Башҡортостан умартасылары тәҡдим иткән тауарға Рәсәйҙә генә түгел, АҠШ, Кувейт, Монголия, Япония кеүек сит илдәрҙә лә ихтыяж ҙур. “Башҡорт балы” бренды донъяла йылдан-йыл киңерәк таныла бара. Шуға ла “Башҡортостан — Рәсәйҙең баллы төбәге” фестиваленә ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы хәҙер бер кемде лә ғәжәпләндермәй.
Быйыл был байрам 25-26 августа Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромы алдындағы асыҡ майҙанда үтәсәк. Уның хаҡында “Башинформ” агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан бүлек мөдире Ревнер Бәйтуллиндың әйтеүенсә, Башҡортостан бөгөн бал етештереү буйынса иң алдынғы төбәктәр иҫәбендә.
— Фестивалгә умартасыларҙың күбеһе ғаиләһе менән килә, тимәк, кәсеп быуындан быуынға күсә, хеҙмәт династияларына нигеҙ һалына. Был, әлбиттә, башҡорт умартасылығындағы йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереү мөмкинлеген бирә, — тине ул.
— Программаға ярашлы “Баллы Башҡортостан” күргәҙмә-йәрминкәһе лә уҙасаҡ, унда былтырғынан өс тапҡырға күберәк сауҙа урыны булдырыу күҙаллана, — тине Республиканың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов. — Махсус паспорты булған ысын умартасы ғына бал менән сауҙа итә алһын өсөн алыпһатарҙарға юлды ябабыҙ. Тармаҡта етештерелгән бүтән төр продукция ла тәҡдим ителәсәк. Иң яҡшы умартасыларҙы тауарының сифатына һәм һатыу мәҙәниәтенә ҡарап баһалаясаҡтар.
Сараға тәүге тапҡыр солоҡсолар ҙа саҡырылған. Ҡырағай бал ҡорттарының продукцияһы иң ҡиммәтлеһе тип һанала, шуға ла ошо йүнәлешкә иғтибарҙы арттырыу зарур, ти белгестәр.
Өфөнөң ҡулланыусылар баҙары идаралығы етәксеһе урынбаҫары Зөлфиә Ижбулатова халыҡты ялған продукция һатып алыуҙан иҫкәртеү саралары тураһында һөйләне, байрамда тәҡдим ителгән балдың сифатына гарантия бирелеүен, шикләнгән осраҡта уны лабораторияла тикшереү мөмкинлеге буласағын әйтте.
Фестивалгә килеүселәрҙе Башҡортостандағы иң ҙур сәк-сәк көтә. Махсус әҙерләнгән ризыҡты теләгән һәр кем тәмләп ҡарай аласаҡ. Бынан тыш, йыр-бейеү тамашалары әҙерләнә.
Я. УСМАНОВ.