Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2 августағы бойороғо менән бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә ил төбәктәре бюджетына бүленгән субсидиялар күләме раҫланды.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты йыл һайын Рәсәйҙең федераль бюджеттан субсидияларға дәғүә итеүсе төбәктәрен һайлап алыу конкурсында ҡатнаша. Быйылғы конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан 353,861 миллион һумлыҡ туғыҙ заявка хупланған.
Субсидиялар шулай уҡ бәләкәй ҡалаларға эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең муниципаль программаларын тормошҡа ашырыу өсөн бүленәсәк. Бындай программаларға быйыл федераль ҡаҙнанан 172 миллион һум (былтырғыға ҡарағанда 22 процентҡа күберәк) аҡса бирелә. Уны лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн, шул иҫәптән тәүге иғәнәне ҡаплауға, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын эш башлаған осорҙа субсидиялауға тотонорға мөмкин.
Федераль ҡаҙнанан аҡса йәш эшҡыуарҙарға — студенттарға һәм уҡыу йортон яңыраҡ тамамлағандарға ла бирелә. Төбәктә әлеге йүнәлеш айырыуса киң танылыу яуланы. Бынан тыш, бәләкәй эшҡыуарлыҡтың аҙ күләмле займдарға ихтыяжын иҫәпкә алып, Башҡортостандағы Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәге активтарын тулыландырыу күҙаллана.
Л. ДӘҮЛИЕВА.
P.S. Бесплатно скачать
фотошоп на русском языке