Егәрленең абруйы ла, баһаһы ла юғары10.08.2012
Егәрленең абруйы ла, баһаһы ла юғарыИлеш баҫыуҙарында комбайндар тауышы бер минутҡа ла тынмай.

Райондың XXII партсъезд исемендәге ауыл хужалығы кооперативы бөгөн бар көсөн ураҡҡа йүнәлткән. 5030 гектар һөрөнтө ерҙең яртыһынан ашыуында иген культуралары үҫә. Әле урып йыйыу эштәре хужалыҡтың арпа баҫыуында ҡыҙыу бара. Бында өс комбайн яланды иңләй. Миңлетдин Ғибәҙуллин, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, лайыҡлы хеҙмәт күрһәтә. “Комбайнһыҙ үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым”, – ти ул. Бай тәжрибәле игенсе йәштәргә файҙалы кәңәштәре менән дә ярҙам итә. Улы Илнур Ғибәҙуллин алдынғылар сафын етәкләй. Комбайнсы Фәнүс Сәғәбиев тә юғары һөҙөмтәгә өлгәшә. Шоферҙар Назифулла Кәлимуллин, Станислав Ислибаев яңы уңышты ырҙынға ташый, улар көнөнә 10 – 12 рейс яһарға өлгөрә. Ырҙын табағында ла эш көйлө бара. Баҫыуҙа иретеп йәбештереү аппараты, янғын һүндереү хеҙмәте һаҡта тора. Ашнаҡсылар Эльвира Сәғәбиева, Рига Ғабдуллина ялан батырҙарын ҡайнар аш менән һыйлай.
Кооперативтың баш агрономы Миҙхәт Фәтхетдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, әле гектар ҡеүәте уртаса 20,3 центнер тәшкил итә. Был былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда күпкә түбән. Әммә баҫыу эшсәндәре кәйефен төшөрмәй.
– Кәйеф яҡшы, туҡ башаҡтарҙың тулҡынланыуы, көндәрҙең аяҙ тороуы барыбыҙҙы ла ҡыуандыра, – ти ураҡсылар. – Бындай ҡыҙыу мәлдә арыу-талсығыу ҙа онотола, ни тиклем һөҙөмтәлерәк эшләһәң, шунса отошлораҡ. Һүҙ ҙә юҡ, тырышлығыбыҙ хеҙмәт хаҡында ла сағыласаҡ. Эшләгән кешенең абруйы ла, баһаһы ла юғары беҙҙә.
Лира ГӘРӘЕВА
Илеш районы.


Вернуться назад