Бәрәңге уңа, халыҡ теле менән әйткәндә, ишелеп уңа беҙҙең төбәктәрҙә. Уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында, ҡайһы ғына колхозды алма, бригада һайын утыҙар, ҡырҡ-иллешәр гектарҙа үҫтерәләр ине “икенсе икмәк”те.
Уны ултыртыр мәл етһә, ауылдың эш көсөндәге бөтә ҡатын-ҡыҙы бәрәңге һаҡлағыста, йәғни “ҡарбаҙ”ында мәж килә. Йыш ҡына колхозсыларға бухгалтерия, мәҙәниәт йорто, клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килә. Улар көноҙоно бүлбеләрҙе урталайға ярып, баҫыуға оҙатыу менән мәшғүл.
Шәхси хужалыҡтар көтә әле. Сәсеү тамамланғас ҡына, тракторҙар халыҡ баҡсаһын һөрөргә сыға. Кешеләр бәрәңгене өмә яһап, байрам төҫө индереп ултырта.
Йәй ҙә үтә. Бәрәңге алыр мәл етә. Колхозсы ҡатын-ҡыҙҙарға тоҡтар таратып бирелә. Ә эш фронты ҙурҙан: һәр кешегә гектарлап майҙанда уңышты йыйып алырға тура киләсәк. Шулай, ауыл апайҙары, килен-еңгәләре иртәнән алып кискә тиклем “копатель” артынан йүгереп-йүгерә.
Шулай ҙа, нисек кенә тырышмаһындар, көс түкмәһендәр, колхозсылар ғына өлгөрә алмай. Беҙ үҫкән, уҡыған йылдарҙа бәрәңге алырға ярҙамлашырға мәктәп балаларын да сығаралар ине. Улар V–Х кластарҙа уҡып йөрөүселәр була. Колхоз бәрәңгеһе алынып бөткәс, халыҡ үҙ баҡсаһына тотона.
Нисек кенә булмаһын, октябрь аҙаҡтарына ауылда бәрәңге алынып бөтә. Теләгән кеше үҙенән артып ҡалған уңышты һата, ләкин ундайҙар күп түгел. Кешеләр һыйыр, һарыҡ аҫрай, күпләп ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ ҡарай. Шулай булғас, бәрәңге бер ҙә артып бармай.
Шәхси баҡсаларҙа бәрәңге күп тә сыҡмай бит ул. Ҡайһы берәүҙәр, колхоз баҫыуында бәрәңге нишләп ишелеп уңа һуң ул, тип аптырашта ҡала. Әлбиттә, бының сере теләһә ниндәй бала-сағаға ла аңлашыла инде. Кешеләр бәрәңгене тиҫтәләрсә йыл дауамында бер урында ғына үҫтерә, ә колхозда баҫыуҙы ашлап, алмаштырып ҡына торалар.
Бәрәңгеле яҡ, тиҙәр беҙҙең тарафтарҙы. Уңышты машина-машина “Яңауыл”, “Көйәҙе” станцияларына ташыйҙар, вагонға тейәйҙәр. Үзбәкстан, Тажикстан кеүек төбәктәрҙә был культураны үҫтереп мәшәҡәтләнмәйҙәр ине шул.
Йылдар шулай уҙа торҙо. Бер заман колорадо ҡуңыҙҙары пәйҙә булды. Биш-алты йылдан бөтәсәк икән тип фараз ҡылһалар ҙа, 40 градуслы һыуыҡҡа сыҙамауҙарын юраһалар ҙа, ҡуңыҙҙар һаман йәшәй бирә. Ниндәй генә ағыу һибеп ҡараманылар — файҙаһы булманы. Алыҫ Американан килгән “ҡунаҡтар” уңдырышлы Рәсәй ерен оҡшатты, ныҡлап үҙ итте.
Тәү ҡарашҡа ябайҙарҙан да ябай күренгән бәрәңге үҫтереү ҡатмарлының-ҡатмарлыһына, ауырҙың-ауырына әйләнә башланы. Тәүҙә “икенсе икмәк”те игеүҙән колхоз-совхоздар туҡтаны. Хәҙер шәхси хужалыҡтарҙа ла хәлдәр башҡасараҡ.
Бәрәңгене үҫтереүе еңел түгел, уны һатыуы иһә икеләтә ауыр. Республикала аҙыҡ-түлекте йыйып әҙерләү менән йүнле-рәтле шөғөлләнмәйҙәр. Баш ҡала халҡын Өфө районының бер нисә совхозы ла туйҙыра ала, тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Ә баш ҡала баҙарында, башҡа урындарҙа бәрәңгенең килограмы нисә һум торғанын бөтәбеҙ ҙә белә, самалай. Халыҡтан йыйыуҙы ойошторғанда, был хаҡтар, әлбиттә, үҙенән-үҙе төшөр ине.
Юҡ, кәрәге ҡалманы бәрәңгенең. Үзбәкстан, Тажикстан кеүек төбәктәрҙә лә үҫтерәләр инде хәҙер был культураны. Шулай ҙа бәрәңгене бөтөнләй йыйыусы юҡ тип әйтеп булмай. Ара-тирә Дондағы Ростов, Краснодар машиналары килеп сыға. Килограмы өсөн өс-дүрт, күп тигәндә биш-алты һум бирәләр.
Бер ҡараһаң, бәрәңге үҫтереү өсөн бөтә шарттар, мөмкинлектәр ҙә бар кеүек. Ерҙе гектарлап ал — бирәләр. Был культураның ниндәй генә сорты юҡ, ләкин биҙҙе халыҡ, биҙҙе был эш-шөғөлдән.
Хәҙер ауылдарҙа баҡса тултырып бәрәңге ултыртыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ тиһәң дә, ялған булмаҫтыр. Кешеләр ярты баҡса, сирек баҡса тота, ә ҡалған майҙанға үлән сәсә. Тик бына тағы бәлә: ул бесәнде ҡайҙа ҡуйырға ла, кемгә бирергә? Ярай ҙа ул, күршеләрең мал-тыуар аҫраһа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыйыр тотоусылар ҙа йылдан-йыл кәмей.
Өмәләр онотолдо, баҡсала шат ауаз, тауыштар ишетелмәй. Эх, бәрәңге үҫтереүҙең дә бөтә йәмен, бөтә бәҫен ебәрҙек.
Финат ШАКИРЙӘНОВ.
Тәтешле районы.