Баҡсасы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Бигерәк тә быйылғы ҡоролоҡ йылында. Алик Ғәниевтең биләмәһенә юлланыр алдынан ошо хаҡта уйландыҡ. Киң баҫыуға һибелгән баш күтәрмәй тир түккән кешеләргә Хоҙай үҙе ярҙам бирһен. Уларға ҡарап ҡына ла бында эштең ни тиклем мәшәҡәтле булыуын асыҡ тойомларға мөмкин.
– Ҡоролоҡ, тиҙәр, яуым-төшөмдөң булмауы уй-ниәттәремдең күбеһен селпәрәмә килтерҙе тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәм бөгөн, – тине фермер Алик Ғәниев. – Беренсенән,
кескәй генә шишмә буйында урынлашыуым осраҡлы түгел. Үҙ көсөм менән бынамын тигән быуа төҙөнөм. Йәшелсә-емеште һуғарыу өсөн ул тулыһынса етә. Икенсенән, тормоштоң үҙгәреүе күп нәмәгә бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәтте. Хәҙер эш хаҡын ваҡытында һәм тейешенсә түләмәһәң, һиңә берәү ҙә килмәйәсәк. Элекке кеүек бушҡа эшләүҙе оноторға ваҡыт. Минең өсөн төп көс һаналған хеҙмәткәрҙәрем – иң беренсе урында. Өсөнсөнән, тауарҙы һатыу йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле эш алып бармаһаң, был йүнәлештә эшмәкәрлек алып барыуҙан ни фәтүә?! Менеджер һүҙенә һаҡ һәм ихтирам менән ҡарайым. Мин, мәҫәлән, Өфө эшҡыуары Марс Сәләхов менән ике яҡлы килешеү төҙөнөм. "Кем ҡояш менән бергә тора, уға мул уңыш йылмая", – тип әйтә торғайны өлкәндәр. Ошо һүҙҙәр – тормош девизым.
И. АҠЪЮЛОВ.
Благовар районы.