“Бурысым — халҡыма ярҙам итеү”, – ти етәксе31.07.2012
“Бурысым — халҡыма ярҙам итеү”, – ти етәксеАуыл ерендә мөшкөл йәшәгән ғаиләләрҙе күреп, эш юҡ тип зарланғандарҙы тыңлап, эскелеккә һабышҡандарға эс бошоп, шул уҡ ваҡытта шундайҙар менән йәнәш гөрләтеп йәшәп ятҡандарға ҡарап, ирекһеҙҙән уйға ҡалаһың: ысынлап та, Аллаһы Тәғәлә тыуғанда уҡ әҙәм балаларының маңлайына “һин — уңған”, “һин — ялҡау”, “һин — бәхетле”, “һин — даланһыҙ” тип яҙамы икән ни? Булмаҫ, тиер инең, ул сағында ниңә һуң кеше яҙмышы шул тиклем төрлө: алаһы менән дә, ҡолаһы менән дә ер тулған?

Илебеҙҙә тормошобоҙҙоң аҫты-өҫкә килгән, ауылда күмәк хужалыҡтарҙың дыу килеп тарҡалған 90-сы йылдар башы. Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылы егете Ғәйнетдин Мөхәмәтов, Мәскәүҙәге технология институтының иҡтисад факультетын тамамлап ҡайтып, тормош тәжрибәһе булмаһа ла, ата-бабалары йәрьәт итмәҫ эшкә тотона: элекке колхоз нигеҙендә өр-яңы хужалыҡ ойоштороп ебәрә. “Түңкәрелгән” күмәк хужалыҡтан “мәтрүкә”гә (мираҫҡа) өс техника эләгә уға. Институтта алған белеме егеткә финанс, иҡтисад, хужалыҡ мәсьәләләрен юлға һалырға ярҙам итә. Һәм, әлбиттә, бер эштән дә ҡурҡмауы (кәрәк саҡта үҙе тракторға ултырып, ер һөрә, сәсә, ура), ныҡышмалылығы. Йәшлек дыуамаллығы ла булғандыр. Күптәр ҡырҡ уйлап, бер киҫер ерҙә ул тотҡан урынынан һындыра, һәм ошо холоҡ-ҡылығы менән кемдеңдер күңелен яулаһа, кемгәлер, киреһенсә, оҡшап етмәй. Дуҫтар менән бер рәттән өнәп етмәүселәр, ҡырын ҡараусылар, хатта аяҡ салыусылар ҙа була. Тормоштоң ошо мәлдәре Ғәйнетдинде, бәлки, тағы ла нығыраҡ сыныҡтырғандыр ҙа. Тиҫтә йылдан һуң ул “Ватан” тигән ауыл хужалығы кооперативын ойоштороп, юлға һалыуға мул “Бурысым — халҡыма ярҙам итеү”, – ти етәксетәжрибә туплаған, донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә байтаҡ татыған ир-уҙаман булараҡ ең һыҙғанып тотона.
— Ете йыл буйы кредит түләнем. Кешеләрҙән дә үтескә аҡса алып торҙом. Телефон шылтыраған мәлдәрҙә, уй, аҡса һорап шылтыраталарҙыр инде, тип, һикереп торған саҡтар ҙа аҙ булманы. Барыһы ла хәҙер артта: бер кешене лә алдаманым — һәр тиненә тиклем, хатта арттырып кире ҡайтарҙым. Әле минең банктар алдында ла, кешеләр алдында ла намыҫым таҙа, — тәүәккәл етәксенең ошо һүҙҙәре генә лә үҙ эшеңде башлап, яйға һалып ебәреүҙең ни тиклем ауыр ҙа, яуаплы ла икәнлеген күрһәтә түгелме?!
Эйе, “Ватан” — бөгөн төрлө тармаҡта 50 кешене эш менән тәьмин иткән, аяғында ышаныслы баҫып торған хужалыҡ. Былтыр — ете, быйыл 12,5 миллион һумға кредитһыҙ-ниһеҙ техника һатып алыныуы ғына ла был ойошманың ныҡлы иҡтисади хәленә кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил.
