Юғалтыу ҙур, әммә иген етерлек03.08.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һауа шарттарының ҡырыҫлығына бәйле ауыл етештереүселәренә ярҙам күрһәтеүгә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны Волгоград өлкәһенең Иловля ҡасабаһында Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Ил Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы иген тупламы хаҡында һөйләне. Уның билдәләүенсә, быйыл төбәктә игенде юғалтыу былтырғы күрһәткестәргә ҡарата 40 процент тәшкил итәсәк.
Дмитрий Медведев 40 процент юғалтыуҙы бик ҙур һан тип атаны. Рөстәм Хәмитов, үҙ сиратында, тонналап иҫәпләгәндә был 1,1 — 1,2 миллион буласаҡ, тине. Республика Президенты әйтеүенсә, ҡышҡа иген етергә тейеш, ләкин артабан төбәк резервһыҙ ҡаласаҡ.

Башҡортостандағы иген тупламынан тыш, Рөстәм Хәмитов та республикала ауыл хужалығын техника менән тәьмин итеү хаҡында ла һөйләне. Быйыл төбәккә 250 — 300 яңы комбайн килтереләсәк. Ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға субсидия әле 40 процент тәшкил итә. Ошондай программаларға федераль кимәлдә булышлыҡ күрһәтелгән осраҡта, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу әүҙемерәк тормошҡа ашырылыр ине, тигән ышаныс белдерҙе Башҡортостан Президенты.
Кәңәшмә аҙағында Дмитрий Медведев: “Һауа шарттары насар булған осорҙа ғына түгел, ғөмүмән, Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән мәлдә ,ауыл хужалығына Хөкүмәт айырым иғтибар бирергә тейеш”, — тип билдәләне.
Рәсәй Хөкүмәте башлығының фекеренсә, бөгөн баҙарға мониторинг үткәреү һис ҡасан булмағанса ҙур әһәмиәткә эйә.
— Төбәк етәкселәре Иҡтисади үҫеш министрлығы, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт һәм, әлбиттә, илдең Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә аграр етештереүселәргә ҡағылған мәсьәләләр буйынса ғына түгел, шулай уҡ хаҡты нигеҙһеҙ арттырыу йәһәтенән дә аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлде күҙәтһен ине. Сөнки берәүҙәр өсөн был — бәлә, икенселәр өсөн — байығыу, килем алыу мөмкинлеге, — тип һүҙен йомғаҡланы Дмитрий Медведев.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад