Бына егерме йыл инде Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла ер-аграр реформаһы бара. Рәсәй Федерацияһының Ер кодексы ерҙе тәғәйенләнеше буйынса ете категорияға бүлә. Уларҙың һәр береһе норматив-хоҡуҡ нигеҙендә көйләнә. Ерҙең ҡайһы бер категориялары ныҡлы үҙгәреш кисермәне, үҙенең әүәлге тәғәйенләнешен, хоҡуҡи нигеҙен һаҡлап ҡалды. Шул уҡ ваҡытта илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин иткән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер категорияһы үҙгәртеп ҡороу барышында етди тетрәнеүҙәргә дусар булды. Был хәл әле лә дауам итә.
Ауыл хужалығы ерҙәре — ил халҡының йәшәү нигеҙе. Донъялағы аҙыҡ-түлектең 90 проценттан ашыуы ошонда етештерелә. 120 миллион гектар самаһы (элегерәк 130 миллион гектар ине) һөрөнтө ере булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй әле аҙыҡ-түлекте аҙ етештерә һәм ситтән килтерелгән продукттарға ҙур ихтыяж кисерә. Уның айырым төрҙәре буйынса импорт 60 процентҡа етә. Мәскәү һәм Санкт-Петербург кеүек ҡалалар дөйөм ҡулланылған аҙыҡ-түлектең 80 — 90 процентын ситтән ташый.
Илдә үҙгәртеп ҡороу башланғанға тиклем аҙыҡ-түлек етештереүҙе арттырыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн дәүләт кимәлендә мөһим саралар күрелде. Ауыл хужалығы машиналары эшләү буйынса ғәйәт ҙур индустрия ойошторолдо, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары төҙөлдө, ерҙең уңдырышлылығын арттырыу өсөн минераль ашламалар менән үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын етештереүсе тармаҡтар барлыҡҡа килде. Салауат һәм Мәләүез ҡалаларында — минераль ашламалар, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса етештереүсе ҙур предприятиелар асылды.
Агросәнәғәт комплексына ярҙам күрһәтеү өсөн республикабыҙҙағы кеүек ҡеүәтле комплекстар илдең башҡа бер генә төбәгендә лә юҡ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙгәртеп ҡороу йылдарында был предприятиеларҙың күбеһе эшен туҡтатты йәки бөлгөнлөккә төштө. Эшен дауам иткән предприятиеларҙың продукцияһының ҙур өлөшө әле экспортҡа китә. Мәҫәлән, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда етештерелгән минераль ашламаларҙың 90 проценты тиерлек аграр сәйәсәт юғарыраҡ кимәлдә ҡуйылған, ә ер һөҙөмтәле файҙаланылған Ҡытайға һәм ҡайһы бер башҡа илдәргә оҙатыла.
Ҡасандыр һәр районда сәнәғәт нигеҙендә алға киткән малсылыҡ индустрияһы булдырылыуын һағынып иҫкә алырға ғына ҡала. Агросәнәғәт комплексын үҫтереү юлдары ныҡлы уйланылған һәм Рәсәй, республика власть органдары тарафынан реформаларҙы үткәреүгә яуаплы ҡараш булдырылған осраҡта был комплекстар төрлө шарттарҙа һөҙөмтәле эшләй алыр ине.
Хәҙер ауыл етештереүсеһенең техникаһыҙ ҡалыуы, Рәсәйҙәге күп һанлы ауыл хужалығы машиналары эшләү заводтарының, заказдар булмау сәбәпле, эшен туҡтатыуы — аҡылға һыймаҫлыҡ хәл. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген дәүләт власы көйләргә тейеш түгелме ни?
Илебеҙҙә ауыл хужалығын һәләкәткә илткән ер һәм аграр реформа үткәреүҙәге хаталы йүнәлеш Рәсәй Президенты Борис Ельциндың 1991 йылдың 27 декабрендә “РСФСР-ҙа ер реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса ашығыс саралар тураһында” Указын ҡабул итеүҙән башланды. Был реформа ауыл хужалығы ерҙәрен файҙаланыу һөҙөмтәлелеген, иген һәм мал аҙығы культуралары уңышын арттырыуҙы, ерҙә хужалыҡ итеүҙең төрлө алымдарын ғәмәлгә индереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы, әммә ул осорҙа ерҙе хосусилаштырыу һәм һатып алыу-һатыу хаҡында һүҙ булманы.
