Һуңғы йылдарҙа йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса республика Хөкүмәте тарафынан төрлө саралар күрелә: башҡорт аты, башҡорт ҡымыҙы бренды булдырылды, ҡымыҙ етештереү эше яҡшыра, төрлө ярыштар үткәрелә. Етенсе йыл уҙғарылған ҡымыҙ етештереүселәр республика конкурсы был юлы бәрәкәтле Йылайыр районында ойошторолдо.
Тантаналы сараны асып, ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин республикала ҡымыҙ етештереүҙең йылдан-йыл арта барыуы, йылҡысылыҡты тергеҙеү буйынса төрлө аныҡ саралар күрелеүе тураһында әйтеп үтте.
– Бөгөн районда бөтәһе 2227 баш йылҡы иҫәпләнә, әлеге көндә биш фермала һәм һигеҙ шәхси хужалыҡта ҡымыҙ етештерелә, – тине район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин. – Продукцияға көндән-көн ихтыяж арта, шуға күрә йылҡысылыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Бының өсөн шарттар бар. Күп сығымдар талап итмәгән тармаҡ табышлы булыуы менән дә отошло.
Артабан һыбайлылар оҙатыуында пар аттар егелгән кырандастан уҙған йыл еңеүсеһе Марат Абдулов килеп төштө. Уға конкурстың флагын күтәреү хоҡуғы бирелде.
Йылайыр һәм Ирәнеш йылғалары киҫеп сыҡҡан ерҙә, йәмле Сысҡанды буйы итәгендә теҙелеп киткән өҫтәлдәрҙә ҡымыҙҙың ниндәйе генә юҡ! Әскелтем, сөскөлтөм тиһеңме, сейә, ҡарағат, балан, ерек япрағынан ыҫланғанымы, әллә яңы ғына һауылған сөсөһөмө…
Жюри ағзаларына республиканың барлығы 31 районынан 36 хужалыҡ үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Әлбиттә, ҡымыҙ етештереүселәрҙең һәр береһенең үҙ сере, үҙенсәлеге. Етештереү технологияһы төрлөсә булыуға ҡарамаҫтан, уның тәме һаҡланып ҡалырға тейеш, ти баһалаусылар. Шуға күрә судьяларҙың бөтәһенең дә ҡымыҙын эсеп, уны тәмләп ҡарауы юҡҡа түгел.
Әйткәндәй, конкурсҡа Яңауыл, Борай, Тәтешле, Балаҡатай, Ҡыйғы райондары вәкилдәре килтергән ҡымыҙ һауыттарына ҡуйылған датаға ҡарап баһаланды. Эсемлек биш көнгә тиклем яҡшы һаҡлана.
Шуныһы мөһим: сарала ҡатнашыусылар үҙ-ара аралашты, бер-береһенең ҡымыҙын тәмләне, етештереүҙең төрлө юлдарын өйрәнде. Бөрйән районы Яуымбай ауылы ҡымыҙсыһы Айһылыу Ямғырҙина әйтеүенсә, ул ҡымыҙ бешкән һауытты ерек ағасы менән ыҫлай, бер аҙ әскелтем тәм биреү өсөн сейә япраҡтарын файҙалана.
Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы «Толпар» хужалығынан килгән Сәрүәр Солтанованың ҡымыҙ етештереү сере бик ябай. Оҫта һауытты ыҫлау өсөн ҡайын бәшмәген файҙалана. Шулай иткәндә, ҡымыҙҙың тәме шул килеш оҙаҡ һаҡлана икән. Әбйәлил районынан Рәүиә Дауытова, инәй-өләсәләренән өйрәнгәнсә, боронғо йолаларға таянып эш итә. Һөҙөмтә – иҫ киткес! Уның ҡымыҙын һатып алыусылар күп.
Район идаралыҡтары зоотехниктары ла (тәүге тапҡыр!) һынау үтте. Уларға йылҡысылыҡҡа бәйле төрлө һорауҙар бирелде, атты егеү һәм туғарыу кеүек ярыш ойошторолдо. Барыһы ла был имтиханды «һә» тигәнсә башҡарҙы. Хатта министр урынбаҫары Азат Салауат улы ла бәйгелә үҙ көсөн һынап ҡараны!
Халҡыбыҙҙың милли эсемлеген данлаған, ҡымыҙ етештереүселәрҙең данын арттырған, шифалы ризыҡты пропагандалаусы ярыш еңеүсеһе булып Учалы районының «Юлдаш» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы танылды ( етәксеһе — Ғәли Сибәғәтуллин). Ҡымыҙ етештереү оҫтаһы Лилиә Лоҡманова хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләй, өс йыл рәттән районда – беренсе, былтыр республика конкурсында дүртенсе урын яулаған. Тимәк, еңеүгә ҙур әҙерлек менән килгән. Еңеүсегә тай бүләк иттеләр!
Икенсе урынды 119-сы «Өфө ат заводы» яуаплылығы сикләнгән ойошма яулаһа, өсөнсөнө Көйәргәҙе районының «Ватан» хужалығы алды.
Киләһе ҡымыҙ етештереүселәр конкурсы Учалы районында үтәсәк.
Кәримә УСМАНОВА