Игенсе һынау тота31.07.2012
Игенсе һынау тотаБыйылғы ҡоролоҡ, саманан тыш эҫе көндәр ауыл эшсәндәрен йәнә һынау алдына ҡуйҙы. Әммә тәбиғәт шарттарына һылтанып ятып булмай, мал аҫрарға, иген игергә кәрәк. Хәйбуллалар ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы туплау, алтын хаҡына үҫтерелгән уңышты мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн ҡулынан килгәндең барыһын эшләргә тырыша.

Әлегә районда барлығы 10 мең 600 тонна бесән әҙерләнгән, ул шартлы бер баш малға 10,1 центнерҙан тура килә. Бер үк ваҡытта хужалыҡтарҙа ҡышлатыу осорона сенаж һәм силос һаҡлауға һалына. Барыһын бергә туплап, былтырғы һаламды ла ҡушып, мал һанын ҡыҫҡартмай, һыуыҡ миҙгелде имен-һау сығырға өмөтләнә хәйбуллалар.
Район элек-электән игенселектә дан тота. Тәбиғәт шарттары ҡырыҫ булыуға ҡарамаҫтан, Хәйбулла игенселәренең республикала иң юғары ҡаты сортлы бойҙай үҫтереүе билдәле. Быйыл бында йәмғеһе 70 мең гектарҙа иген сәселгән, әммә шуның 11 мең гектарҙан ашыуы ҡоролоҡ арҡаһында юҡҡа сыҡҡан. Ямғырҙар яумаһа, зыян күләменең тағы артыуы мөмкин. Шул сәбәпле уңыштың былтырғынан күпкә түбән булыуы көтөлә.
Ҡатмарлы һауа шарттарының мал аҙығы әҙерләүгә һәм урып йыйыу эштәренә кире йоғонто яһауын иғтибарға алып, республиканың 18 районында, шул иҫәптән Игенсе һынау тотаХәйбуллала ла ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.
Хеҙмәт уңыштары менән билдәле «Власенко» крәҫтиән (фермер) хужалығы игенселәре лә бөгөн ҙур һынау тота. Таҙа, башаҡтары тулышҡан һоло баҫыуын биш комбайн иңләй. «Нива» штурвалы — ер ҡәҙерен белгән, икмәк тәмен тойған алдынғы механизаторҙар ҡулында. Шуларҙың береһе — Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәфүр Баязитов. Ул өс тиҫтә йылдан ашыу инде игенсе һөнәренә тоғро ҡала, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҫыуҙан ҡайтып инмәй тиерлек.
— Һәр нәмәне ваҡытында эшләп өлгөрөргә кәрәк, — ти тәжрибәле механизатор. — Иртә торған үкенмәй, тигәндәй. Хужалыҡ етәксеһе Сергей Николаевичтың алдан күрә белеүе, тырышлығы үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Игенсе һынау тотаБеҙҙең һөйләшеүгә Сергей Власенко үҙе лә ҡушылды. Уның әйтеүенсә, 100 гектарҙа арыш һәм арпа урып йыйылған, киләһе йылға етерлек орлоҡ һалынған. Әле 300 гектарҙағы һоло өлгөрөү сәбәпле, ул тура һуғыла. Артабан игенселәр 2 мең 400 гектарҙы биләгән бойҙай баҫыуына юл аласаҡ. Уның башаҡтары ла тулы күренә, быйыл гектарынан 4-5 центнер төшөм алғанда ла, үҙебеҙҙе орлоҡ менән тулыһынса тәьмин итәсәкбеҙ, — ти етәксе.
Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Комбайндар ныҡ иҫке, йыш ватыла. Яңыһын алыр инеләр — хаҡтар «тешләшә». Йыл һайын ҡоролоҡҡа дусар булған ауыл эшсәндәренең уңышҡа ышанысы ла икеле. Быйыл да күп фермерҙар буш ҡалаҡ менән тороп ҡалмаҫ тимә, сөнки игенселеккә яңы тотонғандарға, кредитҡа элиталы орлоҡ алып сәсһәләр ҙә, стаждары юҡ тигән һылтау менән субсидия бирелмәне.
Һынауҙарға күнеккән ауыл эшсәндәре, нисек кенә ауыр булмаһын, уңышты тотош йыйып аласаҡ, әлбиттә. Тик уларға ҡарата тәбиғәттән бер аҙ һалҡынлыҡ, ә дәүләт яғынан йылылыҡ талап ителә.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.


Вернуться назад