Төньяҡ-көнсығышҡа өмөт ҙур07.08.2012
Республикабыҙҙың был төбәгенә бөгөн инвестициялар мул һалына

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышының бөгөнгөһө нисек? Ниндәй көнүҙәк мәсьәләләр бар һәм улар нисек хәл ителә? Был төбәкте 2011 – 2015 йылдарҙа социаль-иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһы ыңғай һөҙөмтәләр бирә башлағанмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, республикабыҙҙың Дыуан, Мәсетле һәм Балаҡатай райондарына юлландыҡ.

Төньяҡ-көнсығышҡа өмөт ҙур“Төп байлығыбыҙ – кешеләр, ер һәм урман”

Тап шулай тип ҡаршыланы беҙҙе Дыуан районы хакимиәте башлығы Владимир Солин. Төньяҡ-көнсығыш райондарҙы 2011 – 2015 йылдарҙа социаль-иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһы тап ошо өс йүнәлештә эшләйәсәк. Ни тиһәң дә, бөгөн төбәк халҡын борсоған мәсьәләләр етерлек. Республика етәкселеге тарафынан иғтибар йылдар дауамында тупланып килгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур этәргес буласаҡ, быға шиге юҡ етәксенең.
Ә мәсьәләләр байтаҡ. Мәҫәлән, әле ике меңдән ашыу кеше райондан ситтә эшләргә мәжбүр. Сер түгел, араларында “оҙон аҡса” юллап Себергә китеүселәр ҙә байтаҡ. Әгәр төбәктә эш урындары артһа һәм барыһына ла лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнһә, бындай күренеш, юғалмаһа ла, һис шикһеҙ, кәмер ине. Тап ошоға өмөтләнә бөгөн Владимир Иванович.
Программа социаль өлкәне лә, сәнәғәт менән ауыл хужалығы тармағын да үҙ эсенә аласаҡ. Әммә төп маҡсат, әлбиттә, халыҡҡа өҫтәмә эш урындары булдырыу.
Етәксе башҡарылғандар менән әлегә ҡәнәғәт. “Ҡайһы бер башланғыстар бөгөндән тормошҡа ашырыла”, – тип белдерҙе ул. Мәҫәлән, Аяҙ ауылында күпер төҙөлгән. Элек ҡышын халыҡ икенсе ярға боҙҙан сығып йөрөгән, ә йәйен кәмә төп транспорт сараһы булған. Ниһайәт, мәсьәлә хәл ителгән.
Эйе, программа район тормошоноң һәр өлкәһендә сағылыш табасаҡ. Мәҫәлән, ауыл хужалығы тармағының һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн уға яңы технологиялар индереләсәк. Дәүләт тарафынан бүленгән субсидиялар, банктарҙан оҙайлы срокка бирелгән кредиттар ҙа тармаҡ үҫешенә етди этәргес булыр тип ышана етәксе. Әле районда “Уралтау” ауыл хужалығы предприятиеһының ит комбинаты төҙөлә башлаған. Бөгөнгә 10 миллион һум самаһы инвестиция һалынған, ҡорамалдарҙың бер өлөшө һатып алынған. Объект йыл аҙағына сафҡа индерелер, тип өмөтләнәләр бында. Райондың ауыл хужалығы предприятиеларының ғына түгел, шәхси ихаталарҙың да продукцияһы ошо комбинатта эшкәртелер тип күҙаллана. Программала Мәсәғүт һөт-консерва комбинатының ҡеүәтен арттырыу ҙа ҡаралған. Бөгөн был маҡсат тормошҡа ашырылған тип әйтергә була.
Ғөмүмән, ауыл хужалығы – Дыуан районының көслө яҡтарының береһе. Мәҫәлән, 2010 йылдағы ҡоролоҡҡа ҡарамай, бында мал һанын һаҡлап ҡалыуға өлгәшкәндәр. 2011 йылғы һөҙөмтәләрҙән дә ҡәнәғәттәр. Республика Хөкүмәтенең йомғаҡлау кәңәшмәһендә диплом һәм аҡсалата бүләк алған 12 район араһында Дыуан да булған. Йыйылған иген күләме буйынса тәүге тиҫтә иҫәбенә ингәндәр.
