Махсус программа нисек үтәлә?26.07.2012
Уның маҡсаты — көньяҡ-көнсығыш райондар халҡының тормошон яҡшыртыу

Көньяҡ Урал райондарын 2011 – 2015 йылдарҙа иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың 2010 йылдың
16 сентябрендәге ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла башланы. Уға тиклем Президент көньяҡ-көнсығыш төбәктә булып, былай тигәйне: “...Уникаль төбәк. Ул бай потенциалға эйә һәм Башҡортостандың сәйәси, ижтимағи һәм иҡтисади тормошо өсөн ғәйәт әһәмиәтле. Әммә ресурстары менән дан тотҡан төбәктең халҡы бай йәшәмәй. Тимәк, был йүнәлештә аныҡ саралар күреү һәм уны үҫтереү юлдарын табыу зарур”.

Комплекслы программаны төҙөүсе төркөм ойошторолдо, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр ғилми үҙәге эшкә тотондо. Төп маҡсат — Көньяҡ Урал төбәге халҡының тормош кимәлен яҡшыртыу, социаль, экологик, иҡтисади яҡтан тотороҡлолоҡ булдырыу. Төбәктә йәшәгән халыҡ ғүмер буйы ил өсөн хеҙмәт иткән. Батша заманында уҡ алтын, баҡыр, башҡа төр ҡиммәтле металдар, ҡаҙылмалар биргән был ер. Бай яҡта ярлы йәшәү мөмкин түгел һымаҡ. Ләкин был — ысынбарлыҡ. Совет осоронда ла зыялыларыбыҙ яйы сыҡҡан һайын саң ҡаҡты: “Үҙҙәре алтын сығара, үҙҙәре баракта йәшәй. Урман өҫкә ишелерҙәй булып үҫһә лә, йортлоҡ ағас ала алмайҙар...” Әлбиттә, хәҙер хәл улай уҡ түгел. Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә юлдар төҙөлә, юғары уҡыу йорттарының филиалдары, яңы махсус урта белем биреү усаҡтары асылды. Мәҙәни йәһәттән алға китеш һиҙелерлек, торлаҡ төҙөлә. Шулай ҙа халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу, мәшғүллекте тәьмин итеү буйынса башҡараһы эш бик күп әле.
Комплекслы махсус программаға таянып, уны эшләүселәр килтергән бер нисә һанға туҡталып үтеү кәрәктер. Муниципаль берәмектәрҙе айырым алғанда, эш хаҡы буйынса республика кимәленә еткәндәре лә бар, ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Ләкин ғәмәлдә түләнгән уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы (12 414 һум) буйынса төбәк республика күрһәткестәренән (15 701,8 һум) күпкә ҡалыша.
Кеше өсөн иң ҡәҙерлеһе — һаулыҡ. Ул булһа, барыһы ла яҡшы, тибеҙ. Был йәһәттән, йәғни медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, халыҡ бығаса заман талаптарына яуап бирерлек ярҙам ала алмаған. Мәҫәлән, мең кешегә иҫәпләгәндә, урта медицина хеҙмәткәрҙәре — 94,2 (республикала — 111,7), табиптар 21,9 кеше (республикала уртаса — 41,7) тура килә. Юғары квалификациялы аллерголог, онколог, уролог һымаҡ белгестәр юҡ кимәлендә. Медицина ҡорамалдары 52 процентҡаса иҫкергән булған.
Әлбиттә, бар етешһеҙлектәрҙе, заманындағы хаталарҙы, башҡарылмаған эштәрҙе атарға, яҙырға булыр ине. Маҡсат ундай түгел, сөнки гәзитебеҙ төбәктең социаль-иҡтисади хәле, кешеләрҙең көнкүреше тураһында даими сығыш яһап тора, ыңғай яҡты ла, киреһен дә яҡтырта. Бөгөн төп ниәтебеҙ — программаның нисек тормошҡа ашырылыуын күрһәтеү, халыҡта киләсәк тормошҡа ышаныс, өмөт уятыу. Бының өсөн республика Хөкүмәте, урындағы хакимиәттәр барыһын да эшләй. Программаның үтәлеше өсөн федераль бюджеттан — 5,237 миллион, республика бюджетынан — 33,703 миллион, Көньяҡ Урал муниципаль берәмектәренән — 1,762 миллион, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 54 133 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Көньяҡ Урал райондарын үҫтереүҙең һуңғы һөҙөмтәһе — төбәктең социаль-иҡтисади хәлен күтәреү, тинек. 2010 йыл менән сағыштырғанда, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүҙе — 2,2, ағас эшкәртеүҙе — 2, төп капиталға инвестицияларҙы 2,3 тапҡырға арттырыу хаҡында һүҙ бара. Ауыл ерендә — 2000, ағас эшкәртеүҙә — 700, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә 600 һәм башҡа мөһим тармаҡта, дөйөм алғанда, 5400 яңы эш урыны булдырыу ҡаралған.
Ҡыҫҡаһы, бөгөн Көньяҡ Урал райондарында эш ҡайнай. Махсус программаны тормошҡа ашырыу Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың шәхсән күҙәтеүендә, барлыҡ эште Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов контролдә тота.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ


Махсус программа нисек үтәлә?Илшат СИТДИҠОВ,
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы:

– Төбәкте комплекслы үҫтереү программаһы Көньяҡ Урал райондарының, шул иҫәптән Баймаҡтың, үҫешен билдәләрҙәй, уға яңы һулыш бирерҙәй үҙенсәлекле проект булды. Бер йыл эсендә әллә ҡасандан хәл ителмәгән һәм сиселә алмаҫтай проблемаға әүерелгән мәсьәләләр яйға һалына. Былтыр Темәс психоневрология интернатының таҙартыу ҡорамалдарын реконструкциялау, Баймаҡ ҡалаһы урамдарында һәм Темәс ауылында электр линиялары төҙөү, ҡала һәм ауылдарҙа газ үткәреү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарылды. Күлтабанда мегаферманы төҙөү дауам итә, юл инфраструктураһы үҫешенә 191 миллион һум аҡса йүнәлтелде, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ яңырыу кисерҙе. Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү проблемаһы хәл ителә: былтыр райондың 23 ауылында һәм Баймаҡтың үҙендә һыу системаларын яңыртыу башланды. Тап ошо программаға ярашлы төҙөлгән “Башҡорт деликатестары” ит комбинаты уңышлы эшләй, уның продукцияһына ихтыяж ҙур.
Республика етәкселеге ярҙамы менән быйыл төбәкте үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу уңышлы дауам итәсәк. Бының өсөн 300 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙ уңында тотола. Ҡуянтауҙа яңы мәктәп төҙөй башланыҡ, Темәстә инвестор көсө менән тәүлегенә 70 тонна һөт эшкәртеүгә һәләтле завод төҙөлә, ҡалала Хоҡуҡ йорто төҙөлөшө тергеҙеләсәк. Коммуналь өлкәне үҫтереүгә — 84,5 миллион, Урғаҙала таҙартыу ҡоролмаларын төҙөүгә 40,8 миллион һум аҡса бүленәсәк. Темәстә, ҡалала, Беренсе Этҡолда газ үткәргес төҙөүгә финанс ярҙамы бүлеү ҡаралған. Баймаҡта яңы балалар баҡсаһы, Икенсе Этҡолда мәҙәни белеү биреү комплексы ҡалҡып сығасаҡ. “Талҡаҫ” шифаханаһын һәм райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү дауам итә. Ҡуянтау, Аҡморон, Беренсе Этҡол һәм Икенсе Этҡол, Күлтабан ауылдарында халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү проблемаһы хәл ителәсәк.

Махсус программа нисек үтәлә?Хәлит СӨЛӘЙМӘНОВ,
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы:

