Күгәрсен районының «Октябрьский” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторҙары сит ил техникаһында гөрләтеп эшләй. “Америка, Германия машиналарының хеҙмәт етештереүсәнлеге юғары. Үҙләштереүе ауыр булманы, “Ягуар” комбайны идара итеүгә еңел булып сыҡты. “Челленджер”ҙа Рәфҡәт Нафиҡов һалған яҫмаларҙы йыйып, ыңғайына тейәп ебәрәм”, – ти сенаж әҙерләүҙә мәшғүл йәш механизатор Алексей Гуляев ҡәнәғәтлек менән.
Мал аҙығын һаҡлау урынына ташыусылар көнөнә 15-20 рейс эшләй. Был эшкә дүрт транспорт сараһы йәлеп ителгән.
Р. МӘХИЙӘНОВА.
Күгәрсен районы.