Ҡырмыҫҡалы — республиканың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән райондарҙың береһе. Быйыл иген һәм ҡуҙаҡлылар — 38 мең ярым, мал аҙығы культуралары 18 мең гектарҙа үҫтерелде.
Ҡырмыҫҡалылар күптән шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү оҫталары булараҡ танылған. Плантациялары 6200 гектар майҙанды биләй. Техник культураларҙан йәнә 1500 гектарҙы көнбағыш алып тора.
Ауыл хужалығы ерҙәре ни ҡәҙәр генә киң, иркен булмаһын, дәрт-теләгең ташып торһа ла, техникаһыҙ бер нәмә лә ҡырып булмай. Бөгөн уңышты уның нисек эшләүе билдәләй.
Иртә яҙҙан алып ҡояш ҡыҙҙырыуы, көйҙөрөүе һөҙөмтәһендә иген иртә өлгөрҙө. 16 ауыл хужалығы предприятиеһы, 80-дән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы ураҡҡа уҙған йылдарға ҡарағанда алдараҡ төштө.
Төбәктә заманса технологиялар нигеҙендә эшләүсе ауыл хужалығы предприятиелары барлыҡҡа килде. “Алатау” йәмғиәтендә лә иген үҫтереүҙең юғары тәжрибәһенә
эйәләр.
Урып йыйыуҙа 13 комбайн ҡатнаша. Быйыл ғына ла биш комбайн һатып алғандар.
— Һүҙ ҙә юҡ, “Кейс”, “Нью Холланд”тар шәптер, — ти Рөстәм Мостафин, Филхәт Бикҡолов һәм Венер Ғайсин бер тауыштан. — Тик үҙебеҙҙеләр ҙә һынатмай. “Ростсельмаш”та сығарылған “Акрос-580” дә ышаныслы, юғары етештереүсәнле, мөмкинлектәре ҙур.
Уларҙың һүҙҙәрен директор Рәзит Бикташев та ҡеүәтләй.
— Көн киптереү менән быуа буйындағы арыш баҫыуында эште теүәлләйбеҙ, — ти ул. — Унан һуң — арпаға.
Уңышты йыйыу тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Баҫыуҙағыларҙы көнөнә өс тапҡыр ашаталар. Яңы ашлыҡты Ҡарлыман элеваторына ташыйҙар. Уңыш орлоҡ, фураж, шәхси хужалыҡтарҙың игенгә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә лә мөмкинлек бирәсәк.
“Артемида” компаниялар төркөмө, “Надежда” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лә ураҡ ҡыҙыу бара. Башҡа хужалыҡтар ҙа игенде юғалтыуһыҙ һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йыйып алып, келәттәргә һалыу өсөн ҙур көс, тырышлыҡ һала.
Район баҫыуҙарында үҙҙәренең 45 комбайны эшләй. Ураҡты дәррәү алып барыуға “Үҙәк” МТС-тың Ҡырмыҫҡалылағы “Нива” филиалының 26 баҫыу карабын йәлеп итеү ҙә булышлыҡ итә.
Яғыулыҡ-майлау материалдары менән тотҡарлыҡтар тыуғаны юҡ. Район етәкселегенең ураҡты ойоштороуға етди иғтибар биреүе, һәйбәт хеҙмәт шарттары булдырыуы, игенселәрҙе дәртләндереүе эште тағы ла тиҙләтә, сифатлы һәм ойошҡанлы итә.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Ҡырмыҫҡалы районы.