Юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырышалар14.08.2012
Юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырышалар“Новый мир” ауыл хужалығы кооперативында ураҡтың ҡыҙған мәле. Хужалыҡта урып йыйыу эштәре ысыҡ кипкәндән алып ҡараңғыға тиклем дауам итә.

Арыш, борсаҡ баҫыуҙарында һәр гектарҙан уртаса 17 центнер төшөм алғандар. Әле эш һоло яланында дауам итә. Алдынғы комбайнсы Алик Ғарипов уны яҫмаларға һала, тәжрибәле игенселәр Виктор, Николай һәм Александр Алчиновтар йыя. Улар үҙ-ара ярышып, сәмләнеп эшләй. Хужалыҡтың алдынғы шоферҙары Александр Егоров, Марат Нәбиев, Райхан Юнысов уңышты ырҙынға ташый.
— Һоло тигеҙ өлгөрмәгән, шунлыҡтан яҫмаларға һалырға тура килде. Йәйҙең ҡоро килеүе бар өмөттө юҡҡа сығарҙы, уңышты кәметте. Һолоноң гектар ҡеүәте — 18 центнер, былтырғы күрһәткестән күпкә түбән. Шулай ҙа кәйефте төшөрмәҫкә, булғанын юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырышабыҙ, — ти кооператив рәйесе Әғләм Хөснөтдинов.
Игендән бушаған баҫыуҙарға комбайнсыларҙың артынан уҡ һалам әҙерләү агрегаттары инә. Механизаторҙар Сергей Алчинов, Маркел Филиппов, Андрей Лобанов, Михаил Евдокимов, Андрей Головин үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Шулай уҡ арыш сәсеү өсөн ер әҙерләнә. Уны уңған тракторсы Юрий Басов башҡара.
Хужалыҡтың баш агрономы Федор Зайцев егеттәрҙең эшенән ҡәнәғәт.
— Тәжрибәле механизаторҙар, ышаныслы егеттәр. Һәр минуттың ҡәҙерен белә, техника төҙөк, ҡараулы, — ти ул.
Кооперативтың баш инженеры Иван Алчинов һүҙҙәренә ҡарағанда, игенде башлыса үҙ көстәре менән йыйып алырға маҡсат ҡуйғандар, шулай ҙа ихтыяж килеп тыуһа, “Үҙәк” МТС-ының Илеш филиалын йәлеп итергә уйлайҙар.
Лира ГӘРӘЕВА
Баҡалы районы.


Вернуться назад