Ашыҡ, игенсе!20.07.2012
Ашыҡ, игенсе!Башҡортостанда бындай эҫелек күптән булғаны юҡ ине. Бөтөн культуралар ҙа бер үк ваҡытта өлгөрә башланы. Белгестәрҙең фекеренсә, ураҡ осоро 15–20 көнгә алға күсте.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе Артур Ноғоманов барлыҡ уңышты әлеге кеүек бер үк ваҡытта йыйыу осрағын хәтерләмәй.
— Ауыл халҡына шуны әйтергә теләйем: ашығырға кәрәк! Бөгөн яҡшы ойошторолған, тәүлек әйләнәһенә алып барылған урып йыйыу эштәре генә уңышты ҡотҡарып Ашыҡ, игенсе!ҡаласаҡ. Ураҡҡа барыбыҙға ла ҡушылыу зарур, юғиһә һуң буласаҡ, — ти ул.
Саҡмағош районындағы “Базы” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Вадим Соколов уның һүҙҙәре менән тулыһынса килешә. Хатта ул да, уңышлы эшләгән ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе, ураҡтың һуңға ҡалыуын таный.

Ашыҡ, игенсе!— Ужым арышының дымлылығы иң сикке нөктәгә — 14 процентҡа етте. Ашыҡмаһаҡ, көн һайын ҙур юғалтыу кисерәсәкбеҙ. Дымлылығы юҡҡа сыҡҡан иген сифатын юғалта, тимәк, хаҡы ла арзаная. Был юғалтыу 1 тоннаға 1 мең һум тәшкил итеүе ихтимал, — ти Вадим Соколов. — Ҡыйынлыҡтарға һылтанып, ҡул ҡаушырып ултырһаҡ, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә алмаясаҡбыҙ.
Әйткәндәй, “Базы” хужалығында 18 мең гектарҙан ашыу майҙанда уңыш йыйыу бурысы тора. Көнөнә 600 гектарҙан йыйғанда ла кәмендә бер ай ваҡыт кәрәк. Шулай ҙаАшыҡ, игенсе! мөмкинлек бар. “Базы” кооперативы яҡшы урып йыйыу техникаһына эйә. Мәҫәлән, әле 110 гектар майҙандағы арыш баҫыуына 10 “Нива” комбайны, “КамАЗ” машиналары юлланды. Улар был баҫыуҙағы эште бер көн эсендә тамамларға ниәтләй. Кооперативта ошондай механизацияланған отрядтар бер нисәү. Тимәк, предприятиеның ураҡты йылдам тамамлау мөмкинлеге бар.
Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙырыуға ҡарамаҫтан, комбайнсыларҙың да, шоферҙарҙың да кәйефе көр. Игенсе хеҙмәтенең ҡасан еңел булғаны бар һуң? Бөгөн Башҡортостандағы барлыҡ ауыл хужалығы предприятиеларына, фермер хужалыҡтарына ҡыйынға тура килә. Шулай ҙа бирешергә ярамай. Үҫтерелгән уңышты аҙ юғалтыуҙар менән тиҙ арала йыйып алыу өсөн бөтөн көстө тупларға кәрәк. Башҡортостандың машина-технологик станцияларына ла ошондай уҡ бурыс ҡуйыла. “Күмәкләгән — яу ҡайтарған” тигән мәҡәлде иҫтә тотмаһаҡ, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙмаһаҡ, уңыш өсөн көрәштә еңелеүебеҙ ихтимал. Быға юл ҡуйырға ярамай.
Владимир МАЗИН.

Ашыҡ, игенсе!Ашыҡ, игенсе!


Вернуться назад