Миллионлыҡ сиген үттек31.07.2012
Йыл башынан алып Башҡортостанда 1 032 686 тонна һөт һауып алынған, шуның 393 296 тоннаһы — ауыл хужалығы предприятиеларына һәм фермер хужалыҡтарына, ҡалғаны шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Быйыл, былтырғы менән сағыштырғанда 30 799 тоннаға күберәк һөт алынған. Тулы булмаған ете айҙа 410 983 тонна һөт һатылған. Иң ҙур күрһәткестәр Стәрлетамаҡ (26 434 тонна), Саҡмағош (24 593), Дүртөйлө (20 479), Илеш (18 282) һәм Ауырғазы (14 645) райондары хужалыҡтарына тура килә.
Малсылар һәр һыйырҙан уртаса алғанда 12,6 килограмм һөт һауа, был былтырғыға ҡарағанда 400 грамға күберәк. Ауырғазы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Саҡмағош райондарында көн һайын һәр һыйырҙан һауым 15 килограмдан ашыу тәшкил итә.
Йыл башынан алып һәр һыйырҙан уртаса 2337 килограмм һөт алынған, йәғни уҙған йылға ҡарағанда 271 килограмға күберәк. Стәрлетамаҡ, Тәтешле һәм Саҡмағош райондары өс меңлек сикте үткән. Дүртөйлө, Мәләүез һәм Өфө райондарының ауыл хужалығы предприятиелары ошо күрһәткескә яҡынлашҡан.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад