Республика баҫыуҙарында ҡыҙыу мәл. Бер яҡтан, үҫтерелгәнде ваҡытында йыйып алырға ашыҡҡан крәҫтиән һәр минут-сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша, икенсе яҡтан, көндәр ҙә ҡыҙҙыра, барлы-юҡлы уңышты ҡура, картуф, сөгөлдөр баҫыуҙарын һарғайта.
Башҡортостандың 18 районында ғәҙәттән тыш хәл күҙәтелә: игендәр баш ҡалҡытып сығыу менән эҫе өткән, ямғыр тамсыларына һыуһаған ер ярыла, үлән көйә. Игенселеккә генә түгел, малсылыҡҡа ла хәүеф янай. Йылға-күлдәр һайығыуы ғына етмәгән, хәҙер шишмәләр ҙә ҡорой, ҡоҙоҡтарҙан һыу “ҡаса”.
Ҡоролоҡтан, ел-дауылдан ҡаза күргән Бүздәк районы игенселәренең хәлдәрен белеү өсөн ауыл хужалығы идаралығына шылтыраттыҡ.
— Әлегә тиклем уңыш гектарынан уртаса 11 центнер тәшкил итте. Ләкин быны ошо кимәлдә арыш ҡына тотто, — ти район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте буйынса урынбаҫары Рим Ноғоманов. — Ләкин күрһәткестәр кәмей барасаҡ. Шулай ҙа туғыҙ-ун центнер булыр тип өмөтләнәбеҙ. Һуңғы ямғырҙар уны нығытҡандай, ләкин аҙна-ун көн ныҡлап яумаһа, сөгөлдөр, кукуруз баҫыуҙары һарғая, кибә башлаясаҡ.
Бүздәк районы хужалыҡтары баҫыуҙары игенселек өсөн иң кәрәк саҡта — май айында тамсы ямғыр күрмәгән. Рим Хисмәтулла улы әйтеүенсә, иң күп ҡаза күреүсе хужалыҡтарҙан “Колос”, “Мирал-Бүздәк”, “Ҡыйҙаш” иҫәпләнә. Уларҙа ҡоролоҡ ҡына булмаған, көслө, емерткес ел-дауыл да үткән. Мәҫәлән, “Ҡыйҙаш” колхозында ул бөтәһе 1400 гектар майҙанда иген культураларына зыян иткән, 260 гектар арыш баҫыуын ҡара ергә әйләндергән. Шәкәр сөгөлдөрөнөң — 160, кукуруздың 100 гектарын ҡабаттан сәскәндәр. “Бүздәк” ойошмаһында көнбағыш, арпа баҫыуҙарына зыян килгән. Бөгөн райондың 5 меңдән ашыу майҙанда сәселгән сөгөлдөр, мал аҙығының төп берәмеген тәшкил итеүсе кукуруз баҫыуҙары һыуға сарсаған. Ә бит урындарҙа финанс-иҡтисади хәлдәр нәҡ ергә, унан килгән уңышҡа бәйләнгән. Малдарҙы имен-аман ҡышлатып сығарыу ҙа әлеге сәғәт-минуттарға, крәҫтиәндең тир көсөнә бәйле. Бүздәктәр быны яҡшы аңлай, шуға ла көнө-төнө баҫыуҙарҙа трактор-машина тауышы тынмай. Киләһе йылды ла ҡайғырталар — үҫтерелгән игендән бушап та өлгөрмәй, ерҙәр туңға һөрөлә башлай.
Т. МУСИН.
Бүздәк районы.