Дыуан районы биләмәһенең 56 проценты урман менән ҡапланған, шуға күрә ағасты тәрән эшкәртеүҙе яйға һалыу ҙа төп бурыс итеп билдәләнгән бында. Районда бигерәк тә түбән сифатлы ағас күп, ул эшкәртелеп, яғыулыҡ пеллеттары етештереүгә йүнәлтелә. Был яғыулыҡ хатта газға алмаш була ала икән. Мәсәғүттә уның менән йылытыусы ҡаҙанлыҡ та бар. “Һөҙөмтәләре бөгөндән ҡыуандыра. Әлбиттә, әлегә газдан үтә арзан тип әйтеп булмай, әммә бер аҙҙан был ысул осһоҙораҡҡа төшөр тип ышанабыҙ”, – тине Владимир Иванович.
Өс предприятиела бөгөн күмер етештереү яйға һалынған, ағасты эшкәртеүсе, унан йорт йыһаздары эшләүсе ойошмалар бар. Ҡуҙғалыш тойола, хәрәкәт булыр, тип ышана район хакимиәте башлығы.
Ғөмүмән, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫешенән ҡәнәғәт етәкселек. Бөгөн уларҙа район халҡының дүрттән бер өлөшө эш урынын тапҡан. Былтыр Дыуанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙамға дүрт миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән, уның күп өлөшө хеҙмәтләндереү һәм етештереү менән шөғөлләнгән йүнселдәргә бүленгән.
Әлбиттә, социаль мәсьәләләр ҙә күҙ уңында. Мәсәғүттә 120 урынлыҡ дауалау корпусын төҙөү бара. Район үҙәгендә 110 урынлыҡ балалар баҡсаһын да һала башларға торалар. Шулай уҡ социаль торлаҡ менән тәьмин итеү ҙә көйләнә – район үҙәгендә 33 фатирлы йорт төҙөлә, ул, нигеҙҙә, медицина хеҙмәткәрҙәренә бүленәсәк. Сәбәбе – бында тиҙҙән төньяҡ-көнсығыш райондар халҡын хеҙмәтләндереүсе кардиология һәм травматология буйынса медицина үҙәктәренең береһе урынлашырға тейеш. Бөгөндән гемодиализ эшләй, урындағы халыҡҡа дауаланыу һәм тикшеренеү үтеү өсөн элекке кеүек баш ҡалаға юлланырға тура килмәйәсәк. Үҙәктә кәмендә 40 табип кәрәк буласаҡ – торлаҡ менән тәьмин итмәйенсә, кадрҙарҙы йәлеп итеү тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Социаль йорт тап ошоно күҙҙә тотоп төҙөлә лә инде.
Киләсәккә ышаныс менән ҡарай етәксе. “Ыңғай һөҙөмтәләр булыр тигән өмөттәбеҙ. Ни тиһәң дә, программа буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары ҡабул ителгән, Координация Советы бар, эштең үтәлешен Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов контролдә тота”, – ти ул.
Мәсәғүткә ҡала статусы бирелеүе тураһында имеш-мимештәр күптән йөрөй. Беҙҙе уның ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүе ҡыҙыҡһындырҙы. Владимир Иванович әйтеүенсә, халыҡ араһында был башланғысҡа ҡаршылар етерлек. Мәсәғүттең ҡалаға әйләнеүе, бер яҡтан, яңы инвесторҙар йәлеп итеү өсөн отошло буласаҡ. Ә бына халыҡ өсөн ниндәй өҫтөнлөктәр булыр – быны береһе лә аныҡ ҡына әйтә алмай. Киреһенсә, бөгөн күптәр ауыл халҡы өсөн ҡаралған ташламаларға күҙ төбәп тора. “Ауылды социаль үҫтереү” программаһы, педагогтар, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн өҫтөнлөктәр – уларҙан берәүҙең дә мәхрүм ҡалғыһы килмәй. Шуға күрә был йәһәттән уйланырға урын бар.

Төньяҡ-көнсығышҡа өмөт ҙурҮҫештең сере нимәлә?

