Әле “2012—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 500 һөтсөлөк фермаларын комплекслы яңыртыу” айырым маҡсатлы республика программаһында ҡатнашыусылар һаны 37-гә етте.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында үткән конкурс һөҙөмтәләре буйынса тағы ла алты предприятиеға ҡатнашыусы статусы бирелде. Улар иҫәбенә Ҡырмыҫҡалы районындағы “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығы, Баҡалы районындағы “Красная Звезда”, Балаҡатай районындағы “Лидер” йәмғиәттәре, Баймаҡ районындағы Ленин исемендәге, Стәрлетамаҡ районындағы Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативтары, Ергән МТС-ы инде.
Башҡортостанда “500 ферма” программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә малсылыҡ объекттарының эше өр-яңы кимәлгә еткереләсәк. Иң мөһиме — һөт малсылығының сифат күрһәткесе яҡшырасаҡ, сығымдар ҡулайлаштырыласаҡ.
М. МӨХӘМӘТОВА.