“Яҙҙың йәме — сәскә менән, көҙҙөң йәме – көлтә менән”, тигән боронғолар. Ысынлап та, алтын көҙҙө барыһынан да элек байлыҡ-муллыҡ миҙгеле итеп күҙ алдына килтерергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Крәҫтиән хеҙмәтенең көҙгөһө шул: һәр өйҙәге һыйлы өҫтәл, оло келәттәрҙәге мул уңыш.
Республикабыҙҙа йыл һайын шаулап-гөрләп үткән йәрминкәләр ҙә көҙгө байлыҡты сағылдырған, халыҡты һөйөндөргән күркәм йолаға әүерелде. Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдында үткән бал һәм һуған йәрминкәһенә республика Президенты Рөстәм Хәмитов та килде.
Йәрминкә майҙаны иртәнән кискә тиклем гөрләп торҙо, 120 сауҙа урынынан халыҡ ағымы өҙөлмәне. Иглин районы хужалыҡтары 7 тоннаға яҡын бал, 20 тонна йәшелсә, шулай уҡ ит һәм кондитер ризыҡтары килтергәйне.
Рөстәм Хәмитов Иглин районында һуғанды иң күп етештергән “Агри” йәмғиәте фермерҙары менән аралашты. Фекер алышыу барышында хужалыҡта бизнестың ойошторолоуы заманса иҡтисади үҫешкә тап килмәүе асыҡланды. Предприятие вәкилдәре хатта республикала һуғанға йыллыҡ ихтыяжды ла әйтеп бирә алманы (ул 10 мең тоннанан ашыу тәшкил итә). Башҡортостан Президенты йәмғиәт етәкселегенә етештереүҙе арттырыу һәм төбәктә иң яҡшыһы һаналған һуғанды һатыу планын төҙөргә тәҡдим итте.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.