Игенгә ҡытлыҡ көтөлмәй01.08.2012
Республикалағы иген майҙанының 7 проценты урылған, 6 проценты һуғылған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 557 мең гектарҙа (33 %) ужым арышы, борсаҡ, арпа урылған, 513 мең гектарҙа (30 %) — һуғылған. Һәр гектарҙан 11,9 центнер уңыш алынған, йәмғеһе 610 мең тонна иген тупланған.
Республика Ауыл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Артур Ноғоманов әйтеүенсә, быйыл ураҡ былтырғыға ҡарағанда ике аҙнаға иртәрәк башланды. Һауа шарттарының ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, төбәктә игенгә ҡытлыҡ көтөлмәй. Республика үҙенең икмәккә ихтыяжын тәьмин итә аласаҡ.