Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттең быйылғы йылдың тәүге яртыһында республика бюджетын тулыландырыу буйынса эш һөҙөмтәләренә арналған ултырышында ҡаҙнаға кергән һалым күләменең кәмеүенә иғтибарҙы йүнәлтте. Был күренеш бөтә Рәсәйгә лә хас, шулай ҙа Рөстәм Хәмитов уны ентекле анализларға тәҡдим итте. Уныңса, бөгөн төбәктә эре һалым түләүселәр араһында төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙҙәре көткән табышҡа өлгәшә алмағандары ла бар.
Тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтарына ҡарағанда, әлегә республика ҡаҙнаһының тулыланыуы буйынса бөтә күрһәткестәр ҙә ыңғай. Тик шуныһы: сығымдар килемгә ҡарағанда тиҙерәк арта. Шуға күрә бюджет дефициты йыл аҙағына 5 миллиард һумға ҡәҙәр етеүе бар.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бер яҡтан ҡарағанда хәл ҡәнәғәтләнерлек кеүек, сөнки бөтәһе лә планлаштырғанға ярашлы бара. Табышҡа һәм физик шәхестәр килеменә һалынған һалым күләменең кәмеүе генә борсолоу тыуҙыра. Икенсе яҡтан, сығымдар көн дә артып тора, сөнки бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡын, студенттарҙың стипендияһын, күп балалы ғаиләләрҙең пособиеһы күләмен арттырыу зарур. Шулай уҡ өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ер бүлеп биреү ҙә — мөһим социаль бурыс. Был ер участкаларын межалау, уларға инженер инфраструктураһын үткәреү өсөн дә байтаҡ аҡса сарыф ителәсәк. Социаль торлаҡ төҙөлөшө лә республика ҡаҙнаһына өҫтәмә йөк булып ята. Шулай итеп, социаль йөкләмәләр республика бюджетының тулыланыуына ҡарағанда күпкә тиҙерәк арта.
Президент шуға күрә бюджет сығымдарын кәметеү өҫтөндә етди эшләргә саҡырҙы. Был йәһәттән башҡараһы эш байтаҡ. Мәҫәлән, быйыл мартта республика башлығы дәүләт учреждениеларының эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген тикшерергә һәм уларҙы ҡулайлаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡайны. Баҡтиһәң, Рәсәйҙә ун мең кешегә 12 ярым дәүләт учреждениеһы тура килһә, Волга буйы федераль округында – 13 ярым, беҙҙә иһә – 14-кә яҡын. Күренеүенсә, уйланырға урын бар.
З. РӘШИТОВ.