Арыш сәсеү башланды!23.08.2012
Урып йыйыу эштәре тамамланып та бөтмәй, игенселәр арыш сәсеүгә тотона. Был культура һис ҡасан үҙен һынатҡаны юҡ. Ләкин һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ һағайтып та ҡуйҙы. Быйыл, мәҫәлән, Рәсәйҙә уны алдағы йылдарҙағынан 30 процентҡаса аҙыраҡ сәсергә кәрәк, тигән тәҡдимдәр ҙә ишетелә. Ата-бабабыҙ ғүмер буйы арыш икмәгенә өҫтөнлөк биреп йәшәһә, хәҙер иһә ул күберәк мал аҙығы өсөн сәселә. Ваҡытында һөрөлгән, эшкәртелгән ергә төшкән орлоҡ ҡышҡылыҡҡа тамыр ебәреп ҡаласаҡ, ҡар һыуҙарына туйынып, нығынған ужым ҡоро йәйҙә лә бирешмәйәсәк.
Ошо көндәрҙә яуып үткән ямғырҙар был культураларҙы сәсеп ҡалыуға өмөт уятты. Тимәк, республикала планлаштырылған 550 мең гектарҙа ужым культуралары (шул иҫәптән, 430 мең гектарҙа арыш, 100 мең — бойҙай, 20 мең гектарҙа третикале) сәселәсәк. Иң тәү изге эшкә төньяҡ райондары тотоноп, бөгөнгө көнгә 60 мең гектарға яҡын майҙанда орлоҡ ергә ятты ла инде.

Т. МУСИН.


Вернуться назад