Ул ауыл кешеһенә бөгөн күпмегә төшә?Бер уйлаһаң, йәйге матур көндәрҙә, бигерәк тә иртә менән ысыҡ төшкәс, ҡолас йәйеп бесән сабыуҙары — күңелле бер мәл. Ә икенсе яҡтан бик мәшәҡәтле, тынғыһыҙ осор. Мин үҙем иһә бесән өҫтөн бала саҡтан уҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайным.
Аттарға, күберәге йөк машиналарына ултырып, колхоз бесәнен әҙерләргә бара инек. Ауылдың ике бригадаһынан ике-өс йөк машинаһында бесәнселәрҙе яланға илтеп ҡуя торғайнылар. 8 — 12 километр араны барғанда ла, ҡайтҡанда ла йырлап ҡайтабыҙ. Ә төшкө ашҡа туҡтағанда, малайҙар сабыша-сабыша аттарҙы һыу эсерергә алып барҙы. Урман буйҙарын, үлән ҡалын үҫкән бесәнлектәр сабыу ҡул көсө менән башҡарылды. Өмәләр ойоштороу, ҡаҙандар аҫып ит бешереү, үлән сәйҙәре менән һыйланыу — былар бөтәһе лә күңелле бер байрам шауҡымы кеүек иҫтә ҡалған.
Халыҡ башта бесәнде колхоз өсөн, һуңынан үҙҙәренә әҙерләй ине. Хәҙер инде былар бөтәһе лә төш кеүек кенә. Нимә эшләйһең, донъялар үҙгәреп китте шул. Заман башҡа, заң башҡа, тиҙәрме әле?
Нимә тиһәң дә, ниндәй трибуналарҙан аҡыллы һүҙҙәр һөйләнелһә лә, аҡрынлап колхоз-совхоздар таратылды, милектәре бүлешеп алынды һәм һатылды. Ә күпме ябай хеҙмәткәр эшһеҙ ҡалды. Шулай ҙа ергә ереккән, тыуған яғына тәрән мөхәббәт һаҡлаған патриоттар ғына ауылда ҡалалыр, моғайын.
Һүҙҙе бесән әҙерләү хаҡында башлағайныҡ. Ысынлап был миҙгелле шөғөл ауыл кешеһенә бөгөн күпмегә төшә икән? Беҙ был һорауға яуапты Тарҡаҙы яҡтарында эҙләргә булдыҡ. Тәүҙә был хаҡта “Тарҡаҙы” йәмғиәте агрономы Зөфәр Сәлихов менән һөйләштек.
— Беҙ үткән йыл хужалыҡтың һәр хеҙмәткәренә 15 төргәк бесән биргәйнек, — тине ул. — Әлбиттә, хеҙмәт хаҡы иҫәбенә. Ә инде быйыл пенсионерҙарға, ауыл интеллигенцияһына күп йыллыҡ бесәндең ҙур ғына бер төргәген 800 һумдан һатабыҙ. Үҙебеҙ илтеп бирәбеҙ. Хатта күрше-тирә ауылдарға ла. Былай эшләү йәмғиәткә аҙмы-күпме файҙа килтерә. Хужалыҡтың 300 гектар майҙанда һыубаҫар туғай ерҙәре булыуы ла сағыштырмаса отошло. Бигерәк тә быйылғы ҡоро йылда. Нимә тиһәң дә, үлән ике тапҡыр сабыла.
Ә бер ниндәй техникаһы булмаған, шулай ҙа мал аҫрарға тырышҡан ябай кешегә бесән әҙерләү күпмегә төшә икән? Уның арифметикаһы ябай ғына. Был хаҡта Тарҡаҙы ауылында йыйыштырыусы булып эшләүсе Нәсимә Баһманова түбәндәгеләрҙе һөйләне.
— Бер һыйыр, бер быҙауҙы ҡышлатып сығарыу өсөн яҡынса 10 төргәк бесән кәрәк. Уны аҡсаға әйләндерһәң, һигеҙ мең һум тигән һүҙ. Бер бесән менән генә лә булмай, фуражы, һаламы ла кәрәк бит әле. Бер тонна фураж 4500 һумдан кәм тормай. Өҫтәүенә, күптәр сөгөлдөрөн дә әҙерләй, башаҡ йыя. Шулай булғас, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ инде...
Ә бына үҙ көсөң менән бесән әҙерләһәң, ниндәй картинаны күҙәтергә була икән? Әйтәйек, 8-10 саҡрым алыҫлыҡтағы яланға йөрөп, аяҡ табандарыңды ҡыҙҙырып, хәлдән тайғансы бесән сабыу, уны йыйыу еңелдән түгел. Ярай әле сапҡан бесәнең ҡойма ямғыр аҫтында ҡалмаһа. Ундай саҡта бер-ике көн бесән әйләндергән асыулы кешеләрҙең ауыҙынан әселе-сөсөлө һүҙҙәр ҙә ишетелеп ҡала. Ә инде шоферҙы һыйлап, бесәнде 800-1000 һумға ихатаңа алып ҡайтыр өсөн бер нисә көн ауыҙ һыуыңды ҡороторға тура килә.
Бер гектар майҙандағы бесәнлегеңде техника менән саптырырға уйлаһаң, 1000-1200 һумыңды кеҫәңдән сығарып һалғаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Сабылған бесәнде йыйырға ла кәрәк бит әле. Уның өсөн 700—900 һумыңды әҙерләргә тура килә.
Эйе, бесән әҙерләү — ауыл ерендә иң ауыр эштәрҙең береһе. Бынан тыш, ул байтаҡ ҡына сығым да талап итә. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр мал аҫрауҙы отошло тип һанамай. Әйтәйек, яңы тыуған быҙауҙың хаҡы 10-12 мең һум торһон әле?! Иҫ-аҡыл китерлек. Ауыл халҡы һуғым өсөн мал аҫрауҙың да әллә ни файҙаһын күрмәй. Бөтөнләй бер шөғөлһөҙ ятҡансы, элекке ғәҙәт буйынса крәҫтиән генә әҙме-күпме тота инде.
Ауылда төпләнгән урта йәштәгеләрҙең күбеһе юғалып ҡалмай. Бигерәк тә техниканы үҙ иткәндәр. Әйтәйек, төрлө трактор, машина йүнәтеп бесән сабыу, уны йыйыу хәстәрен күрә, шулай уҡ шәхси хужалыҡтарҙа ер һөрөү менән шөғөлләнә. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән йүнсел кешегә тир түгеп алынған был аҙмы-күпме аҡса ярап ҡала. Ғаилә бюджеты өсөн ярайһы ғына килем бит. Маҡсат ҡуйһаң, баҙнат итһәң, кеҫәгә аҡса инергә генә тора. Ҡайҙа ла шулай, тик иренмә генә...
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Йәрмәкәй районы.