Бюджетта ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?15.08.2012
Бюджет проекттары, һалымдар һәм йыйымдар тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу һәм ҡулланыу буйынса ведомство-ара комиссияларҙың республика Хөкүмәтендә үткән берлектәге ултырышында 2013 —2015 йылдарҙа Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллауға аныҡлыҡ индерелде.

Башҡортостан Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бюджетты төҙөгәндә донъя иҡтисадының үҫеш үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған. Киләһе йыл республиканың йыйылма бюджеты килемдәре 126,3 миллиард һум, 2014 йылда — 135,9 миллиард, 2015 йылда 140,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Бюджет килеменең һалым өлөшөнә килгәндә, транспорт һалымы буйынса льготаларҙы һаҡлап ҡалырға, ә машина-технология станцияларының ауыл хужалығы эштәрендә файҙаланылған мөлкәтенә һалым буйынса льготаны бөтөрөргә тәҡдим ителде. Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһына ярашлы, 5 процентлыҡ ставка ҡулланылған эшмәкәрлек төрҙәрен киңәйтеү ҙә маҡсатҡа яраҡһыҙ тип танылды.
Бюджеттың сығым өлөшөн проектлағанда, дәүләт сәйәсәтенең ҡайһы бер өҫтөнлөклө йүнәлештәре ҙур йоғонто яһаны. Улар иҫәбенә 2013 — 2015 йылдарҙа уҡытыусыларҙың һәм педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын республика буйынса уртаса кимәлгә еткереү, киләһе йылдың 1 октябренән бюджет өлкәһендәге башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын 5,5 процентҡа арттырыу, быйыл 1 октябрҙән дәүләт власы органдары һәм уларға тиңләштерелгән дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын — 6 процентҡа, 2013 йылдың 1 октябренән 5,5 процентҡа күтәреү, стипендия фондын киләһе йылдың 1 сентябренән — 5,5 процентҡа, 2014 йылдың 1 сентябренән һәм 2015 йылдың 1 сентябренән тағы ла 5 процентҡа арттырыу инә.
Шулай уҡ республика ҡаҙнаһынан финансланған оҙайлы айырым маҡсатлы программалар исемлеге төҙөлдө. Киләһе йылдан уларҙы финанслау күләме яҡынса 105,1 миллиард һум, 2014 йылда — 110,3 миллиард, 2015 йылда 112,1 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад