Өҙөклөк булғаны юҡ24.07.2012
Өҙөклөк булғаны юҡ“Михайловка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уңғандары “Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра” тигән халыҡ мәҡәлен эш девизы итеп алған һәм бөгөн, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ең һыҙғанып мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл.

Беҙ килгәндә баҫыу бал ҡорто күсендәй гөжләй ине. Хужалыҡ етәксеһе Илдар Бәҙретдинов, ваҡыт табып, эш барышы менән таныштырҙы. Үлән сабыуҙа Олег Кольцов Өҙөклөк булғаны юҡменән Александр Слободин тырышлыҡ күрһәтә. Андрей Аракчеев, Рөстәм Мостафин, Павел Михайлов йәшел массаны ферма янына өҙлөкһөҙ ташый. Бында ла эш ҡайнай: тәжрибәле тракторсы Сергей Ғәлимов үләнде яҡшылап тығыҙлай, ә Рәмил Фәррәхов килгән машиналарҙың иҫәбен алып бара.
— Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләйҙәр, дәртләндереү саралары ла бар. “Тимер ат”ым һынатмай, бары тик ваҡытында ҡараштырып торорға кәрәк, — ти Андрей Аракчеев.
Илдар Бәҙретдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, эшселәр етә, техника төҙөк, яғыулыҡ-майлау материалдары алдан хәстәрләнгән. Шартлы бер баш малға 38 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләү маҡсат итеп ҡуйылған. Күренеп тора: йәш етәксе ойоштора белгәнгә эш бар ерҙә лә көйлө бара, өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай. Хужалыҡ эшсәндәре мал аҙығы әҙерләүҙе тиҙ арала тамамлап, бөтә көстө ураҡҡа йүнәлтергә тырыша бөгөн.
Лира ГӘРӘЕВА
Баҡалы районы.


Вернуться назад