Уңыш бар, тик игенгә хаҡтар крәҫтиәнде ҡәнәғәтләндерерме?04.08.2012
Уңыш бар, тик игенгә хаҡтар крәҫтиәнде ҡәнәғәтләндерерме?“Агро-Марс” йәмғиәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рафаэль Мусинды мин барыһынан элек эш өсөн янып йөрөгән, тынғыһыҙ етәксе булараҡ беләм. Уңыш яҙмышы хәл ителгән ҡыҙыу осорҙа уға диспетчер ролен дә үҙ иңенә алырға тура килә.

– Тиҙ генә Илдар Сәләховтың “Нива”һын Наратаѕтыға, күршеләге “Сервис” крәҫтиән-фермер хужалығына ебәрегеҙ. Яҫмаларҙы йыйып һуғыуҙа уларға беҙҙең ярҙам кәрәк. Шуны онотмағыҙ: уларҙың “Магдон” сапҡысы беҙҙә бер нисә көн эшләне, – тип, етәксе машина-трактор паркындағы техник хеҙмәткәрҙәргә күрһәтмәләр бирҙе.
– Шулай үҙ-ара ярҙам итешмәйенсә булмай. Әле беҙ яуып үткән ямғырҙан һуң ҡайһы бер яландарҙа ашлыҡтың өлгөргәнен көтәбеҙ, сөнки иген урыуҙың да үҙ тактикаһы бар, уны ҡоро килеш йыйып алырға кәрәк, – тип өҫтәне һуңынан Рафаэль Хәтип улы.
Хужалыҡта урып йыйыу эштәре көйлө барғанға, парк тирәһендә лә бер ниндәй ығы-зығы күренмәй. Салмалыла арыш һуғыуҙы тиҙ арала теүәлләгәндәр, ул һәр гектарҙан 15-16 центнер төшөм биргән.
– Былтырғы кеүек булмаһа ла, йылына күрә беҙҙә уңыш бар, – ти директор. – Әйҙә, булмаһа, иген еҫе аңҡып торған яланға – 170 гектарлыҡ арпа баҫыуына барып әйләнәйек. Унда беҙҙең өр-яңы “Палессе” комбайнының нисек эшләгәнен күрерһегеҙ. Уны быйыл лизинг буйынса һатып алдыҡ, хаҡы – 4,5 миллион һум. Был комбайн яңы технология нигеҙендә Белоруссияла сығарылған. Уға ҡәҙәр яңы ике “Нива” алғайныҡ. Шуға урып йыйыу эштәрен үҙебеҙҙең көс менән атҡарабыҙ.
Алтын төҫөнә мансылған бҫыуҙы иңләгән “Палессе”ның етештереүсәнле эшләүенә һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Уның менән тәжрибәле игенсе, 13 йыл “Башкирская” МТС-ының Туймазы филиалында эшләгән Рузил Ниғмәтуллин идара итә ине. Ул сит ил техникаһындағы электрониканы биш бармағы кеүек белә.
– Хужалыҡ етәксеһе яңы комбайнда эшләргә саҡырғас, бында килергә ризалаштым, – ти оҫта. – Хеҙмәт хаҡы етештереүсәнлеккә бәйле. Көнөнә 400–500 центнер иген һуҡһаң, ике – өс мең һум һинең иҫәпкә яҙылды, тигән һүҙ.
“Магдон” сапҡысы машинисы Владимир Иркиндың да кәйефен белештек. Ауыл эшҡыуары, танылған игенсе ҡыҙыу эш осоронда “Сервис” хужалығына ярҙам итә икән.
– Фермер Холодковтың һүҙен йыҡманым инде. Яңы “Магдон”ды Өфөләге базанан үҙем алып ҡайттым. Мин бығаса шундай техникала биш йыл МТС-та эшләгәйнем, – ти ул. – Былтыр 3200 гектарҙа иген урғайным. Быйыл да йөҙ ҡыҙартмаҫҡа иҫәп. Әле үҙебеҙҙә, башҡа хужалыҡтарҙа эшләп, 1500 гектарҙа ашлыҡ сабырға өлгөрҙөм. “Агро-Марс”та 350 гектарҙа арыш, борсаҡ, арпаны яҫмаларға һалдым.
Салмалы баҫыуҙарында бойҙай ҙа өлгөрөп килә. Үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алһалар, “Агро-Марс”та көҙгө байлыҡ мул ғына булмаҡсы. Шуға күрә тәжрибәле хужалыҡ етәксеһен иген баҙарындағы хәл, хаҡ сәйәсәтенең нисек буласағы нығыраҡ борсой.
– Әле бына сауҙагәрҙәр беҙҙән арыштың тоннаһын 4500, дүртенсе класлы бойҙайҙы 5600 һумға алырға теләй. Ләкин мин уларҙың тәҡдиме менән ризалашманым, – ти Рафаэль Хәтип улы. – Хаҡтарҙың тағын да күтәреләсәгенә өмөт итәбеҙ. Шуға алыш-биреш итергә ҡабаланмаясаҡбыҙ. Йыйылған уңышты һаҡлауға һалырға келәттәрҙә урын етерлек. Хәтерләйем, 2007 йылдың яҙында класлы бойҙайҙың тоннаһын 9800 һум менән һаттыҡ. Әле лә күп көс түгеп үҫтерелгән уңышты яҡшы хаҡҡа һатып, мул табыш алырға тейешбеҙ. Ә ул аҡсаны инде игенселекте үҫтереүгә, хеҙмәткә түләүҙе арттырыуға тотонор инек.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Шаран районы.


Вернуться назад