Крәҫтиәнгә янаған хәүеф өсөн кем яуаплы?08.08.2012
Башҡортостандың ауыл хужалығы был йылдарҙа ҡоролоҡ арҡаһында ҙур юғалтыуҙар кисерә. Мәҫәлән, һуңғы дүрт йылдың тик берәүһе генә мул уңыш алыу өсөн ҡулай булды. Шуға күрә бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларын страховкалау зыяндан һаҡланыуҙың төп ысулы булырға тейеш кеүек. Был йәһәттән ниндәй мәсьәләләр бар һәм уларҙы нисек хәл итергә була? Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ошо турала һүҙ барҙы.

Бөгөн республиканың зыян күргән ауыл хужалығы предприятиеларына дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Мәҫәлән, 2009 йылда ул 250 миллион һум тәшкил итһә, 2010 йылда – 4,5 миллиард һум, быйыл да ярҙам күләме бер нисә миллиард һумға барып етеүе бар. Әммә дәүләт ярҙамы сикһеҙ түгел, шуға ла ил етәкселеге һуңғы йылдарҙа агростраховкалауҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Сит илдәрҙең агросәнәғәте күптән ошо ысул менән эшләй, беҙгә лә был турала уйланырға ваҡыт.
Әлегә был тармаҡта эшләп етмәйбеҙ икән. Мәҫәлән, быйыл юғалтыуҙарҙан ни бары 180 мең гектар сәсеүлек страховкаланған, был дөйөм майҙандың алты процентын да тәшкил итмәй. Ни бары 46 хужалыҡ страховкалау килешеүе төҙөгән, ә беҙҙә эшләгән 11 агростраховкалау компанияһынан 2009 – 2012 йылдарҙа иһә ни бары бишәү генә ҡалған. "Башҡортостан йыш хәүеф янаған игенселек зонаһына ҡарай, шуға күрә артабан беҙгә былай эшләргә ярамай", – тип киҫәтте Президент.
Агростраховкалауҙың үҫешенә аяҡ салған бер нисә сәбәп бар: хужалыҡтарҙың түләү мөмкинселеге булмауы, аҡсаһыҙлығы бер яҡтан ҡамасаулаһа, страховкалау компанияларына ышаныс юҡлығы – "таяҡтың башы". Йыш ҡына ауыл хужалығы предприятиеһының хәүефен үҙ иңенә алған был ойошмалар, төрлө сәбәп табып, түләүҙәрҙе ваҡытында бирмәй, уны бер нисә йылға ҡәҙәр һуҙа йә бөтөнләйгә баш тарта. Агросәнәғәтте страховкалау буйынса ил ҡануниәтендәге үҙгәрештәр ике яҡтың үҙ-ара мөнәсәбәтенә асыҡлыҡ индерергә тейеш.
Бөгөн республикала агростраховкалау өлкәһендә эшләгәндәрҙең бөтәһе лә тиерлек – федераль компаниялар. Тап шуғалыр кәңәшмәлә дәүләт ҡатнашлығында агростраховкалау буйынса төбәк компанияһын булдырыу зарурлығы тураһында ла тәҡдим яңғыраны.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад