Башҡортостанда быйыл юғары сифатлы бал етерлек күләмдә тупланасаҡ. Республиканың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми тикшеренеү үҙәге билдәләүенсә, төбәктә 6 мең тоннанан ашыу бал алыу күҙаллана. Продукцияның 60 процентын шифалы үҙенсәлектәре менән тирә-яҡта дан тотҡан йүкә балы тәшкил итәсәк.
— Быйыл сәскә балы күп, — ти умартасылыҡ үҙәге директоры Әмир Ишемғолов.
Мишкә районы аграрийҙары һәм республиканың төньяҡ-көнсығыш хужалыҡтары өсөн йәй айырыуса уңышлы булды. Әле бал миҙгеле тамамланып килә. Һауа шарттары умартасыларға бал ҡорто аҫрауҙың заманса технологияларына күсеү мөмкинлеген бирә. Бал йыйыу туҡтағас, күс айыртып, ҡорттар һанын арттырыу буйынса эш башланасаҡ.
Ғ. ХӘБИРОВ.