тимәк, инвесторҙарҙан аҡса килә икән, күпмелер кимәлдә яуланған үҙаллылыҡ юҡҡа сыға түгелме?
Хәлил БАРЛЫБАЕВ:
— Аҡса ағылыу менән бергә халыҡтың, илдең бойондороҡһоҙлоғо, мөстәҡиллеге бөтмәй, ә, бәлки, кәмей генә. Инвесторҙың да төрлөһө бар. Әйтәйек, акциялар һатып алып ҡына инвестиция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеп була. Шулай уҡ аныҡ тауар, станок һатып алып ҡуйырға, йәғни финансты етештереү тармағына йүнәлтергә мөмкин. Беҙгә ана шул завод, фабрика төҙөүҙән бигерәк ҡиммәтле ҡағыҙҙар алыу ниәтендә киләләр. Ҡағыҙҙар аныҡ сәнәғәт етештереүсәнлегенең 10 процентын ғына тәьмин итә, ә ҡалған 90 процентының файҙаһы юҡ. Шуға ла ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатыуҙан илдең байлығы артмай, иҡтисады күтәрелмәй.
Даян МӘЖИТОВ:
— Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында төбәк байлығын үҙебеҙҙең халыҡтың ҡулында ҡалдырырға тырыштыҡ, тинегеҙ. Шул саҡта ситтән инвесторҙар күберәк килгән булһа, хәҙер байыраҡ йәшәмәҫ инекме?
Хәлил БАРЛЫБАЕВ:
— Республика мөлкәтен ошо ерҙә йәшәүселәр генә бушлай алырға тейеш тигән принципты тоттоҡ. Шуның арҡаһында мөлкәт бушлай ситкә китмәне, үҙебеҙҙә тороп ҡалды. Әйткәнемсә, халыҡҡа 20 процентын бирҙек, 80-е дәүләттә ҡалды. Һәр кешегә 10 мең һумлыҡ чек тейеш ине, беҙ мөлкәтте 40-ар мең итеп тараттыҡ. Ҡалған мөлкәт иҫәбенә ситтән инвесторҙар йәлеп итергә мөмкинлек булды.
Даян МӘЖИТОВ:
— Хәлил Әбүбәкер улы, юҡ ваҡытығыҙҙы бар итеп редакцияға килгәнегеҙ һәм һорауҙарыбыҙға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн оло рәхмәт! Артабанғы эшегеҙҙә һәм тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар, һаулыҡ насип итһен һеҙгә!

Рәлис УРАҘҒОЛОВ яҙып алды.


Вернуться назад