Ғәйнетдин Ғәзиз улын инде йәш етәксе тип әйтеп булмай: егерме йыл эсендә байтаҡ хәл-ваҡиғаны башынан үткәреп өлгөргән. Тормошҡа, кешеләргә ҡарата үҙ ҡарашы, үҙ фәлсәфәһе бар. Күпселек эшҡыуарҙар, йүнселдәр кеүек ул матди байлыҡ тип мөкиббән китмәгән, ә шәриғәт ҡанундарына ярашлы йәшәргә тырыша, нәфсеһен аҙҙырмай, сама тигәнде белә һәм башҡаларға ла ошоларҙы үҙ миҫалында күндерергә тырыша. Әйтәйек, коллективында эшләүселәрҙе лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, тулы социаль пакет менән тәьмин итеүҙән тыш, уларҙың ғаилә хәле, ялы, тормош кимәле, сәләмәтлеге, балаларын тәрбиәләү-уҡытыу мәсьәләләре менән яҡындан ҡыҙыҡһына. Туйҙар, юбилейҙар, сабыйҙар тыуыу, балаларҙың мәктәпте тамамлауы кеүек мөһим хәл-ваҡиғаларҙы ла етәксе күҙ уңынан ысҡындырмай. Картуф баҡсаһын бушлай һөрҙөрөү, транспорт кәрәк-яраҡтарын хәл итеү йәһәтенән дә эшселәренең һәр үтенесе кисектерелмәй. Ә инде ауыр хәлдә ҡалғандарға, бигерәк тә йортһоҙ-ерһеҙ кешеләргә ятаҡхананан бүлмә, прописка юллауҙа ярҙам күрһәтеүе арҡаһында, “Ватан”да бомждар эшләй тигән һүҙҙәр ишеткеләй, паспорт режимын боҙған өсөн “бомж”дары өсөн дә, үҙенә лә штраф түләргә тура килә.
“Бурысым — халҡыма ярҙам итеү”, – ти етәксе— Үҙемде күрһәтеүҙән түгел, ә сауап өсөн тормош тарафынан йәберләнгәндәргә ярҙам итергә тырышам, әруахтар тураһында ла онотмайым: өмә ойоштороп, тыуған ауылымдың зыяратын кәртәләттем. Етмеш кеше сыҡты был изге эште башҡарыуға. Шунан ҡорбан салдыҡ. Ауылға ҡот ҡайтты, сөнки ошо матур саранан һуң һигеҙ ай ваҡыт үтте — шул арала бер генә кеше вафат булды. Ә элек ҡырҡ көн һайын берәйһе яҡты донъя менән хушлашыр ине, — тип, әңгәмәсем уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. — Холмогор зыяратын да төҙөкләндерҙем. Бәндә күрмәһә, Хоҙай үҙе шаһит.
“Ватан” хужалығының 7600 гектар ере бар, шуның 2531-е — сәсеүлектәр. Был әҙ байлыҡмы ни?! Ныҡлы хужалыҡ икәнлеге тураһында машина-трактор паркындағы хәтһеҙ техника ла әйтеп тора. Ә кәртәләге 500-гә яҡын аты, быуаһы, тирмәне, колбаса һәм ыҫлау цехы, һарай-гараждары, фирма магазиндары, 30 гектар картуф майҙаны... Башҡаларын онотманыммы икән? Бына шундай өлкәләрҙә мәшғүл кооператив хеҙмәткәрҙәре. Ғәйнитдин Мөхәмәтовтың хужалығына эшкә килергә теләүселәр күп. Әлбиттә, лайыҡлылар ғына, йәғни насар ғәҙәттәре булмағандар, эшкә яуаплы ҡараусылар һайлап алына.