Мәсетлеләр ҙә республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын 2011 — 2015 йылдарҙа социаль-иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһын тормошҡа ашырыуға дәррәү тотонған. Бурыстарҙың үтәлеше райондың үҫешенә ҙур этәргес булмаҡсы, быны һәр кем төшөнә. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге мөдире Илшат Хәсәнов менән аралашҡандан һуң, беҙ ҙә шундай уҡ фекергә килдек. Бөгөн программаны тормошҡа ашырыу Хөкүмәт тарафынан раҫланған планға һәм инвестиция проекттарына ярашлы башҡарыла.
Мәсетле районында ла ауыл хужалығына иғтибар ҙур. Бөгөн “500 ферма” программаһы буйынса райондың “Йондоҙ” һәм Ленин исемендәге хужалыҡтарының фермалары төҙөкләндерелә. Шулай уҡ күп проекттар республиканың бәләкәй һәм урта бизнесын үҫтереү программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, былтыр 60 эшҡыуарға 9 миллион 690 мең һум күләмендә субсидия бүленгән. 2010 йылда иһә 3 миллион һумдан ашыу ярҙамды 30 эшҡыуар алған булған, йәғни эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күләме бер йыл эсендә генә ике-өс тапҡырға артҡан. Бындай үҫештең сәбәбе нимәлә? Әлбиттә, төп нигеҙ – ошо программаның ҡабул ителеүе.
2011 йылда Мәсетле районының 10 эшҡыуары Башҡортостандың микрофинанслау үҙәгенән 10 миллион һум күләмендә микрокредит алған. Бынан күберәкте Өфө һәм Әбйәлил эшҡыуарҙары ғына “эләктергән”, баҡһаң. Шуға күрә мәсетлеләргә, һис шикһеҙ, ғорурланырға урын бар. Шулай уҡ Гарантия фондының аҡсаһы ла йүнселдәр тарафынан әүҙем ҡулланыла, мәҫәлән, райондың бер йүнселе ВТБ-24 банкы аша ташламалы кредит юллауға өлгәшкән.
Шуға ла эшҡыуарлыҡ районда әүҙем үҫә. Яңы инвесторҙар Кесе Ыҡтамаҡ ауылындағы кирбес заводының эшмәкәрлеген тергеҙеүгә өлгәшкән. Бөгөн унда эш ҡайнай, шулай уҡ заводты төҙөкләндереү ҙә дауам итә.
Һүҙ юҡ, һөҙөмтәле эшләгән эшҡыуарҙар районда байтаҡ. Мәҫәлән, Фирдус Йомадилов шлактан һәм бетондан блоктар яһай, төрлө биҙәкләү таштары, металл изделиелары кеүек төҙөлөш материалдары етештереүҙе күптән яйға һалған. Киләсәккә маҡсаттары ла бәләкәй түгел – етештереүҙе киңәйтеү һәм төҙөлөш материалдары өсөн сауҙа базаһы булдырыу. Бетондан төҙөлөш материалдары етештереү менән Сергей Руднев та шөғөлләнә. Төньяҡ-көнсығышта иң билдәле эшҡыуарҙарҙың береһе Сергей Скрябиндың сауҙа үҙәктәре уңышлы эшләй. Ул шулай уҡ мебель һәм пластик тәҙрәләр етештереүҙе лә яйға һалған. “Яҡындағы райондар менән сағыштырғанда, эшҡыуарлыҡ беҙҙә нығыраҡ үҫешкән, уларҙың һаны буйынса төньяҡ-көнсығышта беҙгә етеүсе юҡ”, – тине Илшат Ғабдулла улы. Ысынлап та, Мәсетлелә бөгөн 700-ҙән ашыу эшҡыуар теркәлгән, район бюджетының дүрттән бер өлөшөн тап улар тулыландыра.
Программаның Мәсетле районының социаль хәленә йоғонтоһо ла ҡыҙыҡһындырҙы беҙҙе. Оло Ыҡтамаҡ ауылында таҙартыу станцияһы булған һыу алғысты проектлау башланған. Был – халыҡты күптән йонсотҡан мәсьәләләрҙең береһе, сөнки район үҙәгендә һыуҙың сифатына дәғүәләр байтаҡ. Төҙөлөш ете меңдән ашыу кешене сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итәсәк.
