Бөгөн иген һабаҡтарының ҡыҫҡа, башаҡтарҙың бушаҡ булыуы ла игенселәрҙе ҡурҡытмай: улар булғандың бөртөгөн дә юғалтмаҫҡа тырыша.
Әбйәлил районында барлыҡ хужалыҡтар урып йыйыу эшенә дәррәү тотонған. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов әйтеүенсә, бөтәһе 52 мең гектарҙағы культураларҙың 24 мең гектары сабылған, ә 21-е һуғып алынған. Гектар ҡеүәте — 5,9 центнер. Һоло һәм арыштың уңышы юғарыраҡ, төшөм — 7 центнер самаһы. 24 мең гектарҙағы иген баҫыуы ҡоролоҡтан бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Әле зыян күреүселәр республика етәкселеге тарафынан ярҙамға өмөтләнеп, ҡара көйгән баҫыуҙарҙы дәлилләүсе документтар әҙерләй.
Бойҙайҙың төшөмөнөң насар булыуы игенселәрҙе хәүефкә һала. Сөнки ул дөйөм уңышты төшөрәсәк һәм киләһе йыл орлоҡҡа хаҡты күтәреүгә булышлыҡ итеүе лә мөмкин. Хәйер, әбйәлилдәр алдағы йыл уңышы өсөн үҙҙәре орлоҡ тупларға тырыша, әммә һуңғы һөҙөмтә нисек булыр — әлегә билдәһеҙ. Игенгә хаҡтарҙың кинәт артыуы борсомай ҡалмай. Бөртөкләп йыйылған алтынға бәрәбәр иген башаҡтарын һуғыуҙа Әбйәлил баҫыуҙарына көн һайын 60-лап комбайн сыға. Техника, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек, ай аҙағында урып йыйыу эштәрен тулыһынса тамамларға иҫәптәре.
Төштән һуң беҙ барған “Ҡыҙылъяр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе — Фәнис Йосопов) баҫыуҙарын ике иген карабы иңләй ине. Унда тәжрибәле механизаторҙар Саяр Ғилманов менән Айҙар Ирназаров комбайн штурвалын йүгәнләп иген ура. 78 гектар ерҙән исмаһам орлоҡҡа етһә ине, ти игенселәр. Ай-һай, ныҡ ауырға тура киләсәк киләһе йыл ауыл кешеһенә. Шуға күрә, башаҡтарҙың сапҡысҡа саҡ эләгеүенә ҡарамаҫтан, барынса уңыш алырға тырыша улар.
Былтыр артып ҡалған аҙыҡ запасы ғына бер аҙ тынысландыра. “Быйылғыһын бергә ҡушҡанда, ҡышты имен-һау сығырға тулыһынса ышаныс бар”, — ти Ғәлим Солтанов. Ауыл эшсәндәренең тырышлығы менән, йылдың ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, ураҡ эштәре лә, мал аҙығы туплау ҙа ойошҡан бара.
К. ИШБУЛДИНА.
Әбйәлил районы.