Ә шулай ҙа етәксе өсөн иң ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уятыусы шөғөлө — йылҡы үрсетеүе! Ете йыл элек ҡыҙыҡһына башлаған ул малсылыҡтың был тармағы менән. Бик күп әҙәбиәт уҡып, йылҡы аҫраусыларҙың тәжрибәһен өйрәнеп, башҡорт тоҡомло ат үрсетеүгә тотонған рухлы милләттәшебеҙ. Әлбиттә, ҙур сығым талап ителгән. Әйтәйек, башта 119-сы ат заводынан һәр береһе 40 мең һумлыҡ тоҡом айғырҙары, аҙағыраҡ Баймаҡтан тағы өс айғыр, яңыраҡ ошо уҡ райондан йәш бейәләр һатып алған. Ҡымыҙ етештереү эше юлға һалынған: ул магазин селтәренә лә, урындағы медицина учреждениеларына ла оҙатыла. Шифалы эсемлек йылына 10 мең литр әҙерләнә. Ҡаҙы, ыҫланған ҡаҙ, өйрәк ите, колбаса кеүек ризыҡтар ҙа келәттә йәки магазин кәштәләрендә оҙаҡ ятмай.
— Ауыл хужалығы менән булышҡан кеше уңмай, зыяндан башҡаһы юҡ, тиҙәр ғәҙәттә. Әммә мин бының менән килешеп бөтә алмайым: дәүләт бер ҙә коммерсанттарға түгел, ә фермерҙарға 40 процент ташлама менән техникаһын, яҙын-көҙөн яғыулыҡ-майлау материалдарын биреп тора. Өҫтәүенә, һалымдарҙан азатбыҙ. Ошо үҙе оло ярҙам түгелме ни ауыл кешеһенә? Ерҙә эшләй алмағандар ғына зарланырға ярата, — тигән фекере күңелгә ятты предприятие рәйесенең.
Эйе, ер эше еңел түгел. Ошо ауырлыҡтарға ҡарамайынса, ныҡышмалы алға барған кеше генә уңышҡа өлгәшә. Ғәйнетдин Ғәзиз улы үҙ тәжрибәһендә шуны раҫлаған һәм раҫлай.
Әйткәндәй, рухлы етәксе үҙенең 12 хеҙмәткәрен хужалыҡ иҫәбенә “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырҙы.

Р.S. Мәҡәлә донъя күргәнсе, геройыбыҙҙың тормошонда ҡырҡа боролош булған: хужалыҡ хәстәр-мәшәҡәттәрен ҡатыны Гүзәлдең елкәһенә “ауҙарып”, уҙаман урындағы үҙидара эшенә тотонған — район Советы депутаттарының сираттағы сессияһында уны Шыбағаш ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлағандар. Хәҙер Мөхәмәтовты районда “халыҡ һайлаған башлыҡ” тип йөрөтәләр икән.
Ғәйнетдин Ғәзиз улы яңы эшкә лә ең һыҙғанып тотонған. Ай ҙа үтмәгән, Холмогор һәм Шыбағаш ауылдары урамдарына ҡырсынташ түшәткән. Ҡансура һәм Шыбағашта автобус туҡталышында будка эшләткән, һәр ауылда һыу башнялары ҡуйҙыртҡан, Холмогорҙа бюджет учреждениелары биналарының биләмәһен кәртәләткән, ауылдарҙа сүп-сар өсөн контейнерҙар урынлаштыртҡан һәм малдар өсөн һыу эсеү урынын булдыртҡан, янғын һүндереү машинаһын йүнәттереп, “хәрби әҙерлек һыҙығына” ҡуйҙыртҡан. Киләсәккә матур пландар менән йәшәй ул: Ҡансурала балалар баҡсаһы ҡайтанан аяҡҡа баҫасаҡ, Холмогорҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ойоштороласаҡ. Тыуған ауылы Ҡунаҡбай тураһында ла хәстәрлек күреүен дауам итә: өмә менән зыярат кәртәһен буяуҙы ойошторған.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Көйөргәҙе районы.


Вернуться назад