Көндө төнгә ялғап эшләйҙәр09.08.2012
— Ашығыҙ тәмле булһын! — Комбайнсылар менән водителдәрҙең ҡояштың ҡыҙыуынан “ЗИЛ” автомашинаһы артына йәшенеп төшкө табын ҡорған мәленә тура килдек.

Йор һүҙле игенселәр:
— Айнур, бында төп кеше булараҡ әңгәмәне һин бирәһең инде, — тип иптәштәренә сәй таратҡан егеткә ҡарап йылмайышты.
Айнур Бәхтийәров, ысынлап та, бында иң ҙур вазифалыһы булып сыҡты. Стәрлетамаҡ районының Явнов исемендәге ауыл хужалығы кооперативы агрономынан ураҡҡа ҡағылышлы бына ниҙәр ишеттек:
— Быйылғы ҡоролоҡта арыш үҙен аҡланы: гектарынан 15-17 центнер уңыш бирҙе. Район буйынса был күрһәткес яҡшынан һанала. Ләкин яҙ сәселгән игендең уңышы бик түбән булды. Йыл да ураҡ осоронда беҙгә “Ергән” МТС-ынан ярҙамға киләләр — быйыл да ике комбайн ебәрҙеләр. Фидан Мөхәмәтшин менән Денис Күҫәкәев, ағалы-ҡустылы Ҡәнзәфәр һәм Илдус Шаһмаевтар, Руслан Зөбәйеров бер ғаиләләй татыу эшләй. Ураҡсыларға көнөнә ике тапҡыр ҡайнар аш ойошторолдо, ә ситтән килгән механизаторҙар өс тапҡыр туҡландырыла. Эште 15 июлдә башлағайныҡ, ошо тиҙлек менән барһаҡ, 1300 гектарҙа ҡалған игенде урып йыйыуҙы ун-ун биш көндә тамамлаясаҡбыҙ. Баҫыуҙарҙың майҙанына ҡарап, комбайнсылар бригадаһын икегә бүләбеҙ. Әле был баҫыуҙа дөйөм бер бригада булып эшләйҙәр.
Йыйылған игенде дүрт машина ырҙын табағына ташый. Ғаяз Зөбәйеров, Михаил Гусев, Владимир Григорьев һәм Ғәли Йомағолов көн дә 10-16 рейс эшләй.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Стәрлетамаҡ районы.


Вернуться назад