СССР тарҡалыу һәм дәүләт сәйәсәте үҙгәреү менән ауыл хужалығында ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыу зарурлығы тураһында һөйләүҙән туҡтанылар. Уны хосусилаштырыу, өлөштәргә бүлеү, документтар менән рәсмиләштереү һәм ер баҙары ойоштороу төп урынға ҡуйылды. (Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминев был хаҡта гәзитебеҙ битендә сығыш яһағайны инде — ред.).
Министрлыҡтың отчеттарында республикалағы 350 145 кешегә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙән 2 277,2 мең гектар майҙандың өлөшләтә дөйөм милеккә бирелеүе хаҡында әйтелә. 2011 йылдың 1 сентябренә 277 127 кеше 1 778,6 мең гектар майҙанға милек хоҡуғын теркәгән. Шул уҡ ваҡытта ерҙе файҙаланыу торошон, күпселек райондарҙа һәм хужалыҡтарҙа уны ҡарағура, ҡыуаҡлыҡтар баҫып алыуын телгә алған кеше юҡ.
Бынан тыш, Рәсәйҙә ерҙе хосусилаштырыу һәм ауыл хужалығы предприятиеларын үҙгәртеп ҡороу башланыу менән ергә контроллек итеү кимәле түбәнәйҙе.
Рәсәйҙең дәүләт власы һәм Ауыл хужалығы министрлығы етәкселәре күп йылдар инде мул уңыш, донъя баҙарында иген һатыу буйынса Рәсәйҙең, АҠШ-тан ҡала, икенсе урынға сығыуы, илдә игендең артыҡ булыуы хаҡында даими һүҙ алып бара, әммә был мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй. Башҡортостан Республикаһында һуңғы 10 — 12 йылда уңыштың мул булыуы хаҡында һөйләнелде. Тик бына 5 миллион тонна иген йыйып алыныуы, гектарынан уңыштың 30 центнерға, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа 70 центнерға етеүе хаҡындағы мәғлүмәттәргә ышаныуы ҡыйын.
Реформа йылдарында агросәнәғәт комплексындағы сәсеүлек майҙандары — 1,5 – 2 тапҡырға, ә ҡайһы бер райондарҙа — 70-80 процентҡа, минераль һәм органик ашламалар индереү 5 — 6 тапҡырға түбәнәйгәндә (ҡайһы бер райондарҙа һәм хужалыҡтарҙа бөтөнләй индерелмәгәндә), күпселек райондарҙа ауыл хужалығы машиналары, тракторҙар һаны кәмегәндә мул уңыш ҡайҙан алына һуң, тигән һорау тыуа. Бер нисә районда агрономдар бөтөнләй юҡ. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар өсөн фураж игенен ситтән килтерәләр.
Ялған һөҙөмтәләр, уңыштар хаҡындағы һүҙҙәрҙе туҡтатырға кәрәк, тип бик дөрөҫ әйтә республика Президенты Рөстәм Хәмитов. Мәҫәлән, статистика буйынса отчетты төҙәткәндән һуң, былтыр һыйырҙар һанының 230 мең башҡа арттырып яҙылыуы асыҡланды. Рәсәйҙә иген етештереүҙәге уңыштар хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. Иҡтисад фәнендә билдәләнеүенсә, илде аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итеү өсөн бер кешегә йылына 1 тонна иген етештерергә кәрәк. Тотош Рәсәй өсөн был күрһәткес 140 — 145 миллион тонна тәшкил итә. Икмәк бешереү (120 — 130 килограмм), буласаҡ уңыш өсөн орлоҡ һалыу (2,5 центнер), малсылыҡ продукцияһы етештереү, спирт-араҡы сәнәғәте һәм башҡа маҡсаттарҙы ла иҫәпкә алырға кәрәк.
Игенде донъя баҙарына сығарабыҙ икән, уны һәр кешегә бер тоннанан ашыу етештерергә кәрәк. Асылда иһә Рәсәйҙә игенгә тулы ихтыяждың 50 — 60 проценты ғына ҡәнәғәтләндерелә. Малсылыҡ продукцияһы күпләп ситтән индерелә. Илдә барыһы өсөн дә аңлайышлы ер сәйәсәте генә түгел, ерҙе файҙаланыуға дәүләт идараһы ла юҡ. Идара итеү органдарын үҙгәртеп ойоштороу, ерҙе федераль, субъекттар һәм муниципаль милеккә айырыу, бер-береһен ҡабатлаусы структуралар булдырыу, уларҙы даими үҙгәртеү, ауыл хужалығында эре етештереүселәрҙе бөтөрөү, уларҙың ерен өлөштәргә бүлеү кире эҙемтәләргә килтерҙе.
