“РБК” журналы 2010 йыл йомғаҡтары буйынса “Бизнес өсөн шарттар булдырыу йәһәтенән Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалалары” йыллыҡ рейтингын билдәләне. Өфө бизнес өсөн шарттар булдырыу йәһәтенән Рәсәй ҡалалары араһында өсөнсө урынды яулаған. Исемлеккә бөтәһе 68 ҡала ингән.
Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалалары — Краснодар һәм Екатеринбург, улар беренсе һәм икенсе урындарҙы бүлешкән. Дүртенсенән алып унынсы баҫҡысҡа тиклем Новосибирск, Красноярск, Омск, Ҡазан, Сорғот, Воронеж һәм Һамар урынлашҡан.
Бизнес өсөн шарттар тыуҙырылған ҡалалар рейтингын төҙөгәндә “РБК” журналы Бөтә донъя банкының кеше ҡеүәтен үҫтереү индексын иҫәпләп сығарыу алымын ҡуллана. Ҡаланың инвесторҙар өсөн ылыҡтырғыс булыуын сағылдырған алты күрһәткес — баҙар күләме, ҡала ҡаҙнаһы, төҙөлөш баҙары, сауҙа, халыҡтың тормошо һәм хәүефһеҙлек — иҫәпкә алына.
3-сө урынды бер йылға Сочиға тапшырған Өфө ҡалаһы юғалтылған позицияһын кире ҡайтарҙы, тип билдәләнә тикшеренеүҙә. Журналда әйтелеүенсә, етештереү һәм аҙыҡ-түлек күләме, химия һәм электрон сәнәғәт көрсөккә тиклемге кимәлгә еткән. Власть халыҡтың тормошо өсөн уңайлы шарттар булдырыу хаҡында ла онотмай.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.