Оло Ыҡтамаҡта балалар баҡсаһы төҙөү күҙ уңында тотола. Былтыр 100 миллион һумдан ашыу аҡса үҙәк район дауаханаһын төҙөкләндереүгә һәм дауалау ҡорамалдары һатып алыуға йүнәлтелгән.
Яңыраҡ районда социаль өлкәлә һәм ауыл хужалығында мәшғүл биш ғаилә торлаҡҡа субсидия алған. Ул “2013 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше” федераль маҡсатлы программаһына ярашлы тапшырылған. 2011 йылда ғына был программа буйынса субсидияны һигеҙ ғаилә юллаған. Бәхетлеләр араһында Оло Ыҡтамаҡтан Марс Хужиндың ғаиләһе лә бар. Ғаилә башлығы училищела физик культура уҡытыусыһы булып эшләй, ә тормош иптәше Рита ханым лицейҙа физика фәненән белем бирә. Улар сиратҡа 2010 йылда торған, быға тиклем ер алып, шунда төҙөлөш башлаған булған.
Район йүнселдәре мәрхәмәтлектән дә баш тартмай. Мәҫәлән, эшҡыуар Айрат Камалов, Сергей Руднев, Фирдус Йомадилов һәм Сәғит Яҡупов “Комета Спорт” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырып, социаль йүнәлештә әүҙем эш алып бара. Уларҙың шәхси аҡсаһына хоккей ҡабы менән стадион, саңғы трассаһы төҙөлгән. Бөгөн бында йәштәр ҙә, ололар ҙа теләп килә, спорт объекттары халыҡтың яратҡан ял урындарына әүерелгән.
“Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү программаһының ҡабул ителеүе республиканың был төбәгенә иғтибарҙы һиҙелерлек арттырҙы. Был, әлбиттә, дәртләндерә һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә өҫтәмә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, эшҡыуарлыҡҡа ярҙамды күптәр тоя, шуға ла бөгөн үҙ эшен асырға теләүселәр көндән-көн арта”, – тине, һүҙен йомғаҡлап, Илшат Ғабдулла улы.

Төньяҡ-көнсығышҡа өмөт ҙурБалаҡатайға – миллиондар

Республиканың төньяҡ-көнсығышының социаль-иҡтисади үҫеше программаһының Балаҡатай районына ла йоғонтоһо һиҙелерлек булмаҡсы. Быны район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Валентина Бычкова килтергән һандар раҫлай. Бигерәк тә ҙур күләмдә инвестициялар һалыныуы шатлыҡлы күренеш.
“Ыңғай үҙгәрештәр бөгөндән һиҙелә”, – тип белдерҙе етәксе. Бөгөн Балаҡатай районы иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы һәм урман сәнәғәте тәшкил итә. Программала тап ошо ике тармаҡты үҫтереү күҙ уңында тотола ла инде. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ был йәһәттән район иҡтисадының нигеҙ ташына әйләнергә тейеш.
“Дәүләт ярҙамы төрҙәре һәм башҡа бихисап мәсьәләләр буйынса төрлө министрлыҡ һәм ведомстволарҙан махсус төркөмдәр килеп, районда предприятие, ойошма етәкселәре араһында аңлатыу эше алып бара. Район хакимиәтендә лә яңы инвесторҙар йәлеп итеү буйынса ҙур эштәр башҡарыла”, – тип аңлатты Валентина Григорьевна.
Мәҫәлән, райондың “Урал” колхозы йылдам үҫешә, ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеһына әүерелә. Улар бөгөндән күпләп ауыл хужалығы техникаһы – тракторҙар, сәсеү комплекстары, йөк машиналары – һатып ала. Тәүге инвестициялар күләме генә 10 миллион һум самаһы тәшкил иткән, ошоға өҫтәп, тағы ла 25 миллион һум һалыныр тип көтөлә.
Ямаш ауылында быйыл стена блоктары һәм төҙөлөш материалдары етештереүсе предприятие эш башлаясаҡ. Һатып алынасаҡ ҡорамалдарҙың хаҡы 35 миллион һум тирәһенә баҫасаҡ.
Бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика программаһының үтәлеше лә ҡыуандыра. Әле ике эшҡыуар лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн кире ҡайтарыу өсөн субсидияға (миллион ярым һумға ҡәҙәр) дәғүә итә. Йүнселдәргә уҙған йылдарҙағы сығымдарын кире ҡайтарыу ҙа ҡаралған. Һис икеләнмәйенсә, районда эшҡыуарлыҡ йылдам үҫешә тиергә була. Бөгөнгә районда 500-гә яҡын эшҡыуар теркәлгән.
Райондың иң ҙур предприятиелары, әлбиттә – “Ыҡ” һәм “Нарат” ҡулланыусылар йәмғиәттәре. Ваҡытында бихисап ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, районда был йүнәлеш һаҡлап ҡалынған. Бөгөн “Ыҡ”, нигеҙҙә, сауҙа менән шөғөлләнһә, “Нарат” етештереү менән мәшғүл. Тәүгеһенең 42 магазины бар, улар иң төпкөл ауылдарҙы ла ваҡытында аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп тора, 218 кеше эшле булған. Икенсеһе иһә икмәк-күмәс ризыҡтары етештереүҙе яйға һалған.
Ауыл хужалығының йылдам үҫеше өсөн дә районда төплө нигеҙ бар. Программа буйынса иң һөҙөмтәле эшләгән алты ауыл хужалығы предприятиеһы артабан ныҡлап үҫтереләсәк. Мәҫәлән, Түбәнге Исҡуш ауылында – 800, Иҫке Балаҡатайҙа 600 баш малға иҫәпләнгән һөт фермаларын реконструкциялау күҙ уңында тотола. 2015 йылға тиклем тәүгеһенә – 250 миллион һум, икенсеһенә 150 миллион һум күләмендә инвестиция һалыныуы көтөлә. Ямашта иһә ауыл хужалығы буйынса ғилми-етештереү кооперативы төҙөләсәк. Һөрөнтө ерҙәр быйыл уҡ өс мең гектар майҙанды биләгән, ошонда уҡ 1500 һыйырға иҫәпләнгән һөт комплексы барлыҡҡа киләсәк. Уның өсөн 500 миллион һум күләмендә инвестиция һалынасаҡ.
Майғаҙы ауылында йәшелсә һаҡлағыс төҙөләсәк, Балаҡатай баҫыуҙарын рекультивациялау ҙа ҡаралған. Шәхси инвестор был башланғысҡа 375 миллион һум күләмендә аҡса сарыф итәсәк. “Беҙҙең район өсөн был – иҫ киткес ҙур аҡса. Республиканың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү программаһы ҡабул ителгәнгә ҡәҙәр ундай инвестициялар тураһында хыяллана ла алмай инек”, – тине беҙгә Валентина Григорьевна.
Шулай уҡ Яңы Балаҡатайҙа эсәр һыу ҡойоуҙы ойоштороу, Ҡарлыхан ауылында ағас күмере етештереү өсөн пиролизлы мейес төҙөү һәм күмерҙе төрөү линияһын сафҡа индереү күҙаллана.
Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф та иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Яңы Балаҡатайҙа дауалау корпусы төҙөү, поликлиниканы һәм хирургия корпусын реконструкциялау, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын капиталь ремонтлау планлаштырылған. Шулай уҡ Урғалы, Иҫке Ямаш, Яңы Балаҡатай ауылдарында балалар баҡсаһы төҙөләсәк, Урғалы һәм Ҡарлыхан ауылдары мәктәптәре төҙөкләндереләсәк.
Бөгөн йәштәрҙе ауылға лайыҡлы эш хаҡы һәм торлаҡ ҡына ылыҡтыра ала. Районда быны хәтерҙән сығармайҙар, йәш ғаиләләр өсөн Яңы Балаҡатайҙа 16 фатирлы йорт төҙөү планлаштырыла.
Оло маҡсаттар менән йәшәй бөгөн Башҡортостандың был өс районы. Шулай булмай ни – республика етәкселегенең иғтибары һәр яҡлап һиҙелә бит. Урындағы халыҡ хеҙмәт һөйөүсән, тейешле шарттар тыуҙырылған, кәрәкле күләмдә инвестициялар буласаҡ. Тимәк, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға тулы нигеҙ бар.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай райондары.


Вернуться назад