Ерҙең сифаты насарая01.08.2012
Йыл аҙағында Росреестрҙың Башҡортостан идаралығындағы ведомство-ара хеҙмәттәшлек буйынса эш төркөмө власть органдары менән берлектә ергә дәүләт мониторингы үткәреүгә арналған республика кәңәшмәһен үткәрергә ниәтләй.

Эш төркөмө ағзаларының фекеренсә, төбәктә ерҙең сифаты насарайыуы дауам итә. Иң хәүефле процестар: эрозия, дефляция, һаҙлыҡтарҙың артыуы, һыу баҫыу, ауыл хужалығы ерҙәрен ҡыуаҡлыҡтар баҫып алыуы. Бынан тыш, һуңғы биш йылда республикала ауыл хужалығы ерҙәренең дөйөм майҙаны биш мең гектарға кәмегән. Әле был күрһәткес 7,3 миллион гектар тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта уңдырышлы тупраҡтың юҡҡа сығыуы, уның ауыр металдар, радионуклидтар менән бысраныуы күҙәтелә.
Башҡортостандағы ер ресурстарына һөҙөмтәлерәк идара итеү, уларға мониторинг эшен ойоштороу өсөн тупраҡты һаҡлау, милекселәрҙе иҡтисади дәртләндереү йәһәтенән саралар һәм ғәмәлдәр комплексын булдырыу зарур. Шулай уҡ ергә мониторинг үткәреү программаһын әҙерләү шарт. Тупраҡты рациональ файҙаланыу, һаҡлау маҡсатында уның торошо тураһында мәғлүмәттәр тупларға кәрәк.
Росреестрҙың Башҡортостан идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, ерҙең торошон һәм файҙаланылыуын өйрәнеү буйынса ошондай тикшеренеүҙәр төбәктә уҙған быуаттың 60 — 70-се йылдарында уҡ үткәрелгән.
М. ЗАМАНОВ.


Вернуться назад