– Көньяҡ Уралды үҫтереү программаһына ярашлы, ҡалала яңы производстволар асыу, бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡты әүҙемләштереү, юл һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, төбәккә көслө инвесторҙарҙы йәлеп итеү ҡаралған. Ҡалала тире эшкәртеү сәнәғәтен яйға һалыу планлаштырылған, С300 сериялы эре панелле йорт өлөштәрен етештереүсе төҙөлөш комбинаты асыласаҡ. Тағы ла өҙлөкһөҙ базальт сүс һәм композицион материалдар етештереү заводы буласаҡ. Был үҙ сиратында Сибайҙа һәм Көньяҡ Уралда күп кенә эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк, хеҙмәт хаҡы ла ике тапҡырға артасаҡ. Әле ошо программала ҡатнашырға теләүсе инвесторҙарҙы эҙләү менән мәшғүлбеҙ.
Магнитогорскиҙың “Ситно” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡала элеваторына инвестор булып килде. Тәүлегенә 600 тонна етештереү ҡеүәтенә эйә булған яңы тирмән төҙөү башланасаҡ, элеккеһе ҡатнаш аҙыҡ заводы итеп үҙгәртеләсәк. Май заводы ла буласаҡ, 2012 йылда элеватор буйынса бөтәһе 300-350 миллион һумлыҡ инвестиция һалынасаҡ. Мәскәү өлкәһендәге Химки ҡалаһының “Глобал Эдж” компаниялар төркөмө “СибайЛесПром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙансығында ағас эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү хаҡында һөйләшеүҙәр алып бара. “Строймеханизация” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм уның подразделениелары комплекслы программаны тормошҡа ашырыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. “БШПУ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә Вишневский ятҡылығын үҙләштерә башланы, былтыр финанс күләме 83 миллион һум тәшкил иткән. Быйыл ятҡылыҡта 24 мең тонна мәғдән сығарыласаҡ.
Төбәктә туризм өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән һанала. Әле был тармаҡты үҫтереүҙең концепцияһы һәм программаһы өйрәнелә. Бынан тыш, ҡала хакимиәте ярҙамы менән “Буранбай” туристик компанияһы үҙ эшмәкәрлеген уңышлы алып бара.

Махсус программа нисек үтәлә?Рәйсә ЛАТИПОВА, Әбйәлил районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары:
– Районда ауыл хужалығы иҡтисадтың нигеҙен тәшкил итә. Уны уңышлы үҫтереү өсөн байтаҡ сараны тормошҡа ашырырға кәрәк. Мәҫәлән, үҫемлекселектә перспективалы культуралар майҙанын арттырыу. Бойҙайға, арпаға һәм башҡа иген культураларына һатып алыу хаҡтарының түбән булыуы баҙарҙа ҙур ихтыяж тыуҙырған перспективалы культуралар етештереү менән шөғөлләнеү зарурлығын тыуҙыра. Шулай уҡ күп йыллыҡ ҡыяҡлы үлән сәсеүлектәрен арттырырға кәрәк.
“Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативында тупраҡты эшкәртеүҙең алдынғы технологияларын индерә башланыҡ, яңы комбайндар, сәскестәр, һиптергестәр һатып алдыҡ. Әлегә сығымдарҙың 142 миллион һумы үҙләштерелде. Oшо уҡ хужалыҡта һөт малсылығын яйға һалыу бурысы тора. Аттар һанын, ҡымыҙ һәм йылҡы ите етештереү күләмен арттырыу планлаштырыла. Шулай уҡ туризмды һәм рекреацияны үҫтереүҙе өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе тип күҙаллайбыҙ. Әле ошо йүнәлештә биш инвестиция проекты ҡарала.

Махсус программа нисек үтәлә?Олег МИХАЙЛОВ,
Йылайыр районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары:

– Көньяҡ Уралды үҫтереү программаһы, минеңсә, ваҡытында ҡабул ителде һәм төбәкте алдынғылар рәтенә сығарыуҙа яһалған тәүге етди аҙымдарҙың береһе булды. Йылайыр районы урманға бай төбәктәрҙән һанала, беҙҙә айырыуса ағас эшкәртеү сәнәғәте үҫергә тейеш. Программаға ярашлы Йылайыр районында ағасты тәрән эшкәртеү буйынса эре производство булдырырға кәрәк, ә потенциал етерлек. Япраҡлы ағастарға, атап әйткәндә, уҫаҡ, ҡайынға ихтыяж ҙур, әммә улар районда тейешенсә үҙләштерелмәй. “Йылайыр урманы” дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан күмер етештереүсе ике пиролиз ҡоролмаһы сафҡа индерелгән, 20 кешегә эш урыны буласаҡ.
Туризмды үҫтереү төбәк өсөн отошло, сөнки тәбиғәт матурлығы, төрлөлөгө менән туристарҙы үҙенә йәлеп итәсәк. Үкенескә ҡаршы, “ҡырағай” туризм ғына үҫеш алған. Мәҫәлән, Һаҡмар йылғаһы буйлап ағып төшөү өсөн Рәсәйҙең төрлө төбәгенән йөҙҙәрсә кеше килә. Былтыр йылға буйлап ағып төшөүҙе ойошторҙоҡ, сарала төрлө тарафтан 350 турист ҡатнашты. Әле районда туризм, ҡунаҡхана һәм экскурсия бизнесын яйға һалыуҙың бизнес-планы эшләнә. Әгәр ҙә ошо тармаҡты уңышлы үҫтереп ебәрһәк, 20-нән ашыу эш урыны буласаҡ, инвестиция күләме 30 миллион һум тәшкил итәсәк.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын, һарыҡсылыҡты, йылҡысылыҡты һәм умартасылыҡты, ҡошсолоҡто артабан үҫтереүҙә программаның ярҙамы ифрат ҙур буласаҡ. Йылайыр ауылында һөт модулен монтажлау бара, бында һөт ҡабул итеү, эшкәртеү һәм әҙер продукцияны ҡойоу күҙаллана. Киләсәктә 10-дан ашыу төр һөт ризығы етештереләсәк.

Махсус программа нисек үтәлә?Наил БАЙҒУСҠАРОВ,
Хәйбулла районы хакимиәтенең иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге начальнигы:

– Беҙҙең төбәк карьерҙарға бай. Юбилей, Подольск, Төньяҡ Подольск төҫлө металл рудаһы ятҡылыҡтары тотош Рәсәйгә билдәле. Беҙҙә “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Башҡортостан баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Хәйбулла тау компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте мәғдән сығарыу менән шөғөлләнә. Былтыр “Башмедь” йәмғиәте байыҡтырыу фабрикаһын файҙаланыуға тапшырҙы һәм 300 кешегә эш урыны булдырҙы. Инвестиция күләме 4,5 миллиард һум тәшкил итә. Әммә бер үк ваҡытта тау сәнәғәте комплексы тирә-яҡты бысратыу сығанағы ла булып тора, шуға экологик именлекте тәьмин итеү маҡсатында районда ҡаты көнкүреш, сәнәғәт ҡалдыҡтарын киренән эшкәртеү һәм зарарһыҙландырыу полигоны төҙөү күҙаллана. Программала айырыуса һаҡланыусы территорияларҙы ойоштороу, шулай уҡ аҙ һанлы ҡоштарҙы һаҡлау мәсьәләһе лә ҡарала. Район ауылдарында канализация һәм таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү һәм иҫкеләрен реконструкциялау мәсьәләһе тикшерелә. Йылғалар таҙартыла, гидротехник ҡорамалдар ремонтлана.
Әлеге көндә “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәте тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өсөн дамбаларҙың гидроизоляцияһын нығыта, “Башмедь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү буйынса проектҡа тендер үткәрҙе. Агросәнәғәткә килгәндә, шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә иғтибар бүләбеҙ, әммә ауырлыҡтар етерлек. 15 йылға яҡын инде ерҙәргә минераль ашлама индерелмәй. Колхоз-совхоздарҙың тарҡалыуы арҡаһында юғары белемле кадрҙар сит тарафтарға китте һәм ергә тейешле иғтибар, тәрбиә булманы. Бөгөн республика етәкселеге һәм инвесторҙар бүлгән маҡсатлы финанс ҡына аграрийҙарға тейешле күләмдә орлоҡ, ашлама, техника һатып алырға мөмкинлек бирәсәк, тик шул саҡта ғына йәш белгестәр беҙгә эшкә ҡайтыр. Бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡҡа ла иғтибар буласаҡ, уларға субсидиялар һәм кредиттар биреләсәк. Фермер умартасылар ҙа әүҙем эшмәкәрлек күрһәтә, улар һәр яҡлап ярҙам һәм яҡлау таба.
Самат ҒӘЛИН яҙып алды.


Вернуться назад