Һөҙөмтәлә ауыл халҡы ҙур иҡтисади юғалтыу кисерҙе. Ҡала халҡына ла сит илдән ит ташыу файҙа килтермәне. Мысырҙан һәм Израилдән килтерелгән картуфтың бер килограмы 30 — 50 һумға төшә. Рәсәйҙә ҡоролоҡ бөтә төбәктәрҙә лә бер үк ваҡытта булмай. Улар ауыр ваҡытта бер-береһенә ярҙам итергә тейеш. Әммә ауыл хужалығы министры Елена Скрынник бөтә төбәктәр ҙә үҙ ихтыяждары өсөн генә продукция етештерһен һәм уларҙы үҙҙәрендә һатһын, тигән бурыс ҡуя.
Реформа йылдарында дәүләттең ауыл хужалығы өлкәһендә үткәргән сәйәсәтендә етештергән продукцияны һатыуға дәүләт гарантияһы бирелмәүе төп етешһеҙлек булды. Мәҫәлән, быйыл игендең хаҡы үҙҡиммәтенән күпкә түбәнерәк. Реформа башланғанға тиклем игенгә, һөткә, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтар бер сама булһа, әле уларҙа ҙур айырма күҙәтелә. Ауыл хужалығы һәм сәнәғәт тауарҙарына, энергия сығанаҡтарына хаҡтар араһындағы тигеҙһеҙлек илдәге агросәнәғәт комплексын бөлгөнлөк сигенә килтерҙе.
Ил иҡтисадының аграр секторында уйланылған дәүләт сәйәсәте тормошҡа ашырылған башҡа илдәрҙә (мәҫәлән, Японияла) үҙ крәҫтиәндәре етештергән продукцияны тулыһынса һатып бөтмәйенсә, ситтән аҙыҡ-түлек индерергә рөхсәт бирмәйҙәр. Был аграрийҙарға гарантия бирә. Ә Рәсәйҙә Ер-аграр реформалары осоронда ил етәкселәре ауылға әллә ни иғтибар итмәне, уның төп проблемаларын аңларға тырышманы, тип әйтергә мөмкин.
Йылдар үтеү менән был реформаларҙың һөҙөмтәһеҙ булыуы асығыраҡ сағыла бара. Табындағы һөйләшеүҙәрҙе рәсми кимәлгә сығарып, власть структураларына еткерергә, илдәге идара итеү кимәленең, уға бәйле иҡтисади үҫештең (айырыуса агросәнәғәт комплексындағы үҫештең) даими түбәнәйеүе хаҡында асыҡтан-асыҡ һүҙ алып барырға ваҡыт. Мәҫәлән, төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса Рәсәйҙәге 120 миллион гектар ерҙең 50 миллион гектары эшкәртелмәй, 52 меңгә яҡын ауыл ташландыҡ хәлдә. Ауыл хужалығы машиналары эшләү предприятиеларының күпселеге туҡтап ҡалған. Илдә етештерелгән баҡса кәрәк-яраҡтары түбән сифатлы, шуға күрә ҡиммәт булһа ла, сит илдәрҙә етештерелгәндәргә өҫтөнлөк бирелә.
Ауылда эш хаҡының түбән булыуы, эшһеҙлек, социаль мәсьәләләрҙең насар хәл ителеүе арҡаһында йәштәрҙең күпләп ҡалаға китеүе дауам итә, тиҙҙән хосусилаштырылған ерҙә эшләргә кеше ҡалмауы ла ихтимал. Әле Рәсәйҙә, шул иҫәптән республикабыҙҙа ауыл хужалығы продукцияһының 60 – 65 проценты шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа етештерелә. Әммә бында ла мал һанының кәмеүе, етештереүҙең түбәнәйеүе күҙәтелә.
Һуңғы тиҫтә йылда фермер хужалыҡтарының һаны кәмене. Элегерәк ауыл хужалығына аҡса һалырға теләгән инвесторҙар байтаҡ булһа, финанс көрсөгө башланыу менән улар юҡ кимәлендә.
Шулай итеп, ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа барған 20 йыллыҡ реформалар осоронда Рәсәйҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелмәне. Ауыл хужалығында ерҙе файҙаланыу 1861 йылғы (крепостнойлыҡ хоҡуғы бөтөрөлгән осор) кимәлгә әйләнеп ҡайтты. Тик бер генә айырма бар: ул заманда ер өлөштәре крәҫтиәндәргә файҙаланыуға бирелһә, әле өлөшләтә дөйөм милеккә тапшырыла.
