УРАҠ-201214.08.2012
Республика аграрийҙары 25 августан да һуңға ҡалмай ураҡты тамамларға ниәтләй. Быйыл урып йыйыу ғәҙәттән тыш шарттарҙа бара: республиканың бөтә райондары тиерлек ҡоролоҡҡа дусар булды. 46 районда һәм өс ҡала округында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.
13 авгусҡа ҡарата 447 мең гектарҙа ауыл хужалығы культуралары һәләк булған. Шуларҙың 339 мең гектары — иген, 85 меңе — мал аҙығы, 23 меңе — техник культуралар. Алдан иҫәпләнгән зыян 2,5 миллиард һумдан ашып китә. Бөгөн республикалағы 1200 мең гектарҙа (70 %) иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар урылған, 1150 мең гектарҙа (67 %) иген һуғылған. 1 миллион 300 мең тонна иген һуғып алынған. Уртаса уңыш гектарынан 11 центнер тәшкил итә.
Төньяҡ һәм көньяҡ урман-дала райондарында, Урал алды дала зонаһында майҙандың яҡынса 80 проценты урып алынған. Башҡортостандың Көньяҡ Урал райондарында тағы ла 60 процент самаһы майҙанда урып йыйыу эше ҡалған. Был иген культураларын һуңлап сәсеүгә бәйле.