Көрсөк ташҡыны ташырмы, Рәсәй ярын баҫырмы?25.07.2012
Европаны көрсөктөң икенсе тулҡыны ҡаплап килә. Бөгөн күп илдәрҙең иҡтисадсыларын, сәйәсмәндәрен, етәкселәрен, 2008 йылдарҙағы хатаны ҡабатламайынса, һаҡланыу алымын ҡулланырға кәрәклеге борсой. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тиҙәр. Был йәһәттән Европа зонаһында тарҡаулыҡ һиҙелә — һәр кемгә үҙ “күлдәге” яҡын.

Билдәле, Рәсәй иҡтисадсыларын да борсомай ҡалмай киҫкен хәл. Петербург иҡтисад форумында Рәсәй Президенты Владимир Путин асыҡтан-асыҡ былай тине: “Финанс һәм бюджет дефициты менән бергә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итеү дефициты ла бар. Алдынғы донъя иҡтисадының бөгөнгө эске сәйәси хәле, көндәлек ығы-зығылары арҡаһында күп аныҡ һәм принципиаль аҙымдарҙың сәйәси, партия, төркөм ҡаршылыҡтарына осрап килеүен күрәбеҙ. Ә яртылаш күрелгән саралар хәлде тик тәрәнәйтә генә”.
Көрсөккә ҡаршы үҙ программабыҙ булыуына ҡарамаҫтан, уның “еле” беҙгә лә ҡағылыуы көн кеүек асыҡ. Тәү сиратта был донъя баҙарында нефткә хаҡ төшөүенә бәйле. Шулай ҙа ил башлығы Рәсәйҙең нефткә донъя хаҡтарына буйһоноуын кәметергә вәғәҙә итте. “2008 йылғы иҡтисади көрсөктә һыналған бөтә төр инструменттарҙы ла файҙаланасаҡбыҙ”, — тине ул. Беҙгә, ябай граждандарға, ил етәкселегенә, иҡтисадсыларына ышанырға ғына ҡала. Хәйер, тәүге көрсөктө ябай халыҡ әллә ни һиҙмәне лә шикелле. Тик быныһының килгәнен көтөп, “беҙҙең өсөн уйларҙар әле” тип кенә ятыу ярамаҫ. Ил ҡеүәте лә ғаиләнән башлана бит.
“Европалағы рецессияның, Грециялағы хәлдәрҙең көрсөктө тәрәнәйтеүе, башҡа илдәргә лә ҡағылыуы, яңы донъя көрсөгөнә килтереүе ихтимал”, — ти Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудрин. Уның әйтеүенсә, әгәр иҡтисади көрсөк 2008– 2009 йылдарҙағы һымаҡ булһа, беҙҙең илдең уны йырып сығыу өсөн бөтә мөмкинлектәре бар. Әгәр инде тәрәнерәк китһә, ҡыйынға тура киләсәк. Нисек кенә тимә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең һымаҡ иҡтисади яҡтан аяғына саҡ баҫып килгән илдәрҙең бәкәленә һуғасаҡ был хәл.
Йыш ҡына шундай һорау тыуа: Рәсәй үҙенең тәбиғи байлыҡтары менән донъя иҡтисади көрсөгөнән сығыуға үҙ өлөшөн индерә аламы? Эйе. Ләкин БРИКС (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы) тип йөрөтөлгән илдәрҙең һүҙенә әлегә, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, ҡолаҡ һалмайҙар, дөрөҫөрәге, тырышмайҙар. Шулай ҙа егерме илде берләштергән “двадцатка”ның донъя иҡтисадына үҙ ҡарашы, унда үҙ урыны бар. Әгәр ҙә донъя финанс баҙарында, бигерәк тә Бөтә донъя валюта фонды эшендә был илдәр әүҙемерәк сығыш яһай алһа, киләсәктә, бәлки, әлеге һымаҡ иҡтисади көрсөктәр ҙә булмаҫ ине. Рәсәйгә уларҙың тулҡыны ныҡ ҡағылмаһын өсөн, ил иҡтисадын нефткә донъя хаҡтарынан мөмкин тиклем буйһоноуҙан ҡотҡарыу, ил бюджетын да нефть менән генә тулыландырыуҙан “азат итеү” мөһим. Кемдер беҙҙең тәбиғи байлыҡтарға хаҡ билдәләй икән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаҡшай барған Европа иҡтисады аша көрсөк тулҡыны беҙҙең ярҙарға ла нығыраҡ ҡағасаҡ.
Т. МУСИН.


Вернуться назад