Уңған, тырыш халыҡ йәшәй Яңы Ҡыйышҡы ауылында. Күмәк хужалыҡ юҡҡа сыҡҡас та, юғалып, ҡаушап ҡалмайҙар. Һәр кем үҙенә юл яра, үҙаллы донъя көтөргә өйрәнә. Кемдер Өфөгә, кемдер вахта ысулы менән Себергә йөрөп эшләй. Ҡыйышҡылар матур тормошҡа ҡыҙығып ҡына ҡалмай, ә муллыҡ, байлыҡты үҙ ҡулдары, үҙ көстәре менән тыуҙыра.
Ришат Ғарипов урта мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡтағы төҙөлөш техникумында белем ала. Диплом алғас, туған колхозында юл мастеры булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңыраҡ төрлө ойошма-предприятиеларҙа газ индереү буйынса инженер, энергетик, электр монтеры сифатында тырышлыҡ һала.
Бер заман кемдер әйткәнде үтәү, кемдер ҡушҡанды башҡарыу Ришатты биҙҙерә. Ул үҙенең көсөн, һәләтен, булдыҡлылығын эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға була. 2011 йылда егет үҙ эшен асып ебәрә. Тимер сыбыҡтан селтәр-рабицалар эшләй башлай ул.
Шаҡтай ҡатмарлы станок ярҙамында оҙонлоғо ун метр, бейеклеге метр ярым булған ҡоймалар сығарыла. Көнөнә утыҙ төргәк, йәғни 300 метр оҙонлоғондағы селтәр-рабица етештерергә мөмкин. Уның ҡоймаларын алырға Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Ғафури, Өфө райондарынан да киләләр. Ришат етештергән продукция яҡшы сифатлы шул. Өҫтәүенә арзан да. Бер төргәге 800-850 һум тора.
Заказдар күп, клиенттар етерлек. Эшен киңәйтеү тураһында ла уйлана бөгөн Ришат. Керамзит, бетон блоктар етештерергә йыйына.
— Көҙгә эш башларға иҫәп тотам, — ти Ришат. — Ярҙамсылар алмай булмаясаҡ. Өлкән улым Азатҡа ун өс йәш инде. Ул хәҙер үк ышаныслы ярҙамсым. Иҫәп-хисап эшендә хәләл ефетемә таянам. Резеда мәктәптә уҡыта. Йәш тә һигеҙ айлыҡ Илшат әлегә бөтәһен дә күҙәтә генә, күңеленә һалып бара.
Уңған, тырыш кешеләр йәшәй Яңы Ҡыйышҡы ауылында. Биш фермерҙары бар, алты кеше эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ришат Ғарипов ҡоймалар эшләй, яңы төҙөлгән йорт-ҡаралтыларға матурлыҡ өләшә, кешеләргә шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк итә. Ауылды Ришат кеүектәр күтәрә.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Ҡырмыҫҡалы районы.