Автомобиль шиналары етештереүсе Ҡытай компанияһының Башҡортостанға эшкә килеүе бар. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән Triangle холдингы етәкселеге осрашыуында тап ошо турала һүҙ барҙы.
Әгәр шарттар ҡәнәғәтләндерһә, Triangle беҙҙә шиналар етештереүсе завод төҙөүҙе планлаштыра. Был турала уның президенты Дин Юйхуа хәбәр итте. Әгәр ҡарар ҡабул ителһә, ҡытай компанияһының инвестицияһы күләме 250 миллион евроға тиклем тәшкил итәсәк. Төҙөлөш майҙаны өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында ике урын ҡаралған, бәлки, завод Өфөнөң эргәһендә төҙөлөр. Тәүге осорҙа ул дүрт — алты миллион шина етештерәсәк.
Заводтар беҙҙең республикала төҙөлһөн өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған, быны Рөстәм Хәмитов һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бындай төр сәнәғәт өсөн продукция етештергән предприятиеларыбыҙ бар, шулай уҡ инфраструктураны әҙерләү ҙә (юл, һыу, газ, канализация менән тәьмин итеү) беҙҙең иңдә буласаҡ. Ҡытай инвесторҙарына һалым льготалары ла ҡаралған.
Әле улар республиканың йәшәү кимәлен, халыҡтың түләү һәләтен, төбәктәге шарттарҙы өйрәнә. Әгәр завод төҙөлһә, унда Башҡортостан халҡы өсөн өҫтәмә эш урындары буласаҡ. Шулай уҡ Ҡытай компанияһы етәкселеге заводҡа эшкә республика белгестәрен дә йәлеп итергә йыйына.
Р. ЗӘЙНУЛЛИН.