Хәҙер ер өлөштәренең хужалары уны һатыу, бүләк итеү, мираҫ итеп ҡалдырыу йәки яҙма рәүештә унан баш тартыу хоҡуғына эйә. Асылда иһә был — ергә уйҙырма милек хоҡуғы. Ул илдәге дәүләт власы эшендәге ҙур етешһеҙлектәрҙе асып һалған ваучерлы хосусилаштырыуға оҡшаш күренеш.
Хәҙер ерҙең һәр милексеһе уны бүлеп алыу хоҡуғына эйә. “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы Законда был эште тормошҡа ашырыу сараларының барыһы ла аныҡ билдәләнә. Ә ғәмәлдә иһә бөтәһе лә киреһенсә. Ауыл халҡының күпселеге үҙенең шәхси хужалығында ғына эшләй. Ә унда, механизация булмау сәбәпле, күп көс һәм ваҡыт талап ителә. Ергә милек хоҡуғы документтарын тултырыусыларҙың күбеһен ауыл хужалығы етештереүе бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай.
Ер өлөшсөләре араһында пенсионерҙарҙың йылдан-йыл артыуы ла борсоуға һала. Ә ауыл хужалығы яҡшы белем, оҫталыҡ һәм физик көс талап итә. Икенсе мәшәҡәт — ер өлөшөн натурала бүлеү. Ауыл ҡалаға яҡын урынлашҡан иң яҡшы, уңайлы, уңдырышлы ерҙәрҙең ни бары 10 – 15 процент тәшкил итеүе берәүгә лә сер түгел. Ер участкаһы урынын билдәләгәндә ҡатмарлы хәл килеп тыуа: барыһы ла ауылға яҡыныраҡ урындан ер алғыһы килә. Өҫтәүенә, ер өлөштәрен рәсмиләштереү — оҙаҡ ваҡыт талап иткән ҡатмарлы, ҡиммәтле эш. Бюрократик ҡаршылыҡтарҙы ныҡышмалдар ғына үтә. Дәүләт власы органдары быны яҡшы белә. Улар ер өлөштәрен бүлеү ғәмәлдәрен ябайлаштырыу буйынса ниндәй ҙә булһа саралар күрергә тырыша, әммә әлегә һөҙөмтә юҡ.
Рәсәйҙең ер ҡануниәте буйынса ауыл хужалығы ерҙәре үҙҙәренең туранан-тура тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылырға тейеш. Илдәрҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында бындай ҡағиҙә бөтә донъяла ҡабул ителгән. Әммә күсемһеҙ мөлкәт һәм тауар булараҡ ер ресурстарына идара итеүсе Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығының Хөкүмәткә Ер кодексына төҙәтмәләр индерелгән закон проектын тәҡдим итеүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. Унда ерҙе категорияларға бүлеү системаһын юҡҡа сығарыу һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге категорияны бөтөрөү хаҡында һүҙ бара. Был закон проекты ҡабул ителгән осраҡта ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр башҡа маҡсаттарға, тәү сиратта олигархтар өсөн биләмәләр итеп бүленәсәк. Ҡасандыр иген һәм мал аҙығы етештереү өсөн сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙең ниндәй ҡыйынлыҡтар һәм сығымдар менән үҙләштерелеүен илебеҙ онотмай. Әйтелгәндәр һөҙөмтәһендә илдә кире эҙемтәләргә килтергән ер-аграр реформаһы, аҙыҡ-түлектең ситтән килтерелеүенә етди бәйлелек, ауылдың иҡтисади һәм социаль йәһәттән емерелеүе өсөн кем яуап бирергә тейеш, тигән һорау тыуа.
Ошо көрсөктән сығыу сараларын эҙләү өсөн бөтә кимәлдәге крәҫтиән съездары үткәреп, мәсьәләләрҙе тикшерергә тәҡдим ителә. Рәсәй власында был проблемаларҙы аңлаусы юҡ. Әле илебеҙ ҙур сәйәси ваҡиғаларға, Дәүләт Думаһына, Президент һайлауға әҙерләнгәндә, уларҙы дөйөм тикшереүгә сығарырға кәрәк. Күптән түгел генә үткәрелгән алдан һайлауҙа был мәсьәләләрҙең иғтибарға алынмауы үкенесле. Депутатлыҡҡа күрһәтелгән кандидаттар араһында ла әүәлгесә ауыл хужалығы белгестәре юҡ тиерлек.
Радил МӨХӘМӘТДИНОВ,
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры,
ауыл хужалығы фәндәре кандидаты,
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.