Ипотека: һаҙлыҡмы, әллә мөмкинлекме?14.08.2012
Рәсәйҙә ипотеканың 5 процентҡа тиклем төшөүе бар, был турала Премьер-министр Дмитрий Медведев хәбәр итте. Әлбиттә, яңылыҡҡа бөтәһе лә шатланырға тейеш кеүек, әммә уның дөрөҫлөгөнә шикләнеүселәр ҙә байтаҡ. Ни тиһәң дә, бөгөн ил банктарында ипотека уртаса 14 процент менән бирелә, уның өс тапҡырға кәмеүе шуға ла бәхәсле. Әммә үҫешкән илдәрҙә ипотекаға бындай проценттар күптән ғәҙәти хәлгә әйләнгән.

Премьер-министр белдереүенсә, бөгөн Рәсәйҙә был төр кредит күләме уртаса 13–15 процент, ҡайһы саҡта ул хатта 17-гә лә күтәрелә. "Көс етмәҫлек түләүҙәр", – тип белдерҙе Хөкүмәт башлығы. Уныңса, илдәге инфляцияны артабан да төрлө ысул менән кәметкәндә, ипотека процентын да кәметеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Ни тиһәң дә, һәр банктың эшмәкәрлеге ил иҡтисадына туранан-тура бәйле бит.
Ысынлап та, әгәр 5-6 процентҡа тиклем төшһә, эш урыны булған һәр ғаиләнең тиерлек ипотека алырға хәленән киләсәк тип көтөлә, йәғни ипотека алыуға мөмкинлеге булғандар дөйөм халыҡ һанынан 50-60 процентҡа етәсәк. Был, әлбиттә, бөгөн айырыуса киҫкен торған торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә ҙур этәргес булыр ине. Бөгөн иһә рәсәйҙәрҙең ни бары 22 проценты ғына ипотека аша торлаҡлы булыу мөмкинлегенә эйә.
Быға тиклем торлаҡ мәсьәләһе, нигеҙҙә, төрлө социаль программалар аша хәл ителде. Әммә дәүләт яҡлауы аша ғына уның тулыһынса хәл ителеүе икеле. Ипотека проценттарын кәметеү аша халыҡтың ихтыяжын тыуҙырыуҙың бөгөн бөтәһе өсөн дә уңай ысул булыуы бар.
Әммә ипотека проценттарын кәметеүҙең кире миҫалдары ла байтаҡ. Ниндәйе бит әле! Хәтерегеҙҙәлер, АҠШ-тағы ипотека көрсөгө 2008 йылда бөтөн донъяны иҡтисади көрсөккә терәне. Ил халҡының барыһының да тиерлек бурысҡа торлаҡ алыуы күсемһеҙ милеккә хаҡтарҙың үтә ныҡ төшөүенә килтерҙе ("зәңгәр экран"дан бурыста булған өсөн бер долларға ғына һатыуға ҡуйылған йорттарҙы күреп ғәжәпләнгәйнек), был, үҙ сиратында, ипотеканың процент ставкаһының артыуына булышлыҡ итте. Күптәр шул мәлдә банктарға үҙ бурысын ҡайтара алманы, һәм был хәл үҙ сиратында банктарҙы бөлгөнлөккә этәрҙе. Шуға ла Дмитрий Медведев торлаҡҡа хаҡтар һәм кредит ставкаһы араһында тигеҙһеҙлек булырға тейеш түгел тигән фекерҙә.
Бөгөн Рәсәй торлаҡҡа хаҡтар артыу кимәле буйынса донъяла һигеҙенсе урынды биләй. Май башында ғына ил башлығы Владимир Путин арзан торлаҡты күберәк төҙөү арҡылы торлаҡҡа хаҡты яҡынса 20 процентҡа төшөрөү кәрәклеге тураһында белдергәйне. Әлбиттә, уға өлгәшеү ваҡыты итеп 2018 йыл билдәләнгән. Ә 2012-нең тәүге яртыһында иһә торлаҡ төҙөлөшөнөң дөйөм күләме ни бары 1,9 процентҡа ғына артҡан. Шуға ла әле хаҡтар төшөүенә бер ниндәй етди сәбәп күренмәй.
Ипотека ставкаһының көндән-көн артыуына ҡарамаҫтан, банктар аша торлаҡлы булыусылар һаны ла йылдам арта. Мәҫәлән, ошо йылдың тәүге яртыһында, былтырғы осор менән сағыштырғанда, Рәсәй банктары ипотеканы 60 процентҡа күберәк биргән. Башҡортостанда иһә 10 меңгә яҡын кешегә ипотека бирелгән, был үткән йылдың беренсе яртыһының күрһәткесенән 73 процентҡа күберәк. Был беҙҙең халыҡтың торлаҡ кредиттарының арзанайыуына ышанысы юҡлығына туранан-тура ишара. Көрсөк башланып, шул ваҡытта проценттарҙың кинәт артып китеү хәүефенән ҡурҡып, күптәр торлаҡлы булып ҡалырға ынтыла, тип аңлата быны белгестәр.
Донъяла иһә был өлкәлә хәлдәр төрлөсә. Мәҫәлән, Латин Америкаһы халҡына беҙҙән дә ауырыраҡ, унда торлаҡ кредитының уртаса ставкаһы йылына 20 – 30 процент тәшкил итә. Ә үҫешкән илдәрҙә ипотека кредиттарының ставкалары байтаҡҡа арзан. Унда инфляция кимәле лә күпкә түбән. Мәҫәлән, Швейцарияла ипотеканы йылына 2,1 – 2,3 процент менән алып булһа, Франция менән Бөйөк Британияла – 2,3 – 3 процент, Германия менән Австрияла – 3,2 – 3,5, Грецияла – 5,3 – 8 процент тирәһе. Кипрҙа иһә – 5,3, АҠШ-та 5,5 проценттан башлана. Әммә шуныһы: был илдәрҙә ипотекаға торлаҡ алыу өсөн кәмендә 30 – 40 процент күләмендә ҡулаҡсаң булырға тейеш. АҠШ-та иһә торлаҡ хаҡының 50 проценты кеҫәңдә булмайынса, ипотека тураһында хыялланаһы ла түгел. Шуға күрә Премьер-министрҙың әйткәндәре бойомға аша ҡалһа, был "арзан" ипотекалар фатир йәки йорт хаҡының 50–60 процентын тәүге керем итеп ҡулаҡса менән түләй алғандарға ғына бирелеүе мөмкин, тип хәүефләнә белгестәр. Ул мәлдә, үкенескә ҡаршы, торлаҡ кредиты ставкаһын 5 – 6 процентҡа ҡәҙәр кәметеүҙән әллә ни һөҙөмтә лә булмаясаҡ.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад