Ерҙең ырыҫы — хужанан25.07.2012
Ерҙең ырыҫы — хужананҒафуриҙарҙың агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙәге уңыштары һәм проблемалары менән яҡындан танышыуҙы беҙ иң тәүҙә Үтәш, Үзбәк яҡтарындағы “Ағиҙел” ауыл хужалығы предприятиеһынан башларға булдыҡ. Ни тиһәң дә, райондың башҡорт халҡы тупланып йәшәгән төбәгендә ул ҡырыҫ баҙар шарттарында ла етештереү базаһын һаҡлап ҡалған, һуңғы йылдарҙа тотороҡло үҫеш юлына баҫҡан берҙән-бер хужалыҡ һанала.

Иген баҙарында тәртип юҡ

— Еҙем, Мәндем йылғалары буйындағы ауылдарҙа колхоздар күптән таралып бөттө. Ә һеҙ нисек хужалығығыҙҙы һаҡлап ҡала алдығыҙ? — “Ағиҙел”дең алыштырғыһыҙ етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Тимерйән Кинйәбаев менән аралашҡанда, тәүге һорауым шул булды.
— Бының бер сере лә юҡ, — ти рәйес. — Үҙем ошонда тыуып үҫтем. Хужалыҡты инде 15 йыл етәкләйем. Бөтә белгестәр ҙә үҙебеҙҙеке. Халыҡ та беҙҙә берҙәм һәм тырыш. Барыбыҙ ҙа бер төптән егелеп эшләп, колхозды һаҡлап алып ҡалдыҡ. Дөрөҫ, банкротлыҡ процедураһын беҙ ҙә үттек, ләкин хужалыҡты “батырманыҡ”. Бурыстарҙан ҡотолоу, киреһенсә, беҙгә яңы иҡтисади һулыш бирҙе. Милек һәм етештереү мөнәсәбәттәрен үҙгәртеү ҙә беҙҙең файҙаға булды. Биш йыл элек яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә әйләндек. Финанс яғынан иркенерәк һулыш алып йәшәй башлағас, етештереү базаһын нығытырға ла мөмкинлектәр тыуҙы. Үҙем шуны күреп йөрөйөм: яңы техника алһаҡ, егеттәрҙең күңеле күтәрелеп китә.
“Ағиҙел”дә һуңғы йылдарҙа һөрөнтө ер майҙандары ла һиҙелерлек арттырылған, көрсөктән сыға алмаған элекке М. Ғафури исемендәге колхоздың ташландыҡ ерҙәрен уларға биргәндәр.
— Хәҙер беҙҙең баҫыуҙар Баҡраҡ һәм Яҡтыкүлгә тиклем йәйрәп ята. Элгәре 2400 гектар һөрөнтө ере булһа, бөгөн 3900 гектарға барып баҫа, — ти Тимерйән Миҙхәт улы.
Икмәкле яҡ булараҡ, үтәштәр һәм үзбәктәрҙең баҫыусылыҡта өлгәшкән уңыштары айырыуса ҡыуандыра. Былтыр “Ағиҙел”дә ашлыҡтың тулайым йыйымы 4600 тонна тәшкил иткән. Тик бына әҙерләүселәрҙең крәҫтиәнде алдап, көҙгө байлыҡты нисек тә осһоҙораҡҡа алырға тырышҡанын беҙ яҡшы беләбеҙ.
— Әлбиттә, күп көс һалып үҫтерелгән уңышты үҙебеҙ теләгән хаҡҡа һата алманыҡ. Башҡортостанда әле иген баҙарында ныҡлы тәртип юҡ. Элеваторҙағы ашлыҡты залогка һалып ҡуйыу ҙа беҙҙең өмөттө аҡламаны, — ти тәжрибәле хужалыҡ рәйесе. — Быйыл көҙ нисек булыр? Был хаҡта республиканың агросәнәғәт комплексы етәкселәре ныҡлап уйланырға тейеш.
Тормош күрһәтеүенсә, бөгөнгө шарттарҙа ауыл ерендә етештереүҙең күп тармаҡлы булыуы яҡшы. Шуны күҙ уңында тотоп, “Ағиҙел”дә һуңғы йылдарҙа иҡтисади яҡтан отошло техник культураларға иғтибарҙы бермә-бер арттырғандар. Атап әйткәндә, көнбағыш сәсеүлектәрен 400 гектарға еткергәндәр. Былтыр һәр гектарҙан 10 центнер майлы орлоҡ йыйып, барлыҡ уңышты Шишмә заводына һатҡандар. Эшкәртеүселәр ҡиммәтле продукцияның бер тоннаһы өсөн 7 мең һум менән иҫәпләшкән.
— Күреүегеҙсә, көнбағыш үҫтереүҙән файҙа бар. Тик был культура менән артыҡ мауығырға ла ярамай, сөнки ул ерҙең “май”ын һыға, агрономия теле менән әйткәндә, тупраҡтың уңдырышлылығын кәметә. Шуға көнбағышты шәкәр сөгөлдөрөнөң сәсеү әйләнешенә лә индермәйбеҙ, — тип төшөндөрҙө Тимерйән Миҙхәт улы.
“Татлы тамыр” етештереүҙә “Ағиҙел” районда алдынғылар рәтендә йөрөй. Шуны телгә алыу ҙа етә: былтыр Мәләүез шәкәр заводына 7 мең тонна ҡиммәтле сеймал һатып, 500 тоннанан ашыу татлы продукция алғандар. Әңгәмәсем иҫәпләүенсә, сөгөлдөрсөлөктән генә хужалыҡ кассаһына 12,5 миллион һум табыш ингән.
“Ағиҙел”дә алдынғы агротехникаға һәм интенсив технологияларға йөҙ тотоуҙарын тағы шунан да күрергә була: бында ҡиммәтле иген һаналған ужым бойҙайына баҫыу түренән урын биргәндәр. Былтыр уның гектарынан уртаса 40 центнерҙан ашыу төшөм алғандар. Ә баҙарҙа юғары класлы ашлыҡҡа һәр саҡ һорау бар.
— Уңдырышлылыҡты күтәреү өсөн баҫыусылыҡта ла яңы технологияларға киң юл асырға кәрәк, — ти хужалыҡ етәксеһе. — Эштә шундай йүнәлеш алыу, әлбиттә, техника паркын яңыртыуға бәйле. Беҙ һуңғы өс йылда ғына 9 миллион һумлыҡ техника һатып алдыҡ. Яңы сәсеү комплексын ҡулланыу яҙғы баҫыуҙа бер нисә технологик операцияны бер юлы башҡарырға ярҙам итә. Үҙ тәжрибәбеҙҙән сығып, беҙ хәҙер техник культуралар сәселәсәк майҙандарҙы ғына көҙҙән һөрөп ҡалдырабыҙ. Ә ҡалған баҫыуҙарҙа тупраҡ өҫтән генә эшкәртелә. Был, берҙән, ерҙең гумус ҡатламын һаҡлай, икенсенән, яҙ морон төртөү менән ҡый үләндәре юҡ ителә. Яңы технологиялар беҙҙең игенселәрҙе шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдарын һаҡсыл тотонорға ла өйрәтә.

Малсылыҡ табыш бирә

Шулай ҙа һуңғы ике йылда “Ағиҙел”дә алынған табыштың күберәген малсылыҡ тармағы бирә башлаған. Әлеге көндә хужалыҡтың дүрт фермаһында 1200 баш һыйыр малы аҫрала. Һауын көтөүе лә ишле генә. Сифатлы мал аҙығын күпләп етештереү, тоҡомсолоҡ эшен яҡшыртыу продуктлылыҡты күтәреүгә булышлыҡ иткән. Былтыр йәш һыйыр малының көндәлек артымын уртаса 637 грамға еткергәндәр. Был районда иң яҡшы күрһәткес. Ә һәр һыйырҙан 3500 килограмм һөт һауылған. Малсыларҙың быйыл да һынатырға иҫәбе юҡ.
Беҙ килгән осорҙа хужалыҡ Стәрлетамаҡ һөт комбинатына көн һайын 3,2 тонна продукция оҙата ине. Был инде аҡ һатыуҙан көнөнә 38-40 мең һум аҡса килеп тора тигән һүҙ. Үкенескә ҡаршы, хаҡтар крәҫтиәнде бер ҙә ҡәнәғәтләндермәй. Былтыр ошо ваҡытта “Ағиҙел”дә һөттөң килограмын 15 һум менән һатһалар, быйыл иһә әҙерләүселәр хаҡты 12 һум 50 тиндән арттырмаған. Ҡулланыу баҙарын көйләү тураһында юғарыла күпме һөйләһәләр ҙә, эшкәртеүселәр әүәлгесә үҙҙәренең монополиялы хоҡуғынан файҙаланыуҙы хуп күрә шул.
— Шуға ҡарамаҫтан, беҙ һөт малсылығын артабан үҫтерергә теләйбеҙ. Хәҙер хөкүмәт әҙме-күпме дотацияһын да бирә башланы, — тип үҙ пландары менән уртаҡлашты Тимерйән Миҙхәт улы. — Быйыл беҙгә арендаға элекке банкрот хужалыҡтың Ибраһим һөтсөлөк фермаһын бирҙеләр. Әле унда йәш мал ҡуйҙыҡ.
Беҙҙе яңыраҡ “Ғаилә һөтсөлөк фермалары” тигән маҡсатлы республика программаһына индерҙеләр. “Ағиҙел” ише яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең дә унда ҡатнашырға хоҡуғы бар икән. Бөгөн Ибраһим фермаһында үҙ көсөбөҙ менән ремонт үткәрәбеҙ, һыйыр һарайын үҙгәртеп ҡорабыҙ. Унда 100 баш тана бәйләргә уйлайбыҙ.

Һарыҡсылыҡ тергеҙелә

Үтәштә агробизнесты үҫтереүҙәге тағы бер ҡыҙыҡлы яңылыҡ хаҡында ишеттек. Идара рәйесенең башланғысы менән һарыҡсылыҡ тармағын тергеҙгәндәр. Әстрхан өлкәһенән 50 баш ҡуй һарығы алып ҡайтҡандар. Әле тәүге үрсемде алырға ла өлгөргәндәр. Һарыҡ үрсетеү киләсәктә үҙен аҡлаясаҡ, был да иш янына ҡуш буласаҡ, тип өмөтләнәләр бында.
— Хәҙер Хөкүмәт программаһында һарыҡсылыҡ тармағы өсөн субсидия бүлеү ҙә ҡаралған, — тинеләр миңә “Ағиҙел”дә. — Тик беҙгә яңы бизнес-проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа дәүләттең ярҙамынан файҙалана белергә генә кәрәк. Бына шул уҡ ҡортсолоҡ тармағын алып ҡарайыҡ. Күстәрҙе йылдан-йыл арттырабыҙ, сөнки бал етештереү мул табыш килтерә. Былтыр йыл аҙағында шуның өсөн Хөкүмәттән субсидия ла алдыҡ.
Эйе, бөгөнгө шарттарҙа хужалыҡ етәксеһе һәр эштең перспективаһын күрә белергә, икенсе төрлө әйткәндә, ауыл ерендә топ-менеджер ролен үҙ иңенә алырға тейеш. “Ағиҙел” йәмғиәте директоры Тимерйән Кинйәбаев заманса алымдар менән эш итергә тырыша ла инде.
Предприятиеның һөҙөмтәле эшләүе, яңы үрҙәр яулауы ла шул хаҡта һөйләй. Уҙған йыл бында тулайым етештереү 38 миллион һум тирәһе булған. 4,8 миллион һум саф табыш алынған, йәғни рентабеллелек 14 процент тәшкил иткән. Хаҡ сәйәсәтенең крәҫтиән файҙаһына бигүк эшләмәүен иҫәпкә алғанда, был күрһәткестәр бер ҙә йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел. Директор әйтеүенсә, әгәр иген баҙарында хаҡтар ғәҙел булһа, хужалыҡтың рентабеллелеге лә 25 процент тирәһенән төшмәҫ ине.
— Ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеүебеҙҙә, етештереүҙең һәр тармағында үҫеш юлына баҫыуыбыҙҙа Хөкүмәттең ярҙамы ҙур, — ти Тимерйән Миҙхәт улы. — Мәҫәлән, былтыр беҙ эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәре буйынса дәүләттән 7 миллион 200 мең һум субсидия алғанбыҙ. Хөкүмәт яғынан ауыл етештереүселәренә шундай иғтибар бар икән — беҙҙең насар эшләргә хаҡыбыҙ юҡ. Бына минең ҡуйын дәфтәрендәге тағы бер һанға күҙ һалайыҡ. Яғыулыҡ-майлау материалдарын ташламалы хаҡ менән алыу өсөн хужалыҡҡа ике миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Шуға ҡыҙыу эш осоронда техниканың туҡтап торғаны ла юҡ. Әле яңыраҡ ҡына һөт өсөн бер кварталға 500 мең һум дотация алдыҡ. Бөгөн “Россельхозбанк” менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Әгәр унда кредит биреү мәсьәләһен ыңғай хәл итһәләр, лизинг буйынса яңы тракторҙар, иген комбайндары, ер эшкәртеү техникаһы һәм башҡа төр машиналар аласаҡбыҙ. Алдынғы технологияларҙы ҡулланыу, билдәле, етештереүсәнлекте лә күтәрә. Минең ҡарашҡа, ауыл хужалығында иң ауыр йылдар артта ҡалды. Хәҙер тыныс күңел менән эшләргә, яңы пландар ҡорорға була. Шуның өсөн дә беҙ күп тармаҡлы “Ағиҙел” ауыл хужалығы предприятиеһының үҫешенә, алдағы йәшәйешебеҙгә яҡты өмөттәр менән ҡарайбыҙ.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Ғафури районы.